Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2021, 16:00

Йәшәү йәме – һаулыҡта .

Сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур һәм йәш күренә. Һау булыу, тиҙ ҡартаймау өсөн түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.* Ныҡ туйғансы ашамағыҙ. Әҙләп туҡланыу организмға ял бирә.* Йәшегеҙгә яраҡлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Мәҫәлән, 30 йәшлектәргә биттә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн бауыр менән сәтләүек, 40-ты уҙғандарға стресҡа ҡаршы бөйөр һәм сыр, 50 йәшлектәргә йөрәк, ҡан тамырҙары өсөн файҙалы балыҡ ашау кәңәш ителә.* Күңелегеҙгә хуш килгән шөғөл табығыҙ, сөнки эшләмәгәндәр йәштәштәренә ҡарағанда өлкәнерәк күренеүсән.* Һөйөү ғүмерҙе оҙайта, күңелһеҙлектән арындыра. Шуға парлы булығыҙ.* Һәр нәмәгә үҙ ҡарашығыҙ булһын. Ундайҙар тормош ауырлыҡтарына бирешеп бармай.* Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Ошо хаҡта онотмағыҙ.* Ћалҡынса бүлмәлә йоҡлау ҙа йәш ҡалырға ярҙам итә.* Үҙегеҙҙе яратығыҙ, баһалай белегеҙ.* Асыу, кенә һаҡламағыҙ. Үҙ эсенә бикләнгәндәрҙең яман шеш менән йышыраҡ сирләгәнен онотмағыҙ.Шулай итеп, сәләмәт булыу серҙәре ҡатмарлы түгел. Әйҙәгеҙ, Ҡытай гигиенаһына ла күҙ һалайыҡ. Унда ниндәй кәңәштәр бирелә?(дауамы сайтта)

Сәләмәт кеше һәр ваҡыт матур һәм йәш күренә. Һау булыу, тиҙ ҡартаймау өсөн түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.

* Ныҡ туйғансы ашамағыҙ. Әҙләп туҡланыу организмға ял бирә.
* Йәшегеҙгә яраҡлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Мәҫәлән, 30 йәшлектәргә биттә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн бауыр менән сәтләүек, 40-ты уҙғандарға стресҡа ҡаршы бөйөр һәм сыр, 50 йәшлектәргә йөрәк, ҡан тамырҙары өсөн файҙалы балыҡ ашау кәңәш ителә.
* Күңелегеҙгә хуш килгән шөғөл табығыҙ, сөнки эшләмәгәндәр йәштәштәренә ҡарағанда өлкәнерәк күренеүсән.
* Һөйөү ғүмерҙе оҙайта, күңелһеҙлектән арындыра. Шуға парлы булығыҙ.
* Һәр нәмәгә үҙ ҡарашығыҙ булһын. Ундайҙар тормош ауырлыҡтарына бирешеп бармай.
* Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Ошо хаҡта онотмағыҙ.
* Ћалҡынса бүлмәлә йоҡлау ҙа йәш ҡалырға ярҙам итә.
* Үҙегеҙҙе яратығыҙ, баһалай белегеҙ.
* Асыу, кенә һаҡламағыҙ. Үҙ эсенә бикләнгәндәрҙең яман шеш менән йышыраҡ сирләгәнен онотмағыҙ.
Шулай итеп, сәләмәт булыу серҙәре ҡатмарлы түгел. Әйҙәгеҙ, Ҡытай гигиенаһына ла күҙ һалайыҡ. Унда ниндәй кәңәштәр бирелә?

* Биткә күберәк массаж эшләргә.
* Сәсте йышыраҡ тарарға.
* Күҙҙәр һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын.
* Аҫҡы һәм өҫкө тештәр бер-береһенә тейеп торһон.
* Һулыш алыу еңел булһын.
* Йөрәгегеҙҙе тыныслыҡ ташламаһын.
* Арҡа гел тура торһон.
* Зиһенегеҙ саф булһын.
* Һөйләмегеҙ күп һүҙҙән тормаһын.
* Тирегеҙҙең һәр саҡ дымлы булыуы яҡшы.
* Үксә һеңерҙәрен йышыраҡ һуҙығыҙ, сөнки улар аша йәшәү өсөн кәрәкле энергия тәьмин ителә.
Үрҙә әйтелгән кәңәштәрҙе тотоу өсөн ни бары ялҡауланмаҫҡа кәрәк.
Читайте нас в