Үҙен оҙатырға килгән ҡатынға ҡарап та, һоҡланып та туя алманы Рәфис. Килмәҫ тип борсолоуҙары бушҡа ғына булған икән. Әллә ниндәй вәғәҙәләр ҙә бирмәне,артыҡ һүҙ ҙә һөйләмәне, мөләйем генә йылмайып,йомшаҡ,кескәй ҡулдарын һуҙҙы. Рәфис ҡапыл ғына ҡосағына алғайны ла, йылғыр булып сыҡты, ысҡынып та сыҡты Сәмәрә. Ҡырағай ҡыр кәзәһеме ни? Хәйер, йәш сағында ла бер аҙ уҫал да,шаян да,ҡырағайыраҡ та, сибәр ҙә ине шул Сәмәрә. Донъяларҙы оноттороп һөйҙөрөр һөйкөмлө һөйәге бар ине уның.
Такси ишеген асҡас та, мәңгелеккә йөҙҙәрен,күҙҙәрен,моңһоу ҡараштарын күңеленә һеңдерергә теләгәндәй,йотлоғоп ҡараны Рәфис Сәмәрәгә.Йәш сағында нисек һөйҙөрә белһә, әле булһа һөйкөмлө һөйәкле, ирҙәр күңелен яуларҙай,һөйкөмлө,матур ҡатын шул Сәмәрә.Ҡайғы-юғалтыуҙар,ауыр ғазаптар ҙа ҡағылмаған кеүек үҙенә...Шул тиклем дә моңһоу күҙҙәре,һағышлы ҡараштары ғына һөйләй уның йөрәк кисерештәрен.
Әҙәпле генә ҡараш ташлап,Рәфистең башҡа был яҡтарға килмәүен,башҡа берәүе барлығын,үҙенә тиң йәрен эҙләүен үтенде Сәмәрә.
-Рәфис, йәш саҡта уҡ беҙгә бергә булырға яҙмаған икән,әйҙә барыһы ла нисек бар- шул килеш ҡалһын. Араларҙа 34 йыл ғүмер ята.Мин һин белгән шаян, шуҡ Сәмәрә түгелмен хәҙер, күпте күргән, күпте кисергән, донъя күргән уҫал да, сая ла берәүгә әйләнгәнмен.Һинең ҡатының үлеп, минең иремдең юҡлығы бер нәмә лә аңлатмай.Яҙмыштар шулай тимәк.Шунса йылдарҙан һуң,мине онотмай,эҙләп табып килеүеңә рәхмәтлемен.Рәфис,тормош дауам итә. Ауыр сағымда иңен ҡуйған, күңеленең йылыһын тойған башҡа бер кешем бар минең.Һин дә табырһың үҙеңә тиң йәреңде,беҙ тереләр тереклек итергә тейешбеҙ,үлгән артынан үлеп булмай.Һин үҙ яғыңда,мин үҙ яғымда бәхетле булайыҡ, Рәфис,--тине Сәмәрә.
Йөрәгенә ни тиклем ҡыйын булһа ла Рәфис тә бәхет теләп хушлашты йәш саҡта өҙөлөп яратҡан кешеһе менән.
Такси ҡуҙғалып китте,Рәфис ҡайтыр юлға сыҡты. Моңһоу ғына ҡарап Сәмәрә оҙатып ҡалды. Рәфистең уйҙары, йөрәге, күңеле Сәмәрә менән бергә, Сәмәрә янында ҡалды. Кем белә,бәлки яҙмыш күрештерер тигән өмөт яна ине ир күңелендә.
Такси елә генә.Рәфис үткәндәре менән Сәмәрә менән осраштырған йылдарын эҙләп уйға сумды.
Эшкә килгәйнеләр улар был яҡтарға. Матур тәбиғәтле ҙур ғына бер ауылға урынлаштылар. Йәшлек йәшлек инде. Көндөҙҙәрен эштә, кистәрен ауыл клубына сыҡтылар. Йәштәр менән аралаштылар. Клубта осратты ла инде ул Сәмәрәне. Оҙон сәстәрен туҙғытып төшөргән,ҡара ҡашлы,оҙон керпектәр уратып алған йәшел күҙле, нескә генә билле,һары күлдәкле ҡыҙҙы күрҙе лә,башын юғалтты Рәфис. Күл өҫтөндәге томбойоҡ сәскәһе кеүек ине Сәмәрә һары күлдәк кейгән мәлендә. Төн йоҡоларын урланы егеттең ҡыҙыҡай. Донъя-ҡырҙарҙы яңғыратып көлөүҙәре, шаян һүҙҙәре, йөрөш-тороштары,атлап китеүҙәре үҙе бер бәхет ине Рәфис өсөн. Йәштәр тиҙ арала күрешеп, йөрөшә лә башланылар. Сәмәрә малай үҫтерә ине. Алсаҡ, йор һүҙле Сәмәрә бөтөн тормошон асып һалды егеткә. Ә Рәфис нишләптер үҙенең өйләнгән,5
йәшлек ҡыҙы барлығын әйтмәне, йәшерҙе. Сәмәрәнең холҡон яҡшы белгәнгә, ғаиләле ир менән осрашмаҫ тип ҡурҡты ғына.Матур,шаян ғына түгел,артыҡ ғорур ҙа ине ул.
Ләкин беҙ ҡапсыҡта ятамы ни?Көтмәгән дә,хәбәр ҙә һалып тормайынса, отпуск алып,ҡыҙын етәкләп,ҡатыны килде лә төштө.Ике ут араһында янған Рәфистең хәлен бер алла ғына белгәндер.Ул саҡтағы ғазапланыуҙары,Сәмәрәһен генә уйлап ут йотоуҙары...
Юҡ,башҡаса яҡын да юлатманы Сәмәрә Рәфисте,һөйләшеп тә торманы.
Ҡатынын түгел,Сәмәрәне өҙөлөп яратҡан ир аптырауға ҡалды.Уртала бала.Эйе,ғаиләһе менән ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмағайны уға.
Салауатҡа ҡайтҡас та,ҡатыны менән ыңғай йәшәп китә алманылар.Ыҙғыш-талаш...Эргәлә ҡатыны,йөрәктә Сәмәрә.Уртала бала.Сәмәрәгә яҙған хаттар яуапһыҙ ҡалды. Күп тә үтмәй, ҡыҙҙары ауырып китте.Табиптәргә йөрөүҙәр,дауахана юлдарын тапауҙар...Һөҙөмтәлә, Салауаттан күсеп китергә мәжбүр булдылар.Ҡыҙҙары һауығып,аяҡҡа баҫҡас,Сәмәрәне эҙләп килде ул.Һағыныуҙары баштан ашҡан ине. Тик Сәмәрә кейәүгә сыҡҡан булып сыҡты. Рәфис кире ғаиләһенә әйләнеп ҡайтты.Ғүмере буйы иңрәп,һағынып йәшәне ул Сәмәрәне.Күпме генә оноторға тырышһа ла,онота алманы.
Эш менән баҫты күңелен, ҡыҙын һөйөп туйманы.
Ҡатыны аварияға осрап һәләк булғас,аңҡы-тиңке йөрөгән мәлендә,Сәмәрәнең дә иренең мәрхүм булғанын ишетте Рәфис. Бер яңғыҙы ҡалды хан һарайындай донъяһында, ҡыҙы ла кейәүгә сығып китеп барҙы.
Тәүәкәлләне лә китте Сәмәрә янына. Осраштылар, бик матур һөйләштеләр.Һаман да шул үҙен һөйҙөрә белгән Сәмәрә ине ул.Йылдар таушаһа ла, ҡайғылар ҡартайтһа ла,һаман да шул һөйкөмлө һөйәк Сәмәрә ине.Шаянлығы юғалған,сабырлыҡ урын алған Сәмәрә ине. Ипле генә һөйләшеп йөрөгәс,күңелендә Сәмәрәне үҙ яғына алып ҡайтыу яғын ҡайыра башлағайны Рәфис.Тик был юлы ла һуңға ҡалғайны. Сәмәрәнең башҡа берәүе бар ине.Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан Рәфис нишләптер был юлы Сәмәрә уның менән яҙмышын бәйләр тип ышанғайны ла,яңлышты.
-Рәфис, мин яңынан тормошҡа сығырға йыйынмайым. Балаларым бар бит. Ҡайҙа ҡайтырҙар улар? Улар ҡайтҡанда тәҙрәләремдә уттар балҡып янмаһа, мөрйәмдән төтөн сыҡмаһа, асып инер ҡапҡалары бикле булһа ниндәй әсәймен мин? Етмәһә, ер аяғы ер башына китеп барасағым да юҡ. Яҙмышым да, һуңғы һулышым да ошо ауылда минең, Рәфис. Үткәндәр үткәндәрҙә, иҫтәлектәр, йәшлек хәтирәләре булып йөрәктә ҡалһын. Өҫтәүенә үҙемә терәк булырҙай кешем дә бар офоҡта,-тип өҙә һуҡты өмөттәрҙе Сәмәрә.
Әле оҙатырға килгәс тә,өмөт уты баҙлай ине Рәфистең күңелендә. Яңы йыл, байрам булғанға килгәндер ахырыһы?! Ғүмере буйы яратҡан кешеһе, бер ваҡытта ла уның ҡәҙерлеһе булмаясағына һаман ышана алмай ине Рәфис.Башҡа берәүең менән бәхетле була алһаң ярай ҙа бит Сәмәрә,бәхет кенә теләйем үҙеңә. Ә шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйем,бәлки?.. тип шыбырҙайҙар ине Рәфистең ирендәре. Такси елә генә. Рәфис тә һаман өмөт утын һүндермәй, уйлана ғына...Эх,Сәмәрә һуңлап ҡына осратҡан,йөрәгендә ғүмерлеккә урын алған,һөйкөмлө һөйәк Сәмәрә.Бәхетле генә була күр, Сәмәрә. 60-ты ҡыуалаған ирҙең күҙҙәрендә ынйы бөрөтөгөләй йәштәре тәгәрәне. Илай ине Рәфис.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.