Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Февраль 2021, 21:00

Рецепт.

Бауырҙы алма менән ҡыҙҙырып ҡарағанығыҙ бармы? Бик үҙенсәлекле, туҡлыҡлы, витаминлы ризыҡ килеп сыға.Бының өсөн 700 грамм бауыр, ике алма (әсе сорт), ике баш һуған, 150 грамм он, ике-өс аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр кәрәк.Башта алманы йыуып, үҙәген таҙартып, түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Һуғанды әрсеп турайбыҙ, бауырҙы йыуып ваҡлайбыҙ. Табаны йылытып, ике аш ҡалағы тирәһе үҫемлек майы һалып, алманы 5-6 минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙ генә шәкәр ҡомо ла өҫтәргә мөмкин. Әҙер алманы тәрилкәгә һалабыҙ. Шул уҡ майҙа һуғанды ҡыҙҙырып һауытҡа бушатабыҙ. Бауырҙы онда әүәләп, тоҙлап , борослап, табаға көнбағыш майы өҫтәп, талғын утта 7-8 минут тирәһе ҡурабыҙ. Әҙер бауырға тәүҙә һуған, шунан алма һалып өҫтәлгә йылы килеш бирәбеҙ.Ашығыҙ тәмле булһын!

Бауырҙы алма менән ҡыҙҙырып ҡарағанығыҙ бармы? Бик үҙенсәлекле, туҡлыҡлы, витаминлы ризыҡ килеп сыға.

Бының өсөн 700 грамм бауыр, ике алма (әсе сорт), ике баш һуған, 150 грамм он, ике-өс аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр кәрәк.

Башта алманы йыуып, үҙәген таҙартып, түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Һуғанды әрсеп турайбыҙ, бауырҙы йыуып ваҡлайбыҙ. Табаны йылытып, ике аш ҡалағы тирәһе үҫемлек майы һалып, алманы 5-6 минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙ генә шәкәр ҡомо ла өҫтәргә мөмкин. Әҙер алманы тәрилкәгә һалабыҙ. Шул уҡ майҙа һуғанды ҡыҙҙырып һауытҡа бушатабыҙ. Бауырҙы онда әүәләп, тоҙлап , борослап, табаға көнбағыш майы өҫтәп, талғын утта 7-8 минут тирәһе ҡурабыҙ. Әҙер бауырға тәүҙә һуған, шунан алма һалып өҫтәлгә йылы килеш бирәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: