Янғын иҫкәрткес – һәр йортҡа, һәр фатирға!
2021 йылдың 20 ғинуарынан “Янғын иҫкәрткес – һәр йортҡа, һәр фатирға!” дөйөм республика акцияһы башланды.
Был акцияның бурысы – граждандарҙы торлаҡтарына янғын иҫкәрткестәрен үҙаллы ҡуйып, үҙҙәренең, туғандарының ғүмерен һаҡлауға һәм янғындарҙан матди зыянды кәметеүгә мотивациялау. Һиҙгер элементтар ярҙамында торлаҡта төтөн булыуын билдәләп, көслө сигнал биреүсе автономлы янғын иҫкәрктесе янғынды иртә стадияһында асыҡларға һәм кешеләргә хәүефле зонаны ваҡытында ҡалдырырға, ут көсәймәҫ элек янғын һүндереүселәрҙе саҡыртып, матди зыянды кәметергә мөмкинлек бирә. Ни тиклем күберәк йорттар һәм фатирҙар иҫкәрткестәр менән йыһазландырылһа, был минисиреналар ҡотҡарған граждандар һаны шул тиклем күберәк буласаҡ. Был приборҙарҙың сигнал биреү осраҡтарының күбеһе билдәле түгел, сөнки улар ярҙамында асыҡланған ут, төтөн хужалар тарафынан янғын һағын саҡыртмайынса ғына һүндерелгән. Дүрт йылда республикала янғын иҫкәрткестәренең сигнал биреүе һөҙөмтәһендә 499 кеше, шул иҫәптән 205 бала ҡотҡарылған.
Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге район халҡына был приборҙарҙы һатып алып үҙҙәренең өйҙәренә ҡуйырға, туғандарына һәм яҡындарына, дуҫтарына бүләк итергә тәҡдим итә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2016 йылдың 1 июнендәге “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙамдың өҫтәлмә саралары тураһында” УГ-103 һанлы указына (2020 йылдың 6 мартындағы үҙгәрештәр менән) ярашлы, районда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм уларға тиңләштерелгәндәрҙе, һәләк булған (үлгән) Бөйөк Ватан һуғышы ивалиды, ҡатнашыусыһы (тол ҡатыны) ғаиләһе ағзаларын, 55 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәүсе граждандарҙы, 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған 7 йәшкә тиклемге балалар булған ғаиләләрҙе янғын иҫкәрткестәре менән бушлай тәьмин итеү эше дауам итә.
Әгәр һеҙ үрҙә һаналған категорияларға ҡараһағыҙ йәки янғын иҫкәрткестәре менән бушлай тәьмин ителмәгән туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ булһа, йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһенә ғариза менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Янғын иҫкәрткестәрен Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре бирә, тел. 8-937-497-48-92.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, янғын иҫкәрткесен ҡуйыу фажиғәгә юл ҡуймау һәм һеҙҙең, яҡындарығыҙҙы ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бирә!
Тормошоғоҙҙо хәүефһеҙерәк итегеҙ!
Ш. Байназаров, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетынының янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторы.