Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Ғинуар 2021, 20:30

МӘЖЛЕСТӘРҘЕ ҠУЙЫП ТОРАЙЫҠ!

Хөкүмәт яҙын ҡаты ғына сикләү режимы булдырғайны. Күптәребеҙ уны үтәп тә йөрөнөк. Тик көҙгө һынауға ниңәлер вайымһыҙлыҡ күрһәттек. Балаларҙың мәктәпкә йөрөй башлауы, оло кешеләрҙең йәйге ялдан һуң эшкә сығыуы булды – вирус йоҡтороусылар кинәт артып китте...Мине, хөрмәтле яҡташтарым, икенсе бер һорау нығыраҡ борсой. Ни өсөн ауыл-ҡалаларҙа күп кенә милләттәштәребеҙ һаман булһа, халыҡ йыйып, ҡунаҡ-мунаҡ, шулай уҡ һәр төрлө «аят мәжлестәре» үткәреүҙән тыйылмай?...

Бер йыл самаһы инде бөтә кешелекте тетрәтеп тотҡан СOVID-19 сире нисәмә мең ғүмерҙе ҡыйғандыр – Аллаһҡа ғына мәғлүм. Йәйгә ҡарай бер аҙ шиңгән һымаҡ булһа ла, әлеге ваҡытта уның көндән-көн көсәйә, ҡорбандары арта барғанын ишетәбеҙ. Күп кенә илдәрҙә бөгөн был йоғошло ауырыуҙың «өсөнсө тулҡыны» хаҡында ла һөйләйҙәр.

Әҙәм балаһы һәр нәмәгә күнегеүсән. Баштараҡ Ҡытайҙа йә АҠШ-та көнөнә фәләнсә кешенең шул сирҙән үлеүе хаҡында хәбәрҙәргә аптырай инек, хәҙер ундай статистикаға иғтибар ҙа итмәйбеҙ тиерлек. «Бөгөн тажлы зәхмәттән Мәскәүҙә – 31, ә дөйөм Рәсәйҙә 190 кеше һәләк булған» тигәнде «шунса кеше донъяға килгән» тигән һымағыраҡ ҡабул итә башланыҡ. Берәй танышың, туғаның сирләп китте йә үлеп ҡалды икән, шул саҡта ғына әлеге афәттең шаҡтай яҡын йөрөүе хаҡында уйланырға тотонаһың.

Хөкүмәт яҙын ҡаты ғына сикләү режимы булдырғайны. Күптәребеҙ уны үтәп тә йөрөнөк. Тик көҙгө һынауға ниңәлер вайымһыҙлыҡ күрһәттек. Балаларҙың мәктәпкә йөрөй башлауы, оло кешеләрҙең йәйге ялдан һуң эшкә сығыуы булды – вирус йоҡтороусылар кинәт артып китте. Был юлы, ауырыусыларҙың шаҡтай күплегенә ҡарамаҫтан, етәкселектең ҡаты сараларға бармауы уйландыра… Әммә уйланып ҡына ултырыуҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ инде. Инфекцияға ҡаршы көрәштә табиптарҙан ғына түгел, ә барыбыҙҙан да тырышлыҡ талап ителә. Эшкә, мәктәпкә, башҡа уҡыу йорттарына йөрөүҙе туҡтатыуҙың бик етди мәсьәлә икәне билдәле. Сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларының эшмәкәрлеген аҙ ғына ваҡытҡа сикләгәндән дә илебеҙҙә иҡтисади үҫештең аҡһай башлауын барыбыҙ ҙа тойҙоҡ. Шуға күрә хөкүмәт бөгөн был хаҡта әллә ни һүҙ ҡуҙғатмайҙыр.

Әлеге мәлдә дауаханаларҙа ауырыуҙарҙы планлы дауалау эшенең ҡабаттан тергеҙелеүе лә вирустың еңелеп барыуы һөҙөмтәһе түгел икәнлеге көн кеүек асыҡ. Сир йоҡтороу ҡурҡынысы бөтмәгән, ул хатта яҙғы осорҙағынан да ҙурыраҡтыр, шуны оноторға ярамай, тимәксемен. Әле булһа йәмәғәт урындарында «битлек режимы» һаҡланып килеүен тейешенсә ҡабул итергә тейешбеҙ.

Мине, хөрмәтле яҡташтарым, икенсе бер һорау нығыраҡ борсой. Ни өсөн ауыл-ҡалаларҙа күп кенә милләттәштәребеҙ һаман булһа, халыҡ йыйып, ҡунаҡ-мунаҡ, шулай уҡ һәр төрлө «аят мәжлестәре» үткәреүҙән тыйылмай? Туғанлыҡ бәйләнештәрен һаҡлау, яҡындар менән аралашыу файҙалы һәм сауаплы, әммә пандемия осоронда бына шундай сараларҙы туҡтатып торғандан бер ни ҙә юҡ. Берәй яҡының вафат булды икән, туғандар менән йыйылышып, уны һуңғы юлға оҙатыу тигән нәмәне, әлбиттә, урап үтә алмайһың. Ә бына мәрхүмде ерләгәндән һуң тағы өсөнә, етеһенә, ҡырҡына, йыллығына (ҡайһы берәүҙәр – илле беренсе көнөнә лә!) йыйылып ултырыуҙарҙың яман сирҙең шәпләп таралыуына булышлыҡ итеүе көн кеүек асыҡ! Бындай мәжлестәр динебеҙҙә мотлаҡ ителгән ғәмәлдәр булһа, бер хәл.

Иң ҙур үкенес шунда: яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы тип һанаған бына шундай «поминка»ларҙың, йәғни кеше үлгәндән һуң аныҡ көндәрҙә мәжлес ҡороуҙың динебеҙ ҡанундарында (Ҡөрьәндә лә, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Сөннәтендә лә) бөтөнләй юҡлығы хаҡында белмәүселәр күп. Ундай нәмәләр, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң бер нисә быуат үткәс кенә ҡайһы бер кешеләр тарафынан уйлап сығарылып, дини йолалар араһына өҫтәп ебәрелгән, йәғни Исламдан түгел. Яңы йорт һалып сыҡҡас, әлегесә йыйылышып, «өйгә аят уҡытыу», «өйгә аҙан ҡысҡыртыу» һымаҡ мәжлестәр ҙә шулар рәтенә инә. Әруахтар өсөн Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыу, улар исеменән мохтаж булған кешеләргә саҙаҡа биреү – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тарафынан ҡушылған ғәмәлдәр, әммә уның өсөн йыйылышыу мотлаҡ, тип әйтмәгән Аллаһ илсеһе ﷺ. Мәрхүм ата-әсәңә Ахирәттә яҡшы булһын, тиһәң, өйөңдә генә ултырып, Аллаһ Тәғәләнән уларҙың тереклектә ҡылған гонаһтарын ярлыҡауын һора (көнөнә берҙе булһа ла). Мәрхүмдәр исеменән йә үҙеңдән саҙаҡа бирергә уйлайһың икән, битлегеңде кейә һалып сыҡ та, аҡсаңды яҡындағы мәсеттең йәшнигенә алып барып төшөр йәиһә берәй мохтаж мосолманға тоттороп кит. Аллаһ барыһын да күреүсән бит.

Ошо хаҡта һөйләргә керешһәң, һине ишетергә лә теләмәүселәр күп. Үкенескә күрә, үҙебеҙгә үҙебеҙ ғәҙелһеҙлек ҡылып, бына шундай тормош алып барабыҙ, ҡәҙерле яҡташтарым. Үлемесле сир яныбыҙҙа ғына йөрөп ятҡанда үҙебеҙҙе күрәләтә хәүефкә этәрмәйек, тимәксемен. Ғәҙәттә, ана шул мәжлестәргә нәҡ оло йәштәгеләр йыйыла. Әлеге тажлы зәхмәттең өлкәндәрҙе айырыуса «ярата» икәнен һәммәбеҙ ҙә беләлер, моғайын. Ҡунаҡта кешеләр битлекһеҙ ултыра һәм бер-береһе менән яҡындан аралаша. Егермеләгән кеше араһында берәү генә сирле булһа ла, барыһына ла ауырыу йоғоуы ихтимал да баһа. Хәтерегеҙҙәлер, быйыл яҙ хатта ирҙәргә фарыз ителгән йома намаҙын уҡыу өсөн мәсеттәрҙә йыйылыуҙы ла ҡуйып торҙоҡ! Йәмәғәттән айырылып, өйҙәрҙә яңғыҙ килеш өйлә уҡыу менән генә сикләнергә тура килде. Шул уҡ ваҡытта әле бында, әле тегендә яҡташтарыбыҙҙың йыйылышып алыуы хаҡында ишетәһең.

Башҡа төрлө мәжлестәрҙе лә туҡтатып торорға кәрәк. Мәҫәлән, йәштәргә туйһыҙ ҙа һин дә мин йәшәп алып китергә һәм байрамды күпмелер ваҡыт үткәс ойошторорға була. Ана бит, йыл башында миллиардлаған кеше йәшәгән Ҡытайҙа ҡандай киҫкен тора ине әлеге мәсьәлә. Нисек кенә ауыр булмаһын, улар үҙ хөкүмәте ҡуйған сикләүҙәргә күнде һәм хәҙер ул илдә тажлы зәхмәт юҡ кимәлендә! Ут менән уйнамайыҡ, ҡәҙерле туғандар…

Бигүк ғәҙәти булмаған был мәҡәләмде бәғзеләрҙең оҡшатып етмәҫен күҙаллайым. Әммә ҡәҙерле яҡташтарым йәл миңә. Кәрәкмәгән шундай йыйындарҙан тыйылайыҡ, йәмәғәт!

Ә шулай ҙа… Әгәр берәйебеҙгә ана шул сир килеп эләкте икән, уны ризалыҡ менән ҡабул итеп, сабыр ғына үткәреп ебәрергә тырышайыҡ. Был ауырыу Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән оло һынауҙыр. Хәҙистә бәйән ителеүенсә, бер мәл Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Әбү Һурайра (Аллаһ унан риза булһын) менән ниндәйҙер сирленең янына килә лә: «Ҡыуан (ауырыуыңа), сөнки, хаҡиҡәттә, Аллаһ Тәғәлә: «Был – минең ут (ауырыуҙың тән температураһы юғары була), мин уның ҡарамағына үҙемдең мөьмин ҡоломдо тапшырам, Ҡиәмәт көнөндә Йәһәннәмдән ҡотолдороу өсөн», – тип әйтә», – ти.

Х. Ғәлиәхмәтов.
("Ваҡыт" гәзитенән).
Читайте нас: