Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Февраль 2021, 18:00

Шугән таш.

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үткәргән түңәрәк өҫтәлдә Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығына Александр Рюмин исемен биреү мәсьәләһен тикшерҙеләр. Сараға “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев, Башҡортостан Башлығының экология һәм тәбиғәт ресурстары мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, ғалимдар ҡатнашты. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.- 1959 йылда Бөрйән районында Башҡортостан, Рәсәй, донъя кимәлендәге асыш яһалды. Зоолог Александр Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһендә боронғо кешенең 15 мең йыл элек эшләнгән һүрәттәрен тапты. Асышына тиклем Рюмин Петр Рычковтың, Иван Лепехиндың ғилми эштәрен ентекле өйрәнгән. Ә 1930 йылда студент булараҡ Бөрйән районына практикаға ла килгән булған. Рюмин менән шәхсән таныш булдым. Ул ваҡытта ул оло булһа ла, Шүлгәнташ мәмерйәһенә ғүмерен бағышлаған бөйөк ғалим ине. Зоолог асышы тураһында 1959 йылдың февралендә ғалимдар алдында СССР-ҙың Фәндәр академияһының ултырышында иғлан итә. Быға тиклем Шүлгәнташтағы кеүек һүрәттәр Италия менән Францияла ғына табылған була.

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үткәргән түңәрәк өҫтәлдә Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығына Александр Рюмин исемен биреү мәсьәләһен тикшерҙеләр. Сараға “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев, Башҡортостан Башлығының экология һәм тәбиғәт ресурстары мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, ғалимдар ҡатнашты. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
- 1959 йылда Бөрйән районында Башҡортостан, Рәсәй, донъя кимәлендәге асыш яһалды. Зоолог Александр Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһендә боронғо кешенең 15 мең йыл элек эшләнгән һүрәттәрен тапты. Асышына тиклем Рюмин Петр Рычковтың, Иван Лепехиндың ғилми эштәрен ентекле өйрәнгән. Ә 1930 йылда студент булараҡ Бөрйән районына практикаға ла килгән булған. Рюмин менән шәхсән таныш булдым. Ул ваҡытта ул оло булһа ла, Шүлгәнташ мәмерйәһенә ғүмерен бағышлаған бөйөк ғалим ине. Зоолог асышы тураһында 1959 йылдың февралендә ғалимдар алдында СССР-ҙың Фәндәр академияһының ултырышында иғлан итә. Быға тиклем Шүлгәнташтағы кеүек һүрәттәр Италия менән Францияла ғына табылған була.
Ғалим 2006 йылда 92 йәшендә вафат булды. Уның иҫтәлегенә Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә таҡтаташ асылған. Уның исемен ҡурсаулыҡҡа биреү тәҡдимен хуплайым һәм Рюминдың мәмерйәне һаҡлауға индергән өлөшөнөң тейешле кимәлдә баһаланыуын, донъяуи кимәлгә күтәргән кеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә, - тине үҙ сығышында Михаил Косарев.
Александр Рюминдың исемен “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығына биреү мәсьәләһен күтәреп Рәсәйҙең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хат яҙылған. Министрлыҡтан килгән яуап нигеҙендә ҡурсаулыҡ йәмәғәт тыңлауҙары үткәрергә йыйына, ә битараф булмағандарҙы иһә фекерен белдереүҙе һорап хат яҙыуҙарын һорайҙар. Хаттарҙы [email protected] [email protected] адрестары буйынса ебәрергә була. Тағы ла шуны билдәләп үтке килә: ҡурсаҡлыҡтың исеменә әллә ни үҙгәреш индерелмәйәсәк. Ул бары тик Башҡортостандың А. Рюмин исемендәге “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы тигән яңғыраш аласаҡ.
Читайте нас: