Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2021, 18:00

НӘФСЕГӘ БАШ БУЛАЙЫҠСЫ.

НӘФСЕГӘ БАШ БУЛАЙЫҠСЫ- Ни йөҙө менән оялмайынса ярты хаҡҡа алырға уйлайҙыр, - шулай һөйләнә-һөйләнә күнәген ултыртты. - Ер байлығы булһа һуң? Улай буштан бушты теләгәс, ни эшләп үҙе йыймай?

Баҙарҙа ер еләге һатып торған ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәм, кешенең шул тиклем дә һаран, аҡсаға ҡомағай булыуына шаһитлығымдың бер ваҡиғаһы ирекһеҙҙән иҫкә килә лә төшә.
Бынан бер нисә йыл элек булды был хәл. Билдәле булыуынса, июнь уртаһы етеп өлгөрәме-юҡмы, ауыл уңғандары иң ҡыҙыл, эре матурҙарын ғына һайлап йыйып, ер еләктәрен баҙарға һатырға сығара, әллә ҡайҙан табалар тиерһең. Уларҙы бер кем дә иғтибарға алмай үтеп китмәй. Туҡтап, һоҡланып, хуш еҫен еҫкәп булһа ла китәләр. Кемдер хаҡын һораша, икенселәре ҡайһы яҡтың еләге булыуы тураһында ҡыҙыҡһына. Өсөнсөләр бер-икене генә тәмләп ҡарарға теләүен белдерә.
Ихласлығы, бер ҡатлылығы һәм киң күңеллелеге менән айырылып торған ҡояш ҡыҙыуында еләктән дә былайыраҡ ҡыҙарып бешкән ауылдан килгән апайҙар, инәйҙәр, һеңлеләр емеште ҡайҙан йыйғанын, еләкле урындың ҡайҙа ятҡанын - береһен дә йәшермәй-нитмәй һөйләп бирә.
Бына йәйҙең иң эҫе көнөндә тау үрҙәрен ҡыҙырып, көнгә ҡыҙынып, ҡара-ҡыҙыл төҫкә ингән шундай апайҙарҙың береһе янында ап-аҡтан кейенгән, киң тирәсле эшләпәле, ҡара күҙлекле ханым туҡтаны. Ҡулына ла ырғаҡ менән бәйләнгән бирсәткә кейгән, уныһының ҡуңысын терһәгенә тиклем тартҡан.
- Һеңлем, еләгең күпме тора? - тип һораны. Тейешле хаҡты ишеткәс:
- Тейерен генә әйт тә, алам да китәм, - тип ныҡышты.
Апай тағы тәүҙә әйткән хаҡты ҡабатланы.
- Ергә түшәлеп ятҡан тәбиғәт байлығын шул хаҡҡа һатып байырмын тиһеңме? -аяуһыҙ ҡояштан үҙен ныҡ һаҡлаған ҡупшыҡай ханым еләк һатыусыны оялтырға маташты. - Әйткән хаҡыңдың яртыһына бир ҙә ҡуй, әйҙә. Һин һатып ҡыуанырһың, мин - алып тигәндәй. Ана, баҙар тулы еләк, һин бирмәһәң, шул хаҡҡа мин башҡаларҙан да ала алам. Ә һин һата алмай кире алып ҡайтырһың әле. Тағы бер ярты сәғәт торһаң, был еләгең бер нәмәгә лә эшкинмәйәсәк бит.
Ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫкә инеп янған апайҙың йөҙөндә икеләнеү билдәһе сағылды. Ә бәлки, бир ҙә, бир тип һатыулашҡан кешегә бирмәгәне өсөн уңайһыҙланыу тойғоһо булғандыр. Шуны ғына көткән ҡупшы ханым сумкаһына тығылды ла, янсығындағы эре аҡсаларын төпкәрәк этеп, тинлектәрҙе шылтыратып һанай башланы. Шул ваҡыт көтмәгәндә олораҡ йәштәрҙәге бер ағай эшләпәле ҡатындың алдына сыҡты ла һатыусы апай һораған хаҡты һуҙҙы.
- Ни йөҙө менән оялмайынса ярты хаҡҡа алырға уйлайҙыр, - шулай һөйләнә-һөйләнә күнәген ултыртты. - Ер байлығы булһа һуң? Улай буштан бушты теләгәс, ни эшләп үҙе йыймай? - башҡаларҙан үҙенең өҫтөнлөгөн белдерергә теләп, тамаҡ төбө менән һөйләшкән яңғырауыҡлы тауышлы ҡатынды ул да ишетеп торған күрәһең.
Еләк йыйыуы анһат эш түгел ул, әлбиттә. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған эшен ҡалдырып, көн оҙоно ҡыҙыу ҡояш аҫтында баш күтәрмәй йөрөп йыйған, аҙ ғына булһа ла аҡса йүнәтәйем тип, балаларының ауыҙынан өҙөп һатырға алып сығып киткән был ҡатынды мин дә йәлләп торғайным. Еләк кәрәкмәгәндән сығып баҫмаған бит инде ул баҙарға. Кәрәкмәһә, бөтөнләй йыймаҫ ине, ҡояштан ҡасып, күләгәлә генә ултырыр ине. Уны бында мохтажлығы алып сыҡҡанлығы көн кеүек асыҡ. Был эшләпәле ханыма ҡарағанда күпкә аҡсаға мохтаж булыуына ҡарамаҫтан, үтенеп һорағас, уға ярты хаҡҡа бирергә лә риза ине бит ул.
Ҡупшыҡай ризаһыҙлыҡ белдереп, тамаҡ төбө менән нимәлер әйтеп маташты, әммә уны бер кем дә ишетмәне лә, тыңламаны ла. Артабан ул үҙ юлы менән китеп барҙы. Ә теге киң күңелле йомарт ағайға еләк һатыусы апай ғына түгел, ә уның эргәһендәгеләр бөтәһе лә рәхмәт уҡығандыр тип уйлайым.
Был хәл һаранлыҡ, ҡомһоҙлоҡ әҙәми заттың иң түбән, ытырғаныс сифаттарының береһе икәнлегенә тағы бер тапҡыр ышандырғайны.
Ошондай кире сифаттарға эйә булғандарҙың урлашырға, кеше иҫәбенә байырға ынтылышы булыуын асыҡлаған тикшеренеүҙәр бар. Калифорния университеты ғалимдары түбәндәгеләрҙе иҫбатлаған: байҙар тәртип ҡағиҙәләрен һәм хоҡуҡ боҙоуға еңел бара. Мәҫәлән, ҡыйбатлы автомобиль йөрөтөүселәр башҡаларға ҡарағанда юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен йышыраҡ боҙа икән.
Тағы бер тикшеренеү һөҙөмтәһе шундай: ғалимдар студенттарға тәм-том менән һыйланырға тәҡдим иткән. Етеш ғаиләлә үҫкәндәр бер ниндәй тартыныуһыҙ-ниһеҙ һауыттағы кәнфиттәргә үрелеп ашай башлаһа һәм һуңынан ашарға тип кеҫәләренә һалһа, уртаса йәки аҙ килемле ғаиләләрҙә үҫкәндәре 1-2-не тәмләп ҡараған йәки бөтөнләй һыйҙан баш тартҡан.
Ғөмүмән, ғалимдар аҡса кешене боҙа тигән ныҡлы ҡарарға килгән. Ундайҙар башҡаларға өҫтәнерәк ҡарай, үҙенә бөтә нәмә лә рөхсәт ителгән тигән кеүегерәк фекерләй. Быны инде беҙ дауаханала, башҡа төрлө ҡабул итеүҙәрҙә сират көтөп ултырғанда йыш күрәбеҙ. Иғтибар итһәгеҙ, затлы кейенгәндәр, зиннәтле балдаҡ-муйынсаҡтар таҡҡандар талашып-тартышып булһа ла, сиратһыҙ инергә тырыша.
Баҙар ул шуның өсөн баҙар, унда һатыулашырға була, тиеп кемдер, бәлки, минең менән килешмәҫ тә. Уныһы шулай, әлбиттә. Әммә кем менән һәм күпмегә һатыулашҡаныңды белеү ҡамасауламаҫ. Йылдар буйы аҡса күрмәй, осраҡлы һәм миҙгелле эш хаҡына, йәғни һуғым ваҡытында итен, көҙөн ҡош-ҡортон, йәйен еләк-емеш, һөт-ҡаймаҡ һатып көн күргән ауыл ҡатындарын алдарға, оторға тырышыу, минеңсә, оятһыҙлыҡ һымаҡ.
Читайте нас в