- Хөсәйен, аттарыңды шәберәк ҡыу, әллә нимәгә күңелем тыныс түгел...
Заһиҙәнең йөрәге телгеләнә, күңеле һыҡрай. Нимә эшләне ул, нимә эшләне? Башынан йәшен тиҙлеге менән төрлө уйҙар үтә. Нимә эшләне ул?
Тормошо ла матур бара ине һымаҡ, ире аҡыллы, кешелекле, бер насар һүҙ ҙә әйткәне булманы. Ҡайһы бер ирҙәр кеүек бушҡа тауыш ҡуптарып, ҡул күтәргәне лә юҡ.
Ата-әсә һүҙен йыҡмаған, ҡыйыуһыҙ ғына кеше Бәхтиәре. Йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, тик бер уй көндән-көн уға тынғылыҡ бирмәй. Күпме йылдар үтте уларҙың Бәхтиәр менән өйләнешкәндәренә. Икәүһенең көтөп алған бәләкәстәре, Маһира исемле ҡыҙҙары ла бар. Әле бала унын ҡуйынында, Хөсәйен ағаһы аттарҙы шәберәк ҡыуған һайын әсәһенә нығыраҡ һыйына. Заһиҙә лә балаһын нығыраҡ ҡосаҡлай. Ниндәйҙер шом бар күңелендә. Йә, ошо бала хаҡына ғына йәшәмәне. Ҡайны-бейеме лә насар кешеләрҙән түгел. Нуретдин бабай менән Өммөниса ҡарсыҡ – ауылда ихтирамлы кешеләр, хәлле генә йәшәйҙәр. Маһираны ла үҙ балаларынан артыҡ күреп яраталар. Ҡәйнеш-бикәстәре, килендәштәре менән дә татыу ғыналар. Уларҙы Һике ауылында Нуретдин бабайҙың игеҙәк ҡыҙҙары тип йөрөтәләр ине. Юҡ, шулай ҙа артабан былай йәшәй алмай ул. Үҙеңде алдап, ғүмер буйы түҙеү мөмкин түгел. Яратмай ул ирен. Йөрәгеңдә уға ҡарата саҡ ҡына ла осҡон юҡ, өйрәнеп тә китә алманы.
... Уны кейәүгә димләп бирҙеләр. “Бына ошо була һинең йәрәшә торған кейәүең”, – тип матур, киң яурынлы егетте күрһәттеләр. Ә еңгәйҙәр ҡушҡан егет бөтөнләй ул түгел, өлкән генә, етмәһә. бер яҡ яурыны зәғиферәк тә. Ә теге егет кем булды һуң?.. Оҙатылып барғас ҡына таныны уны Заһиҙә. Бәхтиәрҙең бер туған ҡустыһы Хөснетдин булған икән. Тимәк, уға ҡәйнеш була. Үҙ ғаиләһе бар. Ҡатыны ла һылыу ғына, Ҡаҫмарт буйынан, Байтүрә ҡарттың ҡыҙы Мөһрәмзә.
Алданылар, алданылар уны. Ошо уйҙар һаман тынғылыҡ бирмәй. Ҡайтып китәм, тине лә йөрөнө Заһиҙә. Ул әйткән көндө совхоздан Хөсәйен ҡустыһы ла килде. Тик күрәһеләре алда булған икән – уға ҡыҙын, Маһираһын бирмәйҙәр. Ҡайныһы ла, бейеме лә, ире лә, башҡa туғандары ла риза түгелдәр. Йәнәһе, нисек инде аяҙ көндә йәшен кеүек, тыныс ҡына барған тормошто емерергә була? Уны туҡтата алмағас, балаға сат йәбешкәндәр. Бәлки, балаһы хаҡына йәшәр, тигәндәрҙер инде. Ни эшләһен инде ул, бер үҙе булһа ла ҡайтырға була. Шулай итеп, көнө төнгә, төндәре ғазапҡа әүерелә Заһиҙәнең. Хөсәйен энеһе лә түҙмәй йөрөй, апаһының ғазапланыуына йөрәге әрней. Нәбирә апаһы ла әрләй. Бөгөндән ҡалмай баланы урлап булһа ла алып ҡайтырға, тигән уй килә баштарына...
Гәзит уҡыусыбыҙ РӘЙЛӘ КИНЙӘБАЕВАның мәҡәләһен тулы килеш гәзитебеҙҙең 29 ғинуар һанында уҡығыҙ ("Е.Т.", №9).