Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Ғинуар 2021, 14:00

Фәнүз Фидәвис улы Тимерйәнов, БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторы:

– Балалар ҡыҙыҡһыныусан һәм фантазияға байҙар. Шуға ла күңелһеҙ булһа, ниндәйҙер уйын уйлап сығарып, күңелдәрен күтәрәләр. Уларҙың күңел асыу саралары исемлегендә ут, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы урында тормай. Янғын һүндереүселәргә балаларҙың хәүефле уйындарының фажиғәле эҙемтәләре менән йыш осрашырға тура килә...

– Балалар ҡыҙыҡһыныусан һәм фантазияға байҙар. Шуға ла күңелһеҙ булһа, ниндәйҙер уйын уйлап сығарып, күңелдәрен күтәрәләр. Уларҙың күңел асыу саралары исемлегендә ут, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы урында тормай. Янғын һүндереүселәргә балаларҙың хәүефле уйындарының фажиғәле эҙемтәләре менән йыш осрашырға тура килә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге хәбәр итеүенсә, республикала 2020 йылда янғындарҙа 13 баланың ғүмере өҙөлгән.Был фажиғәләрҙе бер нәмә бәйләй – балалар ҡарауһыҙ ҡалған.
Янғын осрағында ғүмергә хәүеф янамаһын өсөн торлаҡтарҙы автономиялы янғын сигналы менән йыһазландырырға кәрәк. Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан Республикаһында айырым категория граждандарына өҫтәлмә социаль ярҙам тураһында”ғы Указына (№УГ-103 –01.06.2016 й, Төҙәтмәләр №УГ-86 – 06.032020) ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған, 7 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр автономиялы янғын сигналы менән бушлай тәьмин ителә. Әгәр һеҙ ошо категорияға ҡарайһығыҙ һәм сигнал менән тәьмин ителмәгәнһегеҙ икән, йәшәгән урынығыҙ буйынса биләмә хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ.
Бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн: балаларға шырпы, шәм менән уйнарға, уларҙы һатып алырға рөхсәт итмәгеҙ; бәләкәй балаларҙы эшләгән электр ҡоролмалары, янған мейес һәм камин янында ҡалдырмағыҙ; ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр телефондарын ятлатығыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге тәү сиратта һеҙҙән тора. Күпме әйтһәң дә, балалар күргәнде ҡабатлай, уларға яҡшы өлгө булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: