Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Ғинуар 2021, 00:00

Ҡаҙ ҡаҡлау тәртибе .

Ҡаҙ ҡаҡлау тәртибеҠаҙҙы туңдырғыстан алып иретергә, йыуырға, бер аҙ ҡороторға. Тоҙҙо йәлләмәйсә эсенә һәм тышына ышҡырға, эсенә тоҙ һалып ҡалдырырға. Шулай иткәндә эсе күгәрмәй.(дауамы сайтта)

Ҡаҙ ҡаҡлау тәртибе

Ҡаҙҙы туңдырғыстан алып иретергә, йыуырға, бер аҙ ҡороторға. Тоҙҙо йәлләмәйсә эсенә һәм тышына ышҡырға, эсенә тоҙ һалып ҡалдырырға. Шулай иткәндә эсе күгәрмәй. Ҡағыҙ ҡапсыҡҡа һалырға, йәки марляға урарға, баулап еләҫ урынға элеп ҡуйырға. Май айында ҡаҙҙың эсенән тоҙон алырға, йыуырға һәм өҫтөн ҡайнар һыу менән сайырға. Ҡояш яҡшы төшкән урында 2-3 көн тотҡандан һуң, йәғни майы үтә күренмәле була башлағас - ҡаҡланған ҡаҙ әҙер!
(Гөлүзә Василова)

Ҡыҙҙар, ә һеҙ ҡаҙҙы нисек ҡаҡлайһығыҙ? Оҫталыҡтарығыҙ менән бүлешегеҙ!????
Читайте нас: