Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Февраль 2021, 14:00

#беҙгә_яҙалар

Сирғол ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу һөйөнөсөнән Гөлзирә апай Юлдашбаева таҡмаҡтар ижад иткән.

Байрам бөгөн: ҡыуаныстар
Йырҙар булып урғылды.
Тарихта тәүгә үҙ йортло
Медицина Сирғолда!
Хозур тәбиғәт алдында
Ҡалҡҡан йәшел хазина.
Ҡотло булһын ошо нигеҙ,
Баҫҡас һаулыҡ һағына.
Һаҡлы ғына тотнайыҡ
Амбулаторияны.
Ҡыуаныстар йорто булып
Әйҙә торһон өр-яңы!
Заманса йәшәйек әле
Тормош ҡороп сәләмәт.
Ябып ҡына ҡуймаһындар,
Шунда булыр ғәләмәт.
Ҡотло булһын төҙөлөштәр
Халыҡҡа хеҙмәт итһен.
Бергә-бергә, алға-алға
Ғүмерҙәр матур үтһен!
Гөлзирә Юлдашбаева.
Саҙалы ауылы.
Читайте нас: