Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Февраль 2021, 21:00

Әлеге эшемде һайлар инем!

Күгәрсен ауылындағы Нәбиулла Кәримов исемендәге мәктәптең аш бешереүсеһе Әнисә Вәхит ҡыҙы Ҡолоеваның бында эшләүенә апрелдә 37 йыл була.- Әл дә генә ошо һөнәрҙе һайлағанмын, мәктәпкә килеп балаларҙы күреп ҡыуанып китәм, бар ҡайғы-проблемаларымды онотам. Хаҡлы ялға сыҡһам, ни эшләрмен икән тиһәм, килеп-килеп. күрешеп китерһең уҡыусылар менән, тиҙәр, – тип йылмая Әнисә Вәхит ҡыҙы. – Йәш саҡта кешеләрҙең һөнәремде, эшемде яратам тигәненә ышанмай торғайным. Ысынлап та, яратаһың икән ул! Әгәр ҙә яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге бирелһә, икеләнеп тормай, әлеге эшемде һайлар инем.

Күгәрсен ауылындағы Нәбиулла Кәримов исемендәге мәктәптең аш бешереүсеһе Әнисә Вәхит ҡыҙы Ҡолоеваның бында эшләүенә апрелдә 37 йыл була. Кейәүгә сыҡҡас та буфетчица булып урынлаша, артабан ашнаҡсы ярҙамсыһы, унан ашнаҡсы итеп күсерелә. Хәҙер инде ул 6-сы разрядға эйә.
  • Әл дә генә ошо һөнәрҙе һайлағанмын, мәктәпкә килеп балаларҙы күреп ҡыуанып китәм, бар ҡайғы-проблемаларымды онотам. Хаҡлы ялға сыҡһам, ни эшләрмен икән тиһәм, килеп-килеп. күрешеп китерһең уҡыусылар менән, тиҙәр, – тип йылмая Әнисә Вәхит ҡыҙы. – Йәш саҡта кешеләрҙең һөнәремде, эшемде яратам тигәненә ышанмай торғайным. Ысынлап та, яратаһың икән ул! Әгәр ҙә яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге бирелһә, икеләнеп тормай, әлеге эшемде һайлар инем.
  • Әнисә апай күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт туҡланыуы индустрияһы үҫешенә индергән өлөшө өсөн Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде.
    Әсәләрен шулай баһалауҙары менән ҡыҙҙары: Рита, Римма, Резеда һәм Розалина ла бик ғорурлана. Улар кейәүҙәләр, үҙҙ аллы тормош юлына баҫҡан инде.
    Читайте нас: