"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Ғинуар 2021, 13:00

БАШҠОРТ ТЕЛЕ БАЛАЛАРҘЫ БӘЙГЕГӘ ДӘРТЛӘНДЕРҘЕ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада йыл да баш ҡалабыҙ Өфөгә телһөйәр, илһөйәр балаларҙы йыйған күркәм сараларҙың береһе. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле онлайн форматта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, быйыл унда ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк - йәмғеһе 734 уҡыусы булды. "Туған тел донъяһы" YouTube каналында олимпиадаға йомғаҡ яһалды.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, ғәҙәттәгесә, өс йүнәлештә ойошторолдо. Башҡорт милли мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған 187 уҡыусы, уҡытыу рус телендә алып барылған белем усаҡтарында башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған 169 уҡыусы ҡатнашты. Быйыл 8-ҙән алып 11-се синыфҡа тиклем ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгәс, уҡыусылар һаны бермә-бер артҡан. Әлбиттә, былтырҙан алып олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарына Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә балл өҫтәлеүе лә дәртләндергәндер уларҙы.(дауамы сайтта)

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада йыл да баш ҡалабыҙ Өфөгә телһөйәр, илһөйәр балаларҙы йыйған күркәм сараларҙың береһе. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле онлайн форматта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, быйыл унда ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк - йәмғеһе 734 уҡыусы булды. "Туған тел донъяһы" YouTube каналында олимпиадаға йомғаҡ яһалды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, ғәҙәттәгесә, өс йүнәлештә ойошторолдо. Башҡорт милли мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған 187 уҡыусы, уҡытыу рус телендә алып барылған белем усаҡтарында башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған 169 уҡыусы ҡатнашты. Быйыл 8-ҙән алып 11-се синыфҡа тиклем ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгәс, уҡыусылар һаны бермә-бер артҡан. Әлбиттә, былтырҙан алып олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарына Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә балл өҫтәлеүе лә дәртләндергәндер уларҙы.
Шулай итеп, милли мәктәптәрҙә уҡығандар араһында Баймаҡ районы Билал ауылы мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Азалия Нарынбаева, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы синыф уҡыусыһы Илүзә Янбаева һәм 8-се синыф уҡыусыһы Ирхан Хисаметдинов, Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының 9-сы синыф уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина еңеүселәр тип табылды. Ә бына уҡытыу рус телендә алып барылған белем усаҡтарында туған телен яратып өйрәнгән балаларҙан Хәйбулла районы Сиҙәм ауыл мәктәбенән Мәҙинә Рамаҙанова һәм Сибай ҡалаһының "Ирәндек" лицейынан Айзилә Мостафина икеһе лә 11-се синыфтар араһында бер тигеҙ балл йыйып, еңеүсе булды. Һәм тағы: Өфөләге 162-се күп профилле полилингваль "Смарт" мәктәбендәге башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек тәүге емешен бирҙе: 8-се синыф уҡыусыһы Лиана Ҡарабаева тиҫтерҙәрен уҙып, еңеү яуланы.
Быйыл ойоштороусылар олимпиада шарттарына тағы ла бер үҙгәреш индергән: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡығандар өсөн ярыш эштәре ике категорияла - башлап һәм дауам итеп өйрәнеүселәргә айырым төҙөлгән, еңеүселәр ҙә айырым билдәләнгән. Шарттарҙың нәҡ ошо үҙенсәлеге республика мәктәптәрендә уҡыған төрлө милләт вәкилдәрен күпләп йәлеп итергә мөмкинлек биргән һәм 352 уҡыусы белем кимәлен һынап ҡараған. Телде башлап өйрәнеүселәрҙән Өфө ҡалаһы Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһынан Алина Пермякова, дауам итеүселәрҙән Борай районы Ҡайынлыҡ ауыл мәктәбенән Әҙилә Шакирова 11-се синыфтар араһында еңеүселәр тип табылған. Шулай уҡ 8-10-сы синыфтарҙан да яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар бар, улар күпселек Өфө ҡалаһы һәм районы белем усаҡтарынан, Сибай һәм Стәрлетамаҡтан.
Олимпиадаға төбәк-ара статус биреүселәр, Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән булған милләттәштәр быйыл да һынатмаған. Бәйгелә Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайы һәм Татарстандан барлығы 26 уҡыусы ҡатнашҡан. Улар араһында Пермь крайы Ғ. Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһы Башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Арина Тлитова, Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы Ҡотош мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Эльвина Ишназарова, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яратҡол мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Айлина Шәмсетдинова һәм Мәтәл мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Данияр Зарипов еңеү яуланы.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада 1986 йылда республиканың Мәғариф министрлығы һәм Башҡорт дәүләт университеты тарафынан тәүге тапҡыр уҙғарыла, - тине БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева. - Ул осорҙа ҡатнашыусылар һаны ла, бәлки, күп булмағандыр. Бөгөн олимпиада 35-се тапҡыр үтә һәм унда 700-ҙән ашыу бала ҡатнаша. Олимпиада 2019 йылдан Бөтә Рәсәй олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә индерелде, 2020 йылдан республика вуздары еңеүселәрҙең Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә балл билдәләй. Былтыр 80 еңеүсе һәм призер, уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булды. Был да балаларҙың башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуын арттырырға, улар менән эшләгән педагогтарҙың күңелен үҫтерергә булышлыҡ итте.
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, был юлы йылдан-йыл иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 10 мәктәп һәм уларҙа фиҙаҡәр хеҙмәт иткән 15 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәғариф министрлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк. Был белем усаҡтары исемлегендә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Ишембайҙың Ә.З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназияһы, Сибайҙың "Ирәндек" лицейы, Баймаҡтың 4-се лицейы, Күгәрсен районының Башҡорт гимназияһы, Ғафури районының Н. Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты, Ейәнсура районының Башҡорт гимназия-интернаты, Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы бар.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада был юлы балаларыбыҙҙың туған телен яратып өйрәнеүҙәрен генә түгел, ә иң мөһиме, республикабыҙҙы төбәк иткән төрлө милләт вәкилдәренең телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә ҡарата ихтирамын сағылдырҙы.
Читайте нас: