Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Февраль 2021, 20:00

Өсмөйөшмө, әллә өсбосмаҡмы?

Был тәмле ризыҡтың исемдәре төрлөсә. Берәүҙәр өсөн ул - "өсбосмаҡ", икенселәр "өсмөйөш" тиһә, ҡайһы берәүҙәр "ваҡ-бәлеш" тип тә ебәрә. Нисек кенә булмаһын, бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ һәм уңайы сыҡҡан һайын бешерәбеҙ. Әйҙәгеҙ, бөгөн дә ошо ризыҡты бешерәйектәр!

Ҡамыр өсөн:
- 200гр. ҡаймак (сметана 20%);
- 100гр. аҡ май (бүлмә температураһында);
- 0,5 балғалаҡ тоҙ;
- 0,5 балғалаҡ шәкәр ҡомо;
- кәрәгенсә он алабыҙ.
Ҡамырҙы баҫҡас, бер 20 минуттай ял иттереп, ул арала эслекте әҙерләйбеҙ.

Эслек өсөн:
- фарш (туралған ит, ҡаҙ-өйрәк иттәре лә мөмкин);
- картуф;
- һуған;
- тоҙ, борос алабыҙ.
Картуфты ваҡ шаҡмаҡлап турап, ҡалған ингридиенттар менән бутайбыҙ. Фарш майлыраҡ булһа, бәлешебеҙ уғата тәмле килеп сығасаҡ.
Инде ҡамырҙы йәйеп, эслекте һалабыҙ ҙа, өсмөйөшләп йәбештерәбеҙ. Майлы табаға һалып, мейескә оҙатабыҙ.
Тәмле булһын!
Читайте нас: