"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Ғинуар 2021, 00:00

ҠЫҘЫЛЪЯР

Иренең туҡмауынан ҡасып, һалҡында йөрөп үпкә сиренә дусар булды. Инде донъя йөгөн ҡатындың әсәһе, һаңғырау ҡарсыҡ тартты. Әлдә үҙенә хоҙай таҙалыҡ биргән. Fәзимйән менән Фәймәнән тыуған балалар аҡылға бик камил түгелдәр ине. Махсус мәктәптә уҡынылар. Ҡаты сирҙән Фәймә донъя ҡуйҙы. Fәзимйән яңынан Хафизаға һөжүм башланы.

Тәскирә Даянова


Артынан мәктәп ишеге ябылыу менән Хафизаны сәйер тойғо биләп алды. Шатлыҡ та, һағыш та кеүек. Дөрөҫө, ике хис бергә ҡушылған, буғай. Уйланырға әле ваҡыт юҡ, ҡыҙ ҡайтыу яғына елдерҙе. Ләмәҙтамаҡ мәктәбенән Һөләймән ауылына өс юл. Ҡыҙ оҙонорағын һайланы. Һыйыр фермаһын үтеүгә ике ауылдаш егет ҡыуып етте. Унынсыла уҡыған Булат менән класташы Fәзимйән бер ауыҙҙан:
- Әйҙә, кемгә ултыраһың? – тинеләр.
Ҡыҙ икеһен дә өнәмәй. Fәзимде бигерәк тә. Уҡыуға барымы булмаған егет һуғышта һәләк булған атаһының пенсияһы туҡтамаһын тип кенә мәктәп юлын тапай.
Егеттәр ҡыҙҙың ҡырыҫлығын беләләр, артыҡ ныҡышып торманылар.Ҡыҙ ҡайынлыҡ аша бара. Бер аҙҙан ағас араһына боролдо.Үҙенең яратҡан аҡланына еткәс, лып итеп ергә ултырҙы, унан салҡан ятты. Зәп-зәңгәр күк, эргәһендә өйкөм-өйкөм күгәрсен күҙҙәре. Ап-аҡ болотҡа ултырып әкиәт иленә йөҙөп китһәң ине. Тик был хыял ғына. Тормоштоң ысын-барлығы уның йәп-йәш йөрәген талай. Йөрәк ярһыуы үтмәй. Хафиза мәктәп сумкаһынан етенсене бөткәненә бирелгән таныҡлығын килтереп сығарҙы. Теҙелеп торған «бишле»ләр күҙен иркәләне. Ҡыҙҙың бер күҙе күрмәй ине. Эйәһенә генә дөгө бөртөгөндәй аҡ төшкән. Бешкән ҡарағаттай мөлдөрәп торған матур күҙҙәре бәләкәй саҡта уның яфаһына, язаһына әйләнде. Яҡтыға асып ҡарай алмаҫ хәлгә етте, эсенә быяла бөртөктәре һипкәндәй ҡырҙы. Айлап-айлап больницала ята торғас, аҡ һалды. Бәхетенә күрә Өфөнән доктор килеп төшмәһә, бөтөнләй дөм һуҡыр ҡала ине. Сабыйҙың имсәк һөтөнән айырылып, һөт-ҡатыҡ эсеп, әпәкәй ашап ҡына үҫер мәле һуғыш ваҡытына тура килде. Ыуыҙ ғына сабый көндәр буйы ас ултырып, аяғы ептәй, эсе гөптәй булып, ысын ризыҡ бите күрмәй нисек асҡа үлмәгәндер. Шул юҡлыҡтар бер көн килеп күҙенә төштө.
Өфө врачы ныҡ дауалатты, хатта суд менән янаны. Уның дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауа яҙып китеүе арҡаһында ҡыҙыҡайҙың һыңар күҙе булһа ла һау ҡалды. Шуға күрә етенсе класты ун ете йәшендә генә тамамланы ул. Ҡурсаҡтай һылыу һыны, янып торған алһыу-ҡуңыр йөҙө, янбашына төшкән беләк йыуанлығы толомдары һис йыуатмай ҡыҙҙы. Ул үҙен кәмселекле һиҙә.
Дәрестәрҙә бик иғтибарлы ултырыуы, яҡшы хәтерле булыуы арҡаһында яҡшы уҡыны. Ҡапланып дәрес әҙерләп, китап уҡып ултырырға тура килмәй. Аҡ ҡағыҙға оҙаҡ текләй алмай, күҙе сәнсеп һыҙлай, йәше ҡойола. Өйҙә лә эш күп инде. Алыҫ йылғанан һыу ташыу, кер-иҙән йыуыу Хафиза өҫтөндә. Һеңлеһе ҡул аҫтына саҡ инә башланы. Әсәһе күтәренә алмай, эсе түбән. Ул бик йыш сәсрәп ауырып китә. Ярай аш-һыу тирәһен ҡарай әле. Атаһына етмеш ике тулды. Ул Герман һуғышы менән граждандар һуғышын тулыһынса кисергән, Бөйөк Ватан яуында фронтҡа аттар оҙатып йөрөгән кеше. Ҡыҫҡаһы, Рәхмәтулла ҡарт тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күргән, шаҡтай таушалған. Ҡарт менән ҡарсыҡ намаҙ уҡып, аллаға ғибәҙәт ҡылып ҡына йәшәйҙәр тиһәң дөрөҫ. Төп шөғөлдәре шул.
Рәхмәтулла ҡарт Хәкимә апайҙы алғанға тиклем бер оя бала үҫтергән. Ун ете йәшендә саҡта үҙенән дә һорап тормай өйләндергәндәр. Ә икенсе ҡатынын ҡырҡ йәшен уҙғас, үҙе оҡшатып, һөйөп алған. Хафиза бына шулай ҡамарлы ғына ғаилә хәлен күреп үҫкән, үҙендә ниндәйҙер яуаплылыҡ, хатта ғәйеп һиҙгән бала булды. Артабан уҡыу тураһында хыял итеп тә булмаясаҡ. Ҡарттар өсәр һум пенсия ала. Әлегә тиклем атаһы ҡарауылға йөрөй ине. Туҡтаны. Хәл ауырлашты. Әсәһе килоһы утыҙ алты тинлек магазин туҡмасына әҙ генә он ҡушып икмәк бешерә башланы. Нисек тә йән аҫрарға кәрәк бит.
Ҡыҙ шуларҙы башынан кисерҙе. Таныҡлыҡты сумкаһына тыҡты. Ә көнө ниндәй! Әсәһе әйтмешләй, мәйеттәр тороп ултырырлыҡ. Тау аша сыҡҡас, Әйҙең һыубаҫар болоно йәйрәп күренде. Ҡарағайлы төбәктәге бөҙрә муйыл, талдар араһында һандуғастар һайрай. Шаштырмағыҙ йырсы ҡоштарҙы, былай ҙа йөрәк сығып бара. Ҡоралай һымаҡ йылғыр ҡыҙ алға елдерҙе.

* * *

Өйҙә шул уҡ күренеш: атаһы ғәрәпсә яҙылған иҫке китапты мөңгөрҙәп уҡый, әсәһе ҡашаяҡта булаша. Һеңлеһе ҡайын төбөндә сынаяҡ уйната. Ул өй ҡороп, күп ваҡыт бер үҙе генә уйнай. Ҡыҙҙары ҡайтҡас, сәйгә ултырҙылар. Атаһы матур, тигеҙ телемдәр итеп икмәк телде. Икмәк, һөт, шәкәр. Хоҙай шул ризыҡтарҙан айырмаһа, шөкөр инде. Әсе алабута икмәге, серек бәрәңге кәлйемәһе лә ҡәҙерле ризыҡ булған заманды күргән кешеләр өсөн әпәкәй иң оло ризыҡ. Әсәһе сәй яһаны.Ҡыҙ өндәшмәй генә таныҡлыҡты атаһына һуҙҙы. Ҡарт бау тағылған күҙлеген кейеп оҙаҡ ҡараны, шунан әсәһенә һуҙҙы. Икеһе лә көрһөнөп ҡуйҙы. Өндәшмәнеләр. Ярай, ҡыҙ бала кәрәгенсә белем алды, шул баштан ашҡан, тип уйланылар буғай. Уҡый-яҙа, хисап сығара белә, еткән, бик еткән. Ҡыҙ әллә нимә өмөт итмәй ҙә ине. Ололар хәҙерге заман кешеһе түгел, төшөнөргә уйламайҙар ҙа. Бәхетле, етеш йәшәгән саҡтары үткән заманда ҡалған. Хәҙергеһе йән аҫрау, ғибәҙәт ҡылыу, баҡый донъяға әҙерлек. Шуға ла ҡалҡынып килгән балаларына өмөт менән ҡарайҙар. Улар ҡартлыҡты тәъмин итеүселәр.
Рәхмәтулла ҡарттың Миңлеғәли менән Әхмәҙулла тигән улдары үткән яуҙа ятып ҡалды. Өсөнсөһө - Муллағәли сатан аяҡ менән ҡайтты. Уның үҙенең ғаиләһе бик ҙур. Сатанмын тимәй, комбайнда эшләй. Ҡыш буйы МТС-та, йәйен баҫыуҙа. Ҡарт күңеленән шуларҙы кисерҙе, үҙе тешһеҙ ауыҙы менән икмәген өйпәләне. Их, күрмәйме шул балаларҙың зирәклеген! Күрә, белә. Ҡартайып кителде шул.
- Мин эшләрмен, - тип өҙөп кенә әйтте ҡыҙ.
- Алла ярҙам бирһен, - әсәһе шулай тип фатиха биргәндәй итте.
Сәй эсеп бөтөүгә күҙен ялтыратып Лира килеп инде. Ул Хафизаның күптәнге әхирәте, уның тап киреһе. Шуҡ, мут ҡыҙ. Имтихан биреп торғоһо килмәй, уҡыуын ташланы ла ҡуйҙы. Исеменә килгәндә, атаһы ҡушҡан. Коммунист Нәжип һуғыштың тәүе көндәрендә үк һәләк булған. Ауылда, ғөмүмән, Лена, Лида, Люция, Альберт, Альфред, Энгельс, Дарвин тағы әллә ниндәй тел боролмаҫ исемдәр күп.
Ҡыҙҙар әүен артына үләнлеккә киттеләр, Хафизаның һеңлеһе Хәмдиә лә эйәреп маташты. Бесәй кеүек уралһа ла уны бар тип белмәйҙәр. Аралары байтаҡ булғанға кескәй ҡыҙҙы апаһы һанлап бармай.
- Бар, сынаяҡ йыу, ҡойроҡ һөйәге. Ҙурайып бөткән көйөңә өйлө уйнайһың.
Хәмдиә турһайып китеп барҙы. Ә Лираның үҙ хәбәре хәбәр. Кисә клубта кинола кем уның артында ултырғанын, яулығын тартҡылағанын көлә-көлә һөйләй. Кино бөткәс, артынан лап-лоп йүгереп килгән, тик Лира тоттормаған. Хафизаға ҡыҙыҡ булмаһа ла тыңлай.
- Ҡыҙый, һин йәйен бесән-фәләнгә йөрөп торһаң, көҙгә фермаға инерһең. - Лира үҙе яҙын һарыҡ көтөргә кергәйне. Бик ҡәнәғәт йөрөй. Әҙ-мәҙ аҡса тейгән. Былай игенләтә түләйҙәр, ти.
- Шундай күңелле, хөрриәт, белгең килһә. Көндөҙ малдар
дүрт-биш сәғәт яр ситендә ята. Аръяҡтан егеттәр килеп киткән була. Иҫем китте шуларға, мин ҡалала йәшәйәсәкмен, - Лира хәбәрен тағы егеттәр яғына борҙо.
- Ә ниңә көҙгә? - Хафиза сабырһыҙланды.
- Ниңә, тисе. Август айында яркаларҙы, кастраттарҙы айырым төркөмгә айыралар.
Ана ҡалай һиптерә Лира. Яркаһы – орғасы, кастраты ҡыш тыуған беске тәкәләр.
- Әйҙә, бөгөн киноға барабыҙ. «Чистое небо» була. Их, ундағы артист, егетең шундай булһын ине. Курбанский.
- Урбанский, – тип төҙәтте әхирәте, - мин бармайым. Атайым асыуланыр.
- Эй шуны! Йә, мин ҡайтайым. Төшкөлөккә икмәккә ҡайтҡайным. Китергә кәрәк.
- Йә, әтеү.
* * *

Хафиза ҡояштан алда тороп өйрәнгән инде. Бөгөн иртәнге алтыла аяҡ өҫтө ине. Самауыр ҡуйып ебәрҙе. Ололар иртәнге намаҙҙан һуң ял итә… Бына ҡыҙ ҡояшҡа ҡаршы атлай, иртәнге нурҙар уның йөҙөн иркәләй. Өйкөм-өйкөм томандар күккә үрләй. Ниндәй йәмле. Һалҡынса. Әтәс тауыштары, быҙау мөңрәүе артта ҡалды. Болон аша һалынған юлдан ҡыҙ Ҡыҙылъярға елдерә. Һарыҡ фермаһы һалынған тау шулай атала. Арттан берәү тауыш бирҙе. Лира икән.
- Һин иртәләгәнһең.
- Беренсе көндән йоҡлап ятһам…
- Беләм, һин тырыш. Яҡшы ла уҡының, фермала ла оятҡа ҡалмаҫһың.
- Мин башҡаса булдыра алмайым.
- Харап инде һин, Хафиза: унамайһың-көлмәйһең, гел дә етди йөрөгән булаһың. Ә йәшлек үтә лә китә, тиҙәр.
- Белә-күрә шулай шулай тимәң инде.
- Һин бер кемдән кәм түгел. Хатта өҫтөн. Күп егеттәр һине оҡшата.
- Кит, юҡты һөйләмә.
- Юҡты һөйләмәйем, - Лира ҡыҫыҡ күҙҙәрен тағы ҡыҫа төшөп дуҫына ҡараны.
Алда Ҡыҙылъяр күренде. Тау ауыл яҡтан килгәндә йомро. Оҫта һалынған кәбәнде хәтерләтә. Шулай күренһә лә шаҡтай ҙур урынды биләй. Көньяҡ-көнсығышы Төрөпкилде ауылына табан һуҙыла, һул яҡтан текә ҡыҙыл балсыҡлы яр менән тамамлана. Аҫта Әй йылғаһы һыубаҫар йәм-йәшел болондары, бөҙрә тал-муйылдары, бейек тирәктәре менән донъяны йәмләй. Көньяҡ-көнсығыш яҡ иһә Асытау һырттары менән тоташа. Тауҙа ҡаты ҡылған үҫә, был һарыҡтар аҙығы инде. Бик яраталар, тиҙ көрәйәләр.Түбәндә Дауыт ҡыштауы, Суйын төбәк, Дәүләтъяр төбәктәре йәшел бәрхәт булып ята. Ярайһы киң урындар. Игенлек Асытау янында ғына.
Хафиза менән Лира артынан башҡалар ҙа күренде. Бер туған Лида менән Лена былтырҙан эшләй. Егеттәрҙән Илфат, Зәбир килде. Көттөрөп кенә һытыҡ сырайлы ферма мөдире Фәҡирйән ағай, уның менән ветврач Данис килделәр.
- Айыра башларға кәрәк. Егеттәр, ҡапҡаға баҫығыҙ. Ҡыҙҙар, икәүегеҙ эскә инегеҙ, - Данис ағай бойороҡтар бирә, - ҡалғанығыҙ тышта.
Саҡ ҡына ҡыҫылған ҡапҡаға килгән һарыҡтарҙы берәмләп тотоп алып башҡа кардаларға ябалар. Оло тауыш ҡупты. Әсәләренән айырылған бескеләр, йәш орғасылар йөрәк ярғыс итеп баҡырышалар. Малдар дөрөп сығып китмәһен өсөн ҡапҡалағылырға тырышырға тура килә. Һарыҡ кеүек аңра, һөмһөҙ мал юҡ, тиҙәр. Ысынлап та шулаймы, юҡмы? Бик йәлдәр инде. Ямғыр һыуҙары, мал тиҙәге ҡушылып йәшел батҡаҡ барлыҡҡа килтергән. Малҡайҙарҙың шунда ятып йоҡларға тура киләсәген уйлап Хафизаның күңеле тетрәнде.
«Ниңә алмаш карда төҙөмәйҙәр икән?» - тип уйланы. Был уның эш хаҡындағы тәүге уйы ине. Эстән ҡыуғандарҙың да, башҡаларҙың да өҫтәре ҡарағыһыҙ булды. Төшкә тиклем мәж килделәр. Бескеләр, орғасылар, ике төркөм инәлектәр айырылды.
Хафиза Илфат менән эшләргә тейеш икән. Сибек, сыйылдаҡ тауышлы, тәпәш кәүҙәле егетте Хафиза һис тә оҡшатманы. Күнмәй хәл юҡ инде. Ямғыр һыуына арлы-бирле ҡул йыуып алдылар ҙа сумкаларындағы аҙыҡ менән тамаҡ ялғанылыр.Эш башланды. Бер нисә көн һауа матур торҙо. Төшкә тиклем тауҙа көтөп, йылға буйына төшәһең. Малдар һыу эсә, ятып та алалар. Көтөүселәр ут яғып сәй ҡайната, картуф бешерә.Тәүге көндәр ауыр һымаҡ тойолманы. Күп тә үтмәй ямғырҙар башланды. Һарыҡтар һыулы үләнде яратмай, баштарын түбән баҫып, йыбырлашып китәләр ҙә китәләр. Ҡоро үлән эҙләйҙәрме икән әллә? Асытау янына сыҡһаң, бойҙай баҫыуына баҫыша башлайҙар. Көтөүселәр табындың ике башында йөрөй. Бер көн, көн буйы яуған ямғырҙан һуң, малдыр кардаға кермәй этләште. Сей батҡаҡта кемдең ятҡыһы килһен.
Ҡыҙ лысма һыу фуфайкаһын көскә күтәреп ҡайтып етте. Иртән, яҡтырып етмәҫтән тағы эшкә. Кейеме кибер-кипмәҫ. Был көндө Илфат килмәне. Хафиза арыманымы һуң? Боттары шешек кеүек. Бөгөн дә яуа. Ҡыҙ малдарҙы көнсығыш битләүҙә генә йөрөттө. Игенгә инһәләр, бер кешегә сығарыуы ай-һай! Хафиза янында Илфат үҙен нисек тоторға белмәй ыҙалана. Артыҡ етди ҡыҙ, юҡ-бар һөйләп ултырырға ярамай. Берәй шаяныраҡ, шуҡ ҡыҙ булһа, ҡуплап-йөпләп егетте йүгертер генә ине. Хафиза хәйлә-маҙарҙы бөтөнләй белмәй. Улай итәбеҙ, былай итербеҙ, тип эш хаҡында һөйләй ҙә бөттө-китте. Әллә арыны, әллә үсекте. Егет шәрәмәте инде ике көн юҡ. Кисен Хафиза малдарҙы кардаға индерә алмай бер булды. Ҡараңғы ла төштө. Юҡ, инмәгәс – инмәйҙәр. Карда эргәһендәге ҡарт ҡайын төбөнә өйөлдөләр. Улар ҙа арыған, ята башланылар. «Шунда ҡунырмынмы икән?» – тип ҡото оса башланы ҡыҙ баланың. Бөтөнләй ҡараңғы төшкәс, ҡарауылсы Зөлфиә апай килде. Һарыҡтар янында көжөрәйгән ҡыҙҙы күреп иҫе китте. Йәлләне, буғай.
- Бар, һин ҡайт. Мин сығып ҡарап торормон. Төндә ҡайҙа китерҙәр тиһең.
Дөм-ҡараңғы тимәй, ҡурҡыныс тимәй, ҡыҙ Байсауыл урманы аша ауылға йүгерҙе.
…Иртә матур килде. Ямғыр туҡтаған. Хафиза тағы беренсе булып килеп етте. Һарыҡтар өйөлөшөп кенә ята. Ҡыҙ шатланды, малдарҙы ашыҡтырманы. Илфат та килде. Нимә тиергә инде ошо бәндәгә?
- Көн аяҙ саҡта алмаш йөрөрбөҙ, - тине ҡыҙ ҡәтғи итеп. – Мин иртәгә ял итермен, бөгөн килгәс ҡайтмайым инде.
¦ҫмер һүҙһеҙ генә ризалашты. Бүтән ҡыҙ булһа, сар-сор әрләшер ине, был ауыҙына һыу ҡапты. Егеткә ҡыйын булып китте.

* * *

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында көҙҙәр холоҡһоҙ килә. Ямғыр бер башлаһа, айҙар буйы туҡтамай. Килә лә яуа, килә лә яуа. Ҡалын мамыҡ фуфайка кискә күтәргеһеҙ була. Бер бөртөк ҡоро ебе ҡалмай. Хафиза эштән ҡайтыуға оло икмәк мейесе яғыла. Әйберҙәрҙе уның тирәләй элеп сығалар. Тик ҡайһы берәүҙәре кибеп өлгөрмәй. Ҡыҙ өҫтәл клеенкаһын үҙе менән йөрөтә. Мал артынан йүгергән кешегә был ҡотолоу юлы түгел. Бына шулай. Тормош тотошо менән һарыҡ көтөү, йоҡлау һәм тамаҡ ялғауҙан ғына тора һымаҡ. Шуның өсөн был эштә бала-сағалы ҡатындар эшләмәй.
Ашлыҡ урылып алынғас, чабандарға хөрриәт асылды. Бөтә яланды иңләп ҡамыл төбөндәге ваҡ үләнде, ҡалған башаҡтарҙы сүпләйҙәр малҡайҙар. Көрәйеп, йомортҡалай йоп-йомро булдылар. Уның ҡарауы һыу буйында сәй ҡайнатып, картуф бешереүҙәр бөттө. Аҙыҡтары үҙҙәре менән: бер шешә һөт, йомортҡа, бер һыныҡ икмәк. Эстәренә йылы төшмәй тиерлек. Иртәләрен туңдыра башланы, чабандар һаман яланда. Октябрь һуңы етә. Рашҡы, боҙло ямғыр яуып үтә. Борғанаҡ ерҙе ҡаплай, тағы ҡояш ҡараған була, иретеп ебәрә. Һарыҡ көтөүе ҡар ныҡлап ятмай, ҡураға инә алмай. Хафизаның һуңғы ваҡыт биле талып тик тора. Әллә һыуыҡ бәрҙе, әллә көс төшөүҙән. Иртән резина итек менән аяҡ туңа. Ҡыҙ түҙә алмай бөйөр тураһына бейәләйен һала ла, туң ергә ята. Биш минут ҡына булһа ла талған ағзаларына ял бирә. Бөтә төркөмдәргә лә Шишмәтауҙағы шыҡһыҙ аҙбарҙарға ҡайтырға ҡушылды. Лена менән Лида төркөмө Байсауыл аҫтындағы кардаларҙа ине. Хафиза менән Илфат ташлы юлдан төшөп килгәндә уларҙы шәйләмәй ҡалды. Ике төркөм мал ҡоторған кеүек илерешеп бер-береһенә ташланды. Аҡҡан һыуҙы бороп булмаған кеүек, уларҙы ла туҡтатыу мөмкин түгел ине.
- Йә, Шишмәгә бергә ҡыуырбыҙ, исмаһам. Йәй буйы кеше бите күрмәйбеҙ, һөйләшеп йөрөрбөҙ, - олораҡ ҡыҙ Лида шулай хәл итеп ҡуйҙы.
Көн асылды… Шишмәгә килгәс тә әле һаман көтөүгә йөрөйҙәр. Ҡыҙҙарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ана, парға һөрөлгән баҫыуға йәм-йәшел үлән үҫкән. Ҡамыл төптәре таҡырайғас, малдар нимә ҡабырға белмәй. Йәшеллекте күреп, күҙҙәре аларған малдар шунда ташланды. Һары сәскә лә атып өлгөргән үлән тиле шалҡан икән. Арыған ҡыҙҙар иркенләп тын алды. Һарыҡтар күптән күмәгән йәшеллекте ауыҙҙарына тултыра.
- Ҡара әле, Лена, анауында бер һарыҡ йығылған.
- Ни булды икән?
- Эсе тауҙай.
- Хафиза, ҡара әле, тағы берәү йығылған.
- Уф, ана, өсөнсөһө, дүртенсеһе…
- Бишәү, етәү…
- Ҡыҙҙар, әллә ағыулы үләнме ул?
- Йүләр, эсе күбә бит, аңламайһығыҙмы ни?
Йәндәре алҡымына тығылған ҡыҙҙар таяҡлап малдарҙы үләндән сығарырға ташланды. Уларҙың айырылғыһы килмәй, ҡабат-ҡабат боролоп китмәксе була.
Үкереп илаған ҡыҙ балаларҙың йөрәктәре ярылырға етеште. Был ҡот осмалы хәл күңелдәрен ҡатырҙы. Улар, беләктәре ауыртҡансы малдарҙы ҡайыҙлай торғас, был үлемесле урындан алып сыҡты.
- Әйҙәгеҙ, йүгертәйек. Ҡорһаҡтары кәмәләй булған бит.
Йәшеллек араһында илле һарыҡ мәйете ятып ҡалды.Ниҙер һиҙгәндәй, ферма мөдире уларға ҡаршы сабып килә. Дөрөҫө, ырҙын мөдире күреп ҡалып, хәлде еткергәйне. Меҫкен ҡыҙҙар өҫтөнә ҡатлы-ҡатлы һүгенеү һүҙҙәре яуҙы. Fүмерендә бындайҙы ишетмәгән Хафиза аңламай ҙа ҡалды. Малдарҙы йүгертеп ҡыуалайҙар. Шулай алып ҡайтып яптылар. Хәрәкәттән ашҡаҙандары эшләп китте, ахры, бүтән йығылманылар.
- Йөрөтөүҙән туҡтатмағыҙ. Алмашлап ҡыуалап, йөрөтөп тороғоҙ.
Лида менән Илфат ҡыуаларға булды. Хафиза менән Лена ял итергә керҙе. Ферма биналарынан өҫтә ырҙын табағы. Унда бөтә колхоздың игене йыйыла. Ашлыҡты киптереп, таҙартып заготзерноға оҙаталар. Бында эш ҡыш буйы туҡтамай тиерлек. Ҙур кирбес мейесле йорто ла бар. Ҡыҙҙар шунда йылышты. Ырҙын мөдире Әмин ағай ҡараңғы сырайлы, бер ҙә йылмаймай-көлмәй торған кеше. Әле лә ҡыҙҙарға йәмрәйеп ҡараны. Мейес янына йылышҡан ҡыҙҙарға:
- Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә төрмәгә тығасаҡтар, - тип йән өшөткөс хәбәр һалды.
- Бөгөн ҡайтмайһығыҙ, төн буйы һарыҡтарҙы ҡарағыҙ, - ферма мөдире шулай тип ҡайтып китте.
Ҡыҙҙар сумкалағы ҡаты-ҡото менән сәй эскән булдылар. Эскә йылы төшкәс, иҙерәтеп йоҡо килә. Мейес башына үрмәләнеләр.
- Преступниктәр, етмәһә, йылыға менәләр. Һеҙгә иҙән дә ярар ине. әллә ысын, әллә юрый шулай һөйләнә Әмин ағай. Хафиза кирбестәрҙең иң ҡыҙған урынына ятты. Һалҡындан, ауыр кейемдән талсыҡҡан тән ял һорай. Бер сәғәт йоҡланылар, буғай. Илфат менән Лида кереп тәгәрәне. Саҡ ҡына хәл алырға өлгөргән ҡыҙҙар төнгө ҡараңғылыҡҡа, әсе елгә сыҡты.
- Оҙағыраҡ йөрөргә тырышайыҡ, оҙағыраҡ ял да итербеҙ.
- Шулай итербеҙ.
Туңған аяҡтары иҫ белмәй башлағас ҡына инделәр. Шыҡырлатып туңдырып ебәрҙе. Хафиза тағы эҫе кирбескә ятты. Таңға табан малдар ҙа, чабандар ҙа арманһаҙ булды.
- Йә, сыҡмай торайыҡмы? Бүтән йығылмайҙар бит.
Ике сәғәт ял итеп алыуға, ферма мөдире килеп етте.
- Барығыҙ, начальство килерҙән алда, ауылдан аҙыҡ килтерегеҙ. Күберәк булһа ла мишәйт итмәҫ.
Ҡоттары ҡалмаған ҡыҙҙар ауылға юл тотто.
- Ауылҡайыбыҙҙы һуңғы тапҡыр күрәбеҙҙер ул, - Лена буҙлап илап ебәрҙе. Шаянлығы бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
- Эйе шул, «Аҙыҡ килтерегеҙ», - ти бит.
- Йә, ҡыҙҙар, алдан яр һалмай торайыҡ. Мин бөтөнләй башҡаса уйлайым.
- Ҡалай уйлайһың, аҡыллы баш, отличница? – Илфат сәнстереп алырға тырыша. Уҡыу алдынғыһының улар менән һарыҡ көтөүенә эстән генә ҡыуана, буғай.
Хафизаның тәне еңеләйеп киткән, шуға рәхәтлек кисереп килә. Эҫе кирбес шифаһы тейгән инде.
- Мин беҙҙе төрмәгә ултыртмаҫтар тип уйлайым. Беҙҙең ғәйеп тә юҡ. Ҡайҙа, нисек көтөргә өйрәткәндәре бармы?
- Баштан һыйпарҙармы? – Илфат та үҙ һүҙен бирергә теләмәй.
- Түләтерҙәр тип уйлайым.
- О-0-0! Fүмер буйы баш түләүҙән сыҡмаясаҡ улай ҙа.
- Ҡалай ҙа насар инде, их ни эшләргә?
Ул арала ҡайтып етеп өйҙәренә таралыштылар.
Хафиза өйгә килеп инеүгә намаҙлыҡ өҫтөндә ултырған әсәһен күрҙе. Әсә ҡыҙын күреү менән доға ҡылып ғибәҙәтен тамамланы.
- Бөтә ишеттем, балам. Шунда уҡ истихарә доғаһы уҡып, серемгә киттем. Сәскәләр тотоп төшөмә индең, иншалла, бер ни ҙә булмаҫ. Ҡурҡма.
Самауыр ҡайнаған, бәрәңге бешкән ине. Күрәһең, әсә көтөп торған.
- Аҙыҡ алырға ҡайттым.
Тыштан атаһы инде. Ҡыҙын күреп илап ебәрҙе. Ул шулай йомшаҡ күңелле ине. Йәйге-көҙгөһөн ҡушып эшләгәне өсөн байтаҡ иген биргәйнеләр. Рәхмәтулла ҡарттың ҡыуанысының сиге булманы. Ул да хәҙер ҡыҙын имен ҡалдырмаҫтар тип бик ҡурҡа ине.
- Атаһы, баланы ҡурҡытма, сеү.
Ҡарт йыуынып өҫтәл янына ултырҙы, көрһөндө. Телсәр кеше һүҙ таба алмай интегә.
Хафиза тиҙ-тиҙ сәй эсеп, амин тотоп тороп та китте.
- Әсәй, икмәк бармы? Күберәк алырға ҡуштылар.
- Икәү бар, алырһың.
Икмәк, бешкән картуф, һөт, әҙерәк май алды. Сумка тос ҡына килеп сыҡты.Ҡарттар ҡыҙҙы ҡапҡаға тиклем оҙатты. Әсәһе туҡтауһыҙ уҡынды. Хафиза беренсе булып килеп етте, уның артынса бүтәндәр күренде. Малдар имен, уларҙы сығармай торҙолар.Сәғәт ун тирәһендә ике «УАЗ»икка тейәлеп башлыҡтар килеп төштө. Милиционер юҡ ине.
- Ҡыҙҙар, үлгән малдар янына бара башалағыҙ.
Башлыҡтар килеп малдарҙы ҡарай башланы. Ҡыҙҙар колхоздың зоотехнигын, ветврачын таный. Ҡалғандары райондыҡылар, ахырыһы.
- Эстәре ташҡаны көн кеүек асыҡ, - тине берәүһе.
- Ҡыҙҙар, бар, эшегеҙҙә булығыҙ, - икенсеһе ҡул һелтәп ҡуйҙы.
- Ҡарағыҙ уны, был яҡҡа атлата күрмәгеҙ.
Аңламай булалармы. Ҡыҙҙарҙың күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, һөрлөгөшөп китеп барҙылар. Ҡот осҡос тиргәү, кәмһетеү, һуңынан ҡулға бығау һалып алып китеүҙе көткән йәштәр ҡотолоуҙарына ышана алмай аптыраны.
- Беҙ ҡотолдоҡ, - тине Хафиза.
- Ҡотолорһоң, ҡотолмай ни!
- Ҡыҙҙар, улар үҙҙәре ғәйепле түгелме?
- Эйе, беҙгә бер нәмә өйрәтмәнеләр.
- Завферманың эскенән башы сыҡмай.
- Йә, әйҙәгеҙ. Бахыр һарыҡтар. Уларға ла тынғылыҡ булманы, көтөүгә алып сыға һалайыҡ.
Алыҫҡа алып китеп, эңергәсә йөрөттөләр. Икенсе көндө бер кем килмәне, өсөнсө көнөн дә… Аҙна үтте. Һағайып ҡына йөрөгән ҡыҙҙар тыныслана төштө. Ҡар яуҙы. Аҙбарға инделәр. Башҡа мәшәҡәттәр баҫып китте. Түрәләр ни хәл иткәнен чабандар белмәне Үҙҙәренең ғәйептәре булмағанына ғына төшөндөләр.

* * *

Фермалағы хәлдәр йән көйҙөргөс ине. Инәлектәр Ҡыҙылъярҙа ҡышлай. Уларға таштан һарай һалынған. Йүнлерәк монаят та шунда. Шишмәлә беске тәкәләр, орғасылар. Меңләгән һарыҡҡа бер ҡойо, һыуын ҡул менән алаһың. Ялғаштар ағастан соҡоп эшләнгән, уларға өс-дүрт сүмес һыу һыя. Силос, бесән һалғандан һуң көнө буйы көйәнтәләп һыу ташыуҙан бушамайһың. «Мал тотҡас, ниңә шул тиклем интектерәләр икән?» – тип аптырай Хафиза. Илфат ир-егет булыуынан файҙаланып, йүнлерәк ялғаштарҙы үҙенә алып ҡуйған. Хафиза уның менән һуғыша алмай бит инде. Хөрәсән, етмәһә, ҡыҙҙы оҡшатып маташа. Хафиза янына ырҙында эшләгән Fәйфулла килеп китә. Ҡайҙалыр ситтә урыҫ араһында үҫкән. Ҡыҙғылт йөҙлө, һары сәсле егет. Уны урыҫ Fәйфулла тип йөрөтәләр. Ике туған апаһында йәшәй. Ҡыҙ нескә беләктәре менән бесән аҡтара алмай тартышҡанда йә ҡойонан һыу ташығанда пәйҙә була. Көслө егет күп итеп бесәнде умырып ташлай, һыуын да ташыша. Ҡыҙ Fәйфулланың ғашиҡлығын, ихласлығын тоя. Тик тәмәке еҫе аңҡып торған егеткә эстән генә ерәнеп ҡарай. Илфаттың эсе көтөрләй. Бер көн көсө етмәҫен уйлап тормай көндәшенә ташланды. Fәйфулла уны, себеш урынына ла күрмәй, елкәһенән тотоп алды. Башын ҡойоға тыҡты.
- Шулай петушиться итәһеңме, ҡойоға төртөрмөн дә төшөшөрөрмөн.
Илфат өндәшмәй, нимә эшләһен инде сибек кенә әҙәм. Хафизаның ҡото осто. Уның арҡаһында тауыш сыҡһа, ниндәй ғәрлек! Егеттәрҙең араһына инеп, көскә айырып алды.
Тора-бара ауыр эшкә күнегә төштө. Йөйөнә ҡарап ҡына кәбән аҡтарырға ла өйрәнде.Ҡыҙҙың тырышлығын, эшкә бөхтәлеген күрә башланылар. Башҡалар эштәрен арлы-бирле бөтөрә һалып ферма өйөндә кәрт һуҡҡанда, ул һаман һарыҡтары янында. Хафиза ҡараған малдар матур, йомро, ҡойроҡтары ла шалтырап тиҙәккә ҡатмаған. Көр малға бысраҡ йоҡмай. Яҙға уны райондың алдынғы комсомолецтары слетына ебәрҙеләр. Унда нимә һөйләгәндәрен хатта иҫләмәй ҙә. Слетты ул арыған ағзаларына ял һымаҡ ҡабул итеп, арттағы урында йоҡлап ултырҙы. «Яҡшы эшләү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк, ә һүҙ һөйләргә түгел, - тип уйланы. - Ҙур ялғаштар эшләү, һыуҙы мотор менән сығарыу, силос соҡорон фермаға яҡыныраҡ ҡаҙыу ҡыйынмы ни?» Һәр нәмәгә Хафизаның фекере бар. Юғарыраҡтағылар шуны белмәйме? Оялсанлыҡ уға һүҙ алып һөйләргә ирек бирмәй. Маҡтау грамотаһы, бик матур авторучка бүләк иттеләр. Ашханаға алып барып, бушлай ашаттылар. Эстәре бошоусылар, Хафиза менән бер рәттән беҙ ҙә эшләп йөрөйбеҙ, тиеүселәр табылды. Ләкин һөҙөмтә күҙгә бәрелеп торғас хәбәрҙәр тиҙ тынды.

* * *

Хафиза ҡабаҡтарын ауырлыҡ менән асты, иҙелгәндәй кәүҙәһен саҡ ҡуҙғатып тороп ултырҙы. Кескәй генә яҡтылыҡ һирпкән кәрәсин лампаһының филтәһен күтәрҙе. Ике сәғәт йоҡлап алған икән. Был ике минуттай ҙа тойолманы. Их, йән белмәй берәй тәүлек йоҡлаһаң ине. «Йоҡларға ярамай, һис тә ярамай», - мейеһендә шул уй ғына тора. Яңы тыуған бәрәстәрҙең туңып ҡуйыуы бар. Йәш ҡатын фонарь ҡабыҙҙы. Ағзаларын йән-яҡҡа ташлап йоҡлаған Файзаны уятты.
- Тор, аҙбарға сығайыҡ.
Ҡыҙ иләүһерәп тороп ултырҙы ла, йәнә йығылып йоҡлап китте.
- Йә-йә, әсәйең ҡуйынында түгелһең. Иркәләнмә! - Ҡыҙ уянды, аңына яңы барып етте.
Һалҡын һауа тын юлдарын өтөп алды. Ҡырҡ градусҡа еткәндер, биллаһи. Бына шундай төкрөк төшкөһөҙ һалҡында һарыҡтар кемуҙарҙан бәрәсләй башлай. Төнөнә унарҙы ҡойоп ҡуялар.Оҙон таш һарайҙа ике төркөм. Бер башында Раушан менән Хафиза, икенсе яғында Файза менән Нәсим. Ҡыҙҙар бөгөн ҡунып ҡалды, ир-егеттәр ҡатып китте. Аҙбар эсе дөм ҡараңғы. Һарыҡтар мырт-мырт көйшәй, әсе еҫ танауҙы яра. Хафиза фонарен күтәреп бәрәсләгән һарыҡ эҙләй. Ана бер ҙур ғына һарыҡ ике бәрсен алмаш-тилмәш ялай, үҙе мыҡырҙай. Бәрәстәр ҡалтыр-ҡолтор тороп имсәк төрткөләргә итә. Аһа, елене һөттән ташҡан даһа! Быларҙан өмөт бар былай булғас. Арыраҡ тағы бер бәрәс тызылдай. Инәһе яламай, бәзерәйеп тик тора. Тәүге бәрәсләгән, буғай. Аяғы менән тып-тып баҫа, ҡурҡыта, йәнәһе. Хафиза утлыҡтан бесән алып бәрәсте ҡоротоп һөртә. Ҡарышып маташҡан белекһеҙҙе йөнөнән матҡып тотоп ала, еленгә төртә. Әһә, хәлһеҙ генә итеп һура башланы. Буяу һауытын алып һарыҡҡа, бәрәскә номерҙар һуға. Инәһе бер булһа, бәрәсе лә бер номерлы йөрөтөлә. Аҙашмаһындар тип был юлды Хафиза үҙе башлағайны, хәҙер бөтәһе лә шулай итә.Тағы бер бәрәсте инәһе тапҡан да киткән дә барған. Ундайҙарына һыйыр һөтө эсерергә тура киләсәк. Йә үлә, йә ҡала инде. Ана бер шәп кенә һарыҡ, аяғын айырып бәрәсен имеҙә. Бүтән күренмәй, шикелле. Етемде ҡуйынына тығып ҡатын ферма өйөнә атлай. Был йоҡо бирмәй тызылдар инде. Шундай ваҡ, мәшәҡәтле эш һарыҡтар бәрәсләтеү. Төнөнә өс-дүрт урарға тура киләсәк. Декабрь, ғинуар,февраль шулай үтә. Мартта кәмей төшә, көндәр ҙә йылыта. Өс-дүрт айҙа мал ҡараусылар аяҡтан яҙыр сиккә етә. Өйгә инделәр. Мейес һыуып бара, яҡһаң, иртәрәк. Малсыларға бер кем дә утын килтереп ауҙармай, үҙҙәре әрәмәнән ташый. Файза башын терәү менән йоҡлап китте. Хафиза етемгә һөт йылытып эсерҙе. Шунан Файза янына ятты, тик йоҡоһо осҡайны инде. Лампа ла төтәй башланы, кәрәсине бөткәндер. Ҡатын уны һүндереп ҡуйҙы. Ҡараңғылыҡ менән бергә иҫәпһеҙ-һанһыҙ уй көтөүе ябырылды…
Хафизаның һарыҡта эшләүенә көҙгә ун йыл тула инде, Алла бойорһа. Теге хәйерһеҙ көҙҙән һуң Фәҡерйәнде эштән сығарҙылар. Әхмәт ағай мөдир булып китте. Ул ҡыҙыу, егәрле ине. Һүҙҙәрен йотоп, ашағып, бытырҙап һөйләшә. Ҡулында һәр ваҡыт сүкеш, балта һәм ҡаҙау. Күҙенә күренгән ватыҡ-емеректе төҙәтеп-рәтләп йөрөй. ¦ҙенә лә, кешегә лә талапсан. Режим үтәлгәнен иренмәй күҙәтә. Нимә юҡ, булдырырға тырыша. Бына шул кеше бөтә ферманы берләштереү сараһын күрҙе. Инәлектәр, бескеләр, орғасылар Ҡыҙылъяр фермаһында. Мал өсөн яҡшы ғына ике оҙон һарай һалынған. Ялғаштар ҙа ҙур, арыу, һыуҙы ла мотор сығара. Һарыҡтарға йәм-йәшел болон бесәне ашаталар. Эш ни, барыбер, ауыр, тынғыһыҙ. Ауылдан шаҡтай йыраҡ, алты саҡрым самаһы. Ат менән йөрөйҙәр. Бер йыл бескеләр ҡарағас, ҡыҙҙың тырышлығын күреп, инәлектәр төркөмөнә күсерҙеләр. Элек йөҙ һарыҡтан етмеш-һикһән, күп тигәндә туҡһан бәрәс үҫтерәләр ине. Хафиза тәүге йылында уҡ йөҙ һарыҡтан йөҙ бәрәс алып, районда беренсе урынға сыҡты. Артабан йөҙ ҙә унға еткерҙе, шунан төшмәй күпмелер арттыра барҙы.Эшен баһаланылар: байрам һайын маҡтау грамоталары тапшырҙылар. «Социалистик хеҙмәт ударнигы», «Атҡаҙанған чабан» исемдәре бирелде, юбилей миҙалы менән бүләкләнде.Бындай маҡтау, данлау ваҡыттары берәр сәғәтлек ваҡиға була. Эшләгән эш айҙар-йылдар дауам итә. Шуның өсөн Хафиза дан өсөн эшләйем тип уйламай ҙа. Хатта иғтибарһыҙ ҡалған хәлдә лә барыбер шул кимәлдә эшләр ине, сөнки ул башҡаса эшләй алмай. Хеҙмәтемде күрһендәр тип тырышмай бит ул. «Малдар интекмәһен, уларға яҡшы булһын», – ҡыҙҙың төп маҡсаты шул ине.
Эйе, Хоҙай унан эш бәхетен йәлләмәгән инде. Ләкин донъя эштән генә тормай бит инде.
Йәш саҡта һәр кем мөхәббәтен көтә, ашҡына, күңеле менән булһа ла эҙләй. Хафиза ла таштан яралмаған, күңеле лә бик нескә, яраланыусан, хисле-дәртле лә. Дөрөҫ, уға күп егеттәр иғтибар күрһәтә. Уңғанлығы, етеҙлеге, кәүҙә, төҫ һылыулығы уның кәмселеген юйып ташлаған төҫлө. Тик нәҡ уның теләгәне генә юҡ. ¦ҙе артығы менән етди, тәртипле, тәүфиҡлы бала. Шундай уҡ сифаттарға эйә булған егеттәрҙе уның күргәне-осратҡаны юҡ. Ауылдың гармунсыһы, бейеүсе-йырсыһы Алик бигерәк ныҡыш. Ләкин тәкәббер, әрһеҙ, хатта тыйнаҡһыҙ булыуы менән ҡыҙҙың күңелен ҡайтара. Күп ҡыҙҙарҙың намыҫынан көлөргә өлгөргән инде. Класташы Fәзимйән дә зәңгәр күҙле, һары сәсле, төҫ-башҡа бына тигән булып үҫеп етте. Аликтан ҡалышһа ла, ул да гармунсы. Күҙен йылтыратып, ауыҙын йырып Хафизанан күҙен алмай йөрөгән була. Аликтан ҡурҡып Хафиза Fәзимйәнгә күңел һалды. Fашиҡ булыу, үлеп яратыу юҡ инде. Ҡайҙан табаһың бар яҡтан килгәнде. Fиффәтлелек, ҡыҙ сафлығын бар нәмәнән өҫтөн һанаған ҡыҙға үҙен һаҡлап йөрөү иң мөһиме. Уның тиҙерәк эйәле-башлы булғыһы килә. Әсәһе лә асыулана, әйтерһең, Хафиза ғәйепле.
- Туҡта бер көтөү арлан эйәртеүеңде.
- Мин уларҙы саҡырып йөрөтмәйем, кәрәктәре лә юҡ.
- Һинән һорап та тормаҫтар. Көндәр буйы ялан-япанда йөрөйһөң. Намыҫыңдан яҙһаң, мин күтәрә алмам.
Хафиза ояла, башын эйә.
- Йә, кемгә сығаһың? Йән көйөгө, күҙ яуы булып йөрөмә.
- Fәзимйәнгә сығырмын. Ул йыуаш кеүек.
Ун туғыҙ йәшлек Хафиза ун һигеҙ йәшлек Fәзимйәнгә сығып ҡуйҙы. Хәлдәренсә туй үткәрҙеләр.Ҡәйнә кеше килендең ҡарлуғастай осҡор-һылыу булыуын, гүйә, күмәне лә. Фәҡәт уның кәмселеген генә күрҙе. Гел шуны туҡыны. «Тик «биш»кә уҡыған көйөмә, һинең мәүкәйеңә сығыр инемме ни? Күҙем ауыртмаһа, әллә кем булырға уҡыр инем», - тип уйлай ҡыҙ эстән генә. Ҡәйнә май-ҡаймаҡ, йомортҡа кеүек ризыҡтарҙы үҙенең ҡул аҫтында тота. Улына айырым ашата. Киленгә ни икмәк-сәй ҙә яраған. Хафиза ауырлы. Был ҡыш ул тиклем һиҙелмәй үтте. Fәзимйән ҡатыны менән бер төркөмгә эшкә сыҡҡайны. Ни тиһәң дә ир кеше ауырлы бисәкәйен аябыраҡ ҡына йөрөнө. Яҙға Әмирйән тыуҙы. Бала үтә илаҡ. Ауыр эш, янып-көйөп йөрөүҙәр үҙенекен иткәндер. Йәш ҡатын йәйҙе мыжыҡ бәпес менән мәж килеп үткәрҙе. Ирекәйе иркенләп йәшәй. Клубҡа уйынға сыға, соланға йоҡларға күсте. Уның таң алдынан ҡайтып ятҡанын белһә лә, йоҡламай аңҡы-тиңке булып бөткән Хафиза өндәшмәй. Битараф кеүек йөрөй.
Тағы көҙ етте, Fәзимйәнде колхоз шоферҙар курсына ебәрҙе. Ҡатын ҡаршы килмәне, ире тимер-томор эшенә маһир. Ярай, һөнәр алһын.
Урмандар һаҡлаулы. Кешеләр тал утын менән көн күрә. Утын йүнләү Хафиза елкәһенә төшә. Бәпесте ҡәйнәһенә ҡалдырып, бәләкәй сана һөйрәп, күл буйына киткән була. Йығылып ҡороған ҡарама, муйыл ботаҡтарын утын рәүешенә кертеп, туранан алып ҡайта. Эрерәктәренә көсө етмәй инде. Был ҡыш фермала эшләгәнгә ҡарағанда ауыр булды. Йәш ҡатын ябыҡты, хәлһеҙләнде. Йәмһеҙәйеп тә китте, аяҡтары ҡыу ағас кеүек ҡалды. Ул арала ире курс бөтөрөп ҡайтты. Унан ҡатынға файҙа юҡ, сәсеүгә йөрөй. Кешеләр Fәзимйәнде Фәймә менә йөрөй тип һөйләйҙәр. Йөрөһә - йөрөр. Ул сиртһәң, ҡаны сәсрәрлек алһыу-аҡ битле, шат күңелле. Хафиза кеүек төртһәң, аунарға тормай. Ул бер көн инде йәше тулған Әмирйәнде күтәреп әсәһенә китте. Ҡоро һөйәккә ҡалған ҡыҙын йәлләүҙән әсәнең үҙәге өҙөлдө. Самауыр ҡуя һалды, йомортҡа булһа ла бешереп ашатырға тырышты.
- Балам, әллә гел ас йөрөйһөңме? Бөткәнһең бит.
Хафиза илап ебәрҙе.
- Кейәүең өҫтөмдән йөрөй, әсәй. Ҡәйнәм ҡаға.
Хәкимә апай туҙып китте. Ул артыҡ ғәрсел, намыҫлы кеше. Ир менән ҡатындарҙың никахһыҙ бәйләнешен башына ла һыйҙырмай, аңына барып етмәй.
- Аһ, йөҙҙәренә сарыҡ ямаған нәмәләр! Һыйыр тиҙәгенән ат тиҙәген айыра алмаған томаналарға ҡыҙ биргәс ни. Эсемә һыйған балам тышыма ла һыймаймы?
Ул ат менән эшләгән күршеһе Бәҙригә йүгерҙе. Берәй хәл булһа, уның сир-сырхауҙары юҡҡа сыға. Дөбөр-шатыр итеп егелгән Туратты килтереп тә еткерҙе.
- Киттек, әйберҙәреңде барып алайыҡ. Хафиза ла ике уйламай ризалашты ла ҡуйҙы.
Ҡәйнә ҡарсыҡ ауыҙын күмәстәй итеп турһайтып:
- Туҡмаҡ ашамаған, әр ишетмәгән ҡыҙыңды алып ҡайтаһыңмы? Әйҙә, алып ҡайта күр! Бер күкәй ҡайҙа серемәгән, - тип сатырлап тора. – Исмаһам, шат сырайлы, һөйләшергә белгән килен бите күрермен.
- Бәҫһеҙлеккә һалып ҡуйырға артыҡ балам юҡ! Әнә, шәп килен алып йәшәй күр.
- Йәшәрбеҙ, «дуйт» иттереп йәшәрбеҙ.
Ҡарсыҡтарҙың береһенең дә үҙ һүҙен йығасағы, бирешәсәге юҡ ине.Кисен, исем өсөнме, Fәзимйән килде. Уны өйгә индермәнеләр.
Хафиза ҡайтанан ата йортонда йәшәп китте. Тәүге көндәрҙә ашап та, йоҡлап та туя алманы.
- Баланы тамам арыҡлатҡандар, - тип һөйләнеп бушаманы әсәһе.
Fаиләнең йәнә тулы булыуына атаһы ла, әсәһе лә ҡыуанып йөрөгән кеүектәр. Бәләкәс Әмирйән һөйкөмлө һөйәккә әйләнде. Уны алмаш-тилмәш олатай ҡарт та, апаһы Хәмдиә лә уйнаталар, тышҡа сығарып йөрөтәләр. Олатаһы бала арбаһы яһап бирҙе. Хафиза бер аҙ баш-күҙ алғас, фермаға әйтеп килеп еттеләр. Йәш ҡатын өйрәнгән эшенә сығып китте. Бала ҡараулы, ул яҡтан һис ҡайғыһы булманы. Үҙ әсәң, бер туған һеңлең аһ итеп торалар. Хафиза үҙен тик эшкә арнап йәшәй бирә. Быйыл көҙгә кескәй Әмирйән мәктәпкә төшәсәк инде. Атаһы Рәхмәтулланың донъя ҡуйыуына ике йыл булып китте.
Бәхетлеме, бәхетһеҙме Хафиза? Йәш ҡатын ошо турала йыш уйлана. Чабандың аяҡтары йүгерә, башы тулы уй. Аяҡ аҫтында түшәлгән йәшел хәтфә үлән, алҡынып аҡҡан Әй һыуы, бөҙрә аҡ ҡайындар, яҙын күпереп сәскә атҡан муйылдар, иртәнге ҡояшта иреп юҡҡа сыҡҡан аҡ томан, таллыҡтағы һандуғастар – бөтәһе лә тормошҡа дан йырлай. Тәбиғәттән гүзәлерәк, камилыраҡ нәмә юҡ. Хафиза ошо гүзәллеккә һоҡлана, ғүмере ошонда үтә, хужа кеүек баҫып йөрөй. Еңел кәүҙәңдең ҡанаты ғына юҡ. Юҡһа осор ҙа китер ине. Ошо бәхет түгелме ни? Илаһи матурлыҡ та һағышҡа һала, йөрәкте һыҙлата икән, сөнки һин яңғыҙ. Хистәрҙе уртаҡлашыр дуҫың кәрәк. Һинең өсөн өҙгөләнгән әсәң, һеңлең, балаң, әхирәттәрең генә күңелеңде тултыра алмай, бер мөйөшө китек ҡала килә. Әле көҙгә егерме һигеҙе генә тула. Күлдәге өйрәктәр, өй эргәһендә оя ҡорған сыйырсыҡҡа тиклем ишле. Үҙ ишенән башҡаны эҙләмәй улар. Был да тәбиғәттең камиллығын күрһәтеүсе дәлил. Тик әҙәм генә бәйелһеҙ.Тырышлыҡ менән бөтәһенә лә ирешеп була, тиҙәр. Хафиза ла зиһенле, тырыш, уңған, маҡсатлы. Тик был сифаттар менән дә әллә ни ҡырып булмай. Әсәһе әйтмешләй, күрәсәк, тәҡдар тигәнең дөрөҫ булып сығамы?
Беренсе ҡаршылыҡ – күҙенең ауырыуы булды. Ихтыярыңдан тыш хәл бит инде. Икенсе ҡаршылыҡ – ата-әсәңдең оло булыуы. Уларҙы бер нисек тә ташлап булмай. Был осраҡ та һинең теләгеңдән тыш.
Өсөнсөһө - үҙеңдең күңелеңә ятҡан тормош иптәше һайлап ала алмау. Егеттәрҙең иң йүнлеләре тырышып-тырмашып унынсыны бөтөрөп уҡырға китте. Ҡайһы берҙәре армиянан тура заводта, төҙөлөштә ҡалды. Ҡалала белем алыусылар, эштә ҡалыусылар береһе лә ауылға ҡайтып кәләш алманы. Бөтәһе лә рус, татар ҡыҙҙарына өйләнде. Ҡыҫҡа күлдәкле ҡыҙыҡайҙар, матроска кейгән малайҙар етәкләп, мәрйә эйәртеп ҡаттылар. Кейемдәре лә айырылып тора. Балалары бер ауыҙ һүҙ ҙә башҡортса белмәй,белергә лә тырышмай. Улар ауылдан тамам айырылғайны инде. Эскелек тигәне лә йәйелә бара. Ул күренешкә тәбиғи, хатта кәрәкле әйбер һымаҡ ҡарай башланылар. Ауыл әкренләп алға бара. Эш күп, ауыр. Йығылғансы эшләйҙәр. Яңынан-яңы фермалар һалына. Һыйыр фермаһы асылды. Ярты ауыл шунда. Яңы башланғыс мәктәп төҙөлдө. Бала-саға, йәш-елкенсәк күп. Эш күп тип бойоҡмайҙар. Байрам һайын концерт, пьса әҙерләйҙәр. Хафиза менән бергә эш башлаған ҡыҙҙар береһе лә ауылда түгел инде. Лена менән Лида Үзбәкстан яғына сығып китте. Әхирәте Лираны көсләп кейәүгә бирҙеләр. Баҫтырып тотоп күрше ауылы егетенә ҡуштылар. Хәҙер Златоуст ҡалаһында йәшәйҙәр. Илфат армияла йөрөп ҡайтты. Һалдат һурпаһы уны буйға үҫтермәгән, кәүҙәгә лә ҡалынайтмаған. Тағы фермаға килде.Йәш ҡыҙҙар Тәғзимә, Земфира, Нәзирә, Файза килде. Йәш егеттәр Нәсим менән Рушан бар. Хафиза улар араһында оло, тәжрибәле кеше. Ни булһа ла унан кәңәш һорайҙар. Йәш ҡатын шулай уйланып таң аттырҙы. Тышта ат бышҡырҙы, сана табаны шығырҙаны. Ауылға ҡайтыусылар аҙыҡ-түлек сумкаларын, ябынып килгән әйберҙәрен күтәреп ферма йортона тулды. Яңы эш көнө башаланды.

* * *

Хафиза ҡарсыҡ әкренләп кенә тауға артыла. Карда урындары ҡарайып ята. Өлгөр кешәләр был урынды һөрөп картуф ултыртҡан. Таш һәм балсыҡтан һалынған ҡышҡы һарайҙар урынын кесерткән баҫҡан. Йорт та күптән юҡ инде. Ҡарсыҡ нуры ҡайтҡан күҙе менән тау башына, офоҡҡа ҡараны. Бына-бына геүләшеп ап-аҡ йөнлө һарыҡ көтөүе ағылып килеп сығыр һымаҡ. Юҡ, юҡ шул! Мал йөрөмәгәнлекте иҫбатлап ҡуйы, бейек булып үҫкән үлән өҫтөн тулҡынлатып елә ел йүгерә. Тау гел дә шулай еләҫ инде. Элек үҫмәгән ят сәскәләр ҙә үҫеп сыҡҡан. Ҡайынлыҡ ҡуйырған, йәш бөҙрә ағастар баҫып килә. Анау йыуан ҡуш ҡайынға менеп ултыралар ине. Иҫтәлеккә исемдәрен теҙеп яҙып ҡуйған инеләр. Исемдәр юҡ инде. Ҡылдан нескә аңлайышһыҙ һыҙыҡтар ғына ҡалған. Күпме малға ризыҡ биргән, төйәк булған, кешеләргә эш биргән Ҡыҙылъяр башына етеҙ елдәр генә хужа хәҙер. Йылға буйындағы әрәмәләргә йырып та керерлек түгел. Их, колхоздар бөтөр, социализм бер көрәшһеҙ юҡҡа сығыр, тип берәйһенең башына инеп сыға инеме икән? Хафизаның йәшлегендә күтәрелә башлаған ауыл хужалығы олоғайған көнөндә түңкәрелеп юҡҡа сыҡты. Осмото ла ҡалманы бит. Гөрләп, геүләп торған һыйыр фермаһының һөлдәһе генә ҡалған, фарыҡ фермаһы булмаған да кеүек. Хата ниҙә? Кешеләр хаҡында ҡайғыртыу етмәгәнлектәнме? Һыйыр-һарыҡтар таш һарайҙа торғанда алдынғы малсы Хафиза һаман да атаһынан ҡалған серек өйҙә йәшәне. «Ҡайҙа, һиңә бәләкәй булһа ла, йорт һалып бирәйек, хеҙмәт хаҡыңды әҙләп тотоп барырбыҙ», - тигән етәксе булманы бит.
Ә эре-эре завод-фабрикаларҙың юҡҡа сығыуы һуң? Эшселәр колхозсыларҙан аңлыраҡ тип уҡыттылар ҙа баһа.Быға ябай малсы Хафизаның түгел, юғары ултырғандарҙың башы еттеме икән?
Яңыса фекерләү, үҙгәртеп ҡороу тип лаф орһалар ҙа, үҙгәртеп ҡороуға ла, фекерләргә лә өйрәтеүсе булманы. Булғанды ҡырып, юҡҡа сығарып ҡына бөтөрҙөләр. Артыҡ шаулауҙың һөҙөмтәһе – ер, тәбиғәт байлыҡтары,бөтөн халыҡ тырышлығы менән ҡоролған нәмәләр һанаулы кешеләр ҡулына күсте. Ябай кешегә бер ҡасан да еңел булмаған. Күкрәк көсө менән мал табып, ҡара тирен түгеп ғүмер һөргән. «Үҙебеҙҙең колхозға ғына кил инде, - тип уйҙарын һүтә Хафиза,- Асытау, Байсауыл өҫтөндәге игенлектәр ҡайҙа? Бөтә һөрөнтө ерҙе тиерлек ваҡ ағаслыҡ баҫып бара. Үкереп илаһаң да үсең ҡанмаҫ.» Ә нисек тырышып эшләй торғайнылар. Аҙаҡ хеҙмәт хаҡы ала башланылар, ҡайырып игенен алдылар. Хеҙмәт кешеһен күрҙеләр. Эшләүенең туғыҙынсы йылында Хафиза орденға дайыҡ булды.
Хәйер, хәҙер ҙә йәшәмәҫлек түгел. Йәштәр, тырыштыр заманы хәҙер. Ҙур-ҙур йорттар һалып инәләр. Ауылға асфальт түшәлгән, газ үткән, ике ҡатлы мәктәп күкрәп тора.
Ҡарсыҡ тауға менеп етеп, хәл йыйырға ултырҙы. Ҡыҙылъяр аръяғындағы Төрөпкилде ауылы ла юҡ хәҙер. Пенсионер уҡытыусы ялға китеү менән мәктәп ябылды, шунан ауыл да бөттө. Хафиза һаман уйҙарын һүтте. Тәҡдир, яҙмыш бар, күрәһең. Fәзимйән, барыбер, уға яҙған булғандыр. Ире теге заман унан айырылғас, йөрөгәне Фәймәгә өйләнде. Ул ике малай ҙа таба һалды. Тик тынып йәшәй алманылар. Кәләштең теле насар инеме, Fәзимйән яман һуғышҡаҡ иргә әйләнде. Айнымай эсә башланы. Аҙаҡ уға ҡатыны ҡушылды. Иренең туҡмауынан ҡасып, һалҡында йөрөп үпкә сиренә дусар булды. Инде донъя йөгөн ҡатындың әсәһе, һаңғырау ҡарсыҡ тартты. Әлдә үҙенә хоҙай таҙалыҡ биргән. Fәзимйән менән Фәймәнән тыуған балалар аҡылға бик камил түгелдәр ине. Махсус мәктәптә уҡынылар. Ҡаты сирҙән Фәймә донъя ҡуйҙы. Fәзимйән яңынан Хафизаға һөжүм башланы.
- Ирҙәр эше эшләп ҡырылып бөтәһең дәһә. Үҙ ирең, кире бергә бул да ҡуй, - әсәй ҡарсыҡ шулай һөйләнә.
Хафиза ризалашмай. Трактор майына ҡатҡан йолҡош иргә ытырғанып ҡарай.
- Һин минең законлы ҡатыным, - ир шулай ҡыйыша.
Бәй, ысынлып та, Хафиза никахын өҙмәй йөрөгән дә йөрөгән икән.Ире шуны иҫенә төшөрөп даулаша. Килә лә, сыҡмай ишек төбөндә ултыра бирә. Төнөн ҡаҡ иҙәнгә ятып йоҡлай. Иртән тороп эшкә киткән була. Йыуыу күрмәгән күлдәк-салбары, майлы телогрейкаһы өҫтөнән төшмәй. Әллә алмаш кейеме юҡ инде. Хәкимә ҡарсыҡ ҡыҙғанып та, әҙәп йөҙөнән дә уны өҫтәлгә саҡыра башланы. Күрәләтә үлтереп булмай ҙаһа. Ир эсмәҫкә тырыша. Ихатаға сығып, эш табып эшләп ала. Ҡатҡан кейемдәренән аңҡыған еҫкә түҙмәй, Хафиза ирҙең өҫтөн йыуып бирҙе. Fәзимйәнгә етә ҡалды, бөтөнләй иркенләне. Шулай әрһеҙлек, үҙһүҙлелек менән алдырып тәки йәшәп китте. Туҡран тәүбәләре тиҙ онотолдо, әлбиттә. Ир эскегә ныҡ һабышҡайны, туҡтарға уйламаны ла. Fәзимйән тамам шәбәйҙе. Эсте, ғаиләне туҙҙырҙы. Ун туғыҙ йыл насар төш кеүек уҙҙы.Бала күбәйгәс, Хафиза йәшелсәлеккә күсте. Сөгөлдөр, кәбеҫтә үҫтерҙе. Йылдың-йылы меңләгән баш кәбеҫтә тапшыра ине. Хафиза уйлай ҙа тетрәнеп китә. Әсәһе үлгәс, бер яңғыҙы ваҡ ҡына балаларҙы нисек үҫтерҙе ул? Эшләй, балалар баҡсаһы юҡ. Ир тигәнең ярай тик ятмай, тракторҙан төшмәй. Иген ала. Ике бүлмәле булһа ла өй һалып инделәр.
Fәзимйән эш араһында ла гел һалмыш була ине, айныманы тиерлек. Шул эскегә хиреслеге уны был донъянан алып китеп тә барҙы. Уға был ваҡыт ни бары ҡырҡ алты йәш ине. Ике ҡыҙ Мәсәғүттә педагогия училищеһында уҡый ине инде. Ике бала ҡулында. Оло улы армиянан ҡайтып шофер булып эшләп йөрөй. Хафиза инде бирешмәне. Иҫерекбаш йәл булһа ла, еңел һуланы. Йә, араҡы томаны аша ни күрҙе инде ул?
Хәҙер бөтәһе лә үҙ аллы. Уҡытыусы ҡыҙҙар ситтән тороп юғары белем алды. Баш балаһы Әмирйән үҙе менән бергә олоғайып килә. Fүмер буйы «Камаз»да эшләне, хәҙер «Жигули»йы менән кәсеп итә.
Кесе улы ла шофер, киң профилле механизатор һөнәрен һайлағайны. Хәҙер умарта менән шөғөлләнә. Ни генә тимә, ғүмер бушҡа үтмәне. Сибек кенә иңдәре, елберҙәп кенә торған кәүҙәһе менән тормош йөгөн ир-ат менән тиң күтәрҙе. Бар булған көсөн һалып иленә хеҙмәт итте, бер итәк бала үҫтерҙе. Ул арала күпме тиңдәштәре эске һаҙлығына батып, теге донъяға китеп барҙы. Хафизаны ата-әсәһенең иманы, юғары әхләкле тәрбиәһе ул яҡтан ҡотҡарып ҡалды, ныҡлы ҡалҡан булып һаҡланы. Хәҙер инде үҙе биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай. Ауылда иң хөрмәтле кеше, абыстай. Ниндәй генә йәмәғәт сараһы үткәрһәләр ҙә ҡәҙерле ҡунаҡ ул…
Тау аҫтында машина бипелдәне. Кесе улы Рәүф уны ҡайтырға саҡыра ине.
Читайте нас: