Йәшелсә — витаминдар,
Ашайым да ҡуямым.
Йәшелсәләр хаҡында мин
Һеҙгә йомаҡ ҡоямын.
Бер-береһенән уҙышып
Үҫәләр гел бер өйҙә.
Өйҙәрен төп тип атайым,
Сығалар өйҙән көҙгә.
Ҡып-ҡыҙыл ғына күлдәкте
Ҡайҙан ала … ?
Күлдәге матур булғас ни,
Уға хатта ер аҫтында
Һис күңелһеҙ түгелдер.
Ҡыяҡтары йәм-йәшел дә,
Һап-һары уның башы.
Ашнаҡсыны илатһа ла,
Их, тәмләй ул һәр ашты.