Кемдеңдер үҙәккә үтерлек итеп сеңләп илауына уянып китте Гүзәл. Хәйерһеҙ, әллә теге бесәй балаһы шулай илаймы икән? Ҡайһы бәғерһеҙе аҙаштырып киткәндер, алты йәшлек ҡыҙы урамдан тотҡан да алып ингән. Өйҙәре ауылдың иң ситендә булғас, шуныһы ҡыйыныраҡ: ауылдаштары артыҡ-мортоҡ бесәй балаларын да, эт көсөктәрен дә алып килеп ташлай ҙа китәләр.
... Сеңләү тынманы. Инде ул үкһеп-үкһеп илау тауышына әйләнде. Ҡапылғара йоҡоһонан ай нып, күҙҙәрен аса алмай ятҡан Гүзәлдең зиһенен йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтте: "Әсәйем!"
– Уй Аллам, ҡалай йоҡлаған да киткәнемсе, – тип ғәйепле төҫ менән йәнтәслимгә ырғып тороп ултырҙы, уранып ятҡан дебет шәлен бер яҡҡа атып бәрҙе. Өйөмдә йоҡлап ятам тип, ҡайһылай онотолоп киткәнсе. Ике көнгә ҡунаҡҡа тип кенә ҡайтып, ҡапыл әсәһенең ауырып киткәнлеген дә, "Тиҙ ярҙам" машинаһы саҡыртып уны дауаханаға һалғанлығын да иҫенән сығарған, имеш... Инде тиҫтәләгән йылдар эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауырыуҙарҙың улай ҙа, былай ҙа борғоланып аунауынан пружиналары бушап бөткән, төбө иҙәнгә етә яҙып эйелгән иҫке карауат шағыр-шоғор итеп ҡалды. Йәш ҡатын ашығып дөбөр-шатыр карауатынан ырғып тороуы булды, ҡаршыла ятҡан әсәһе күҙен асты.
Илау тауышы был мәлгә инде шым ғына шыңшыуға күскәйне. Аптыранған Гүзәл, ҡабаланып, ҡалтыранған ҡулдары менән утты яндырып ебәрҙе. Көслө яҡтылыҡҡа күҙе сағылып, бер килкем асалаҡ-йомалаҡ булып торғандан һуң, күҙ алдындағы күренештән шаҡ ҡатты. Кисә кис кенә уларға бүлмәләш итеп күсерелгән әбей бөтә түшәк-яҫтығын йомарлап иҙәнгә төртөп төшөргәйне. Өҫтөндәге кейемдәрен дә сисеп берәм-һәрәм унда-бында ташлаған да илай-илай ҡаҡ карауатта кесе ярау итә ине...
Гүзәл шаҡ ҡатып иҫен йыя алмай торҙо, унан уңайһыҙланып ҡына әбейҙең иҙәндә сәселеп ятҡан эске кейемдәрен йыя башланы. Ярты кәүҙәһен фалиж һуҡҡан был инәйҙең уң аяғы менән ҡулы бөтөнләй хәрәкәт итмәй, нимә һөйләгәне лә аңлашылмай. Телен көрмәлтә-көрмәлтә ниҙер әйтергә маташып ҡарай ҙа, ахыры, булдыра алмағас, көлөмһөрәгән булып ҡул һелтәй. Әле иһә уның һыҡтау ҡатыш ни мөңгөрләгәнен бөтөнләй төшөнмәне Гүзәл. Эске күлмәген көс-хәл менән тартып-һуҙып кейҙергәс, баянан бирле ҡаш төйөп ҡарап ятҡан әсәһе хәлһеҙ тауыш менән: "Ҡуй, ҡыҙым, булышма, бар, шәфҡәт туташын саҡыр ҙа ҡуй. Улар өйрәнеп бөткән бит инде", – тине.
Тоноҡ ҡына яҡтыртылған коридор буйлап барғанда ла әбейҙең илаулай-илаулай үҙ алдына нимәлер һөйләнгәне ишетелде. Дежур шәфҡәт туташы серем итеп киткән, ахыры, Гүзәлгә байтаҡ ҡына туҡылдатып торорға тура килде. Хәлде төшөнгәс, башынан һыпырылып төшөп барған яулығын төҙәтә-төҙәтә, һуҡранып алдан төштө.
– Ай әттәгенәһе, таяғын төнгөлөккә йыйып ҡуйғайным шул. Әтеү төн уртаһы тимәй, таң һарыһы тимәй, торбаға шатыр-шотор һуғып саҡыра ла ултыра. Бөтә балнисты уятып бөтә.
Гүзәл, сәйерһенеп, ни әйтергә лә белмәй, шым ғына уның артынан эйәрҙе. Йәш ҡатын һаман һуҡраныуын белде: "Өйҙә теге алкашы йоҡтарға хут бирмәй, бында – былары теңкә ҡорота". Килеп ингән ыңғайы әбейгә тотоноп китте.
– Тағы ла миңә эш яһаныңмы? Төнө буйы убыр кеүек тығынаһың да, шунан ҡарауылла һине.
Шыңшыған әбейҙең ауыҙынан өҙөк-йыртыҡ сыҡҡан һүҙҙәрҙе, ни ғәжәптер, шәфҡәт туташы бик һәйбәт аңлай булып сыҡты. Үҙе әбейҙе теттереп әрләп йөрөнө, ә үҙенең тилбер ҡулдары өйрәнелгән хәрәкәттәр менән йомшаҡ ҡына итеп һөртөр ерен һөртөп, йыуыр ерен йыуып, күҙ асып йомғансы әбейҙе кейендереп тә ҡуйҙы. Гүзәл ипләп кенә әсәһе янына барып ултырҙы ла уларҙың ғәҙәти көше аңламаған әңгәмәһен тыңлай башланы. Инәй телән көрмәлтә-көрмөлтө ниндәйҙер өндәр сығарып маташа, ә тегенәһе һин дә мин уға яуап ҡайтара.
– Эйе шул, табырға ине һиңә лә бер ҡыҙ. Ултырмаҫ инең ҡартайған көнөңдә яңғыҙың тилмеpeп, сит-ят кешеләр ҡулына ҡарап. Ауыҙыңа һыу тамыҙыр ҙа яҡының юҡ бына хәҙер.
– Һы, йөрөгәнһең инде ата коммунист булып. Партия ҡушҡас, тигән була ищу етмәһә. Ана, юҡ, бөттө һинең партияң, ә һин ултыраһың кеше көнлө булып.
– Һуң, булманымы шунда сатан-сулаҡ булһа ла берәйһе? Һал ағыҙып йөрөгәнеңдә, төнгөлөккә йылынам, тигән булып инер инең берәйһенең ҡуйынына.
Әбей кет-кет үҙенсә көлгән булды. Йыуындырып, таҙа кейемдәрен кейҙергәс, уның кәйефе күтәрелеп китте. Шәфҡәт туташы иһә ул арала түшәк-яҫтыҡтарын ҡағып-һуғып, йүнәтеп һалды, шунан, бәпәй кеүек йыуатып, әбейҙе урынына һалды. Үҙе тумбочка өҫтөндәге төрлө эреле-ваҡлы ҡаптарҙағы аҙыҡ-түлекте пакет эсенә тултыра башланы.
– Ә быларын алып сығып торам. Беҙҙең балаларға юҡ бынауындай тәмлекәстәр, һурғыс кәнфитен дә алып ашата алмайбыҙ. Ә быны хөкүмәт ҡарай... Пенсияны ҡутара алғас ней, тәм-том ғына ашап ята, ә... Смотри, тағы төнө буйы ашанһаң!
Ул әбейгә ҡарап шаяртып бармаҡ янаны.
– Иртәнсәк сәйгә алып инермен. Беләм мин һине, хәҙер төнө буйы сысҡан кеүек кимереп сығаһың...
Унан Гүзәлгә ҡарап йылмайҙы:
– Иртәгә табипҡа әйтеп икенсе палатаға күсерербеҙ. Әтеү һеҙгә тынғылыҡ булмаҫ ул.
Гүзәл, шәфҡәт туташы эшен бөтөрөп сығып киткәс, бер уянғанда тип, әсәһенең оҙаҡ ятыуҙан ойоған арҡаларын һыйпаштырҙы, ирендәрен сылатты, аҫтына судно ҡуйҙы. Йоҡоһо ҡасты инде, ятһа ла күҙ алдынан теге әбейҙең сыр-яланғас ҡаҡ карауат өҫтөндә илап ултырыуы китмәй ыҙалатты...
... Иртәгеһенә табип обход үткәргәс тә, әбейҙе икенсе палатаға күсерҙеләр. Урын етмәгәнлектән, уртанан шаршау ҡороп, бер яғында теге әбей, икенсе яғында типһә тимер өҙөрлөк йәш кенә бер ирҙең хәрәкәтһеҙ ятҡанын күргән Гүзәлдең йөрәге өшөп китте. Йомош менән тегеләй-былай үткән һайын яртылаш асыҡ торған ишеккә теләһә лә, теләмәһә лә күҙ һалырға тура килә. Әбейҙең ошо хәлдә ятыуына үҙен ғәйепле тойғандай, коридорҙан йәһәтләп үтеп китә. Эй-й-й, хоҙайым, әбейе ярай, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, анау йәп-йәш ирҙе ниңә ул хәлгә төшөрөргә инде?..
...Төштән һуң ҡурҡышынан ап-аҡ булған апайы килеп етте. Гүзәл ҡабаланып ҡырҙағы туғандарына ла ашығыс телеграмма һуғып бөткәйне, кискелеккә ике ағайы еңел машина менән килеп төштө. Ҡара һин уны, күптәнән былай йыйылышҡандары ла булмаған икән. Әсәләренең хәлен күреп тыныслана төшкән туғандарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бәләкәй генә палата ағаларының дәү кәүҙәләре менән тулды ла ҡуйҙы. Янына теҙелешеп ултырған балаларына ҡарап, әсә кеше кәйефләнеп китте. Инде нисәмә көн буйы тамағына тәғәм ризыҡ ҡапмай ине, әле Гүзәлдең һөткә генә бешерелгән, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ һалып болғаған бутҡаһын бер кәсә итеп ашап ҡуйҙы, ҡуян ҡанындай ҡаты итеп яһалған ярты сынаяҡтай сәй эсте. Гүзәл, теремекләнеп киткән әсәһенә ҡарап, үҙенең әлеге лә баяғы ҡабаланып бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырыуына үкенеп тә ҡуйҙы. Ай, иҫәр тимә инде шунан, бигерәк сыҙамһыҙ ҙа инде үҙе. Бына бит, шәбәйеп бара ла һуң әсәһе, ә ул ҡайһындай эш кешеләрен эштәренән айырып, барыһын да ҡурҡыуға һалды...
Апайы, алыҫ юлдан килеп йонсоғандарҙыр тип, ағайҙарын эйәртеп ҡайтып китте. Гүзәл иһә, уларҙы оҙатып ингәс, әсәһе янына сүгәләне. Ҡара әле һин уны, күҙ алдында хәл кереп киткән кеүек булдысы үҙенә. Ҡыҙынан күтәрттереп, арҡаһына ике мендәр терәп, яртылаш тороп ултырҙы. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Әсәһенең хәтирәләре бала сағына, йәшлегенә лә барып әйләнде. Ҡыҙыҡ, элегерәк, әсәһе һау сағында ниңә ошолайтып иркенләп, ҡара-ҡаршы ултырып, ихласлап һөйләшеп ултырмаған икән Гүзәл? Донъяның алдатҡыс мәшәҡәттәре бөтә тиме икән, килһә лә бер көнгә, уҙа ҡалһа ике көнгә генә ҡунаҡҡа килә торғайны. Унда ла йүгереп йөрөп әсәһенең йыйылып ятҡан эре-торо эштәрен эшләй-эшләй ҙә: "Ай, ана һыйырҙарым нишләне икән, малым, донъям, эшем", – тип сабып ҡайтып китер ине... Эй, алйот, алйот, бына бит, әсәһе ауырып түшәккә йығылғайны, малының да, донъяһының да, хатта ире менән балаларының да кәрәге бөттө лә ҡуйҙы... Башында тик бер генә уй: тик әсәһе генә иҫән булһын...
– Әсәй, теге әбейҙең бер кеме лә юҡмы икән?
Баянан бирле күңелен өйкәп торған һорауы үҙе лә һиҙмәҫтән ысҡынды бит тәки.
– Булыр ине, үҙе ғәйепле... Бына һинең апайыңдан да ҙурыраҡ ҡыҙы булыр ине. – Әсәһе теләр-теләмәҫ кенә яуап ҡайтарҙы.
– Заманында бөтә тирә-яҡты шаҡ ҡатырғайны әбейҙең ҡылығы. Хәҙер ней белеүсе кеше юҡ, тиң-тоштар күптән әхирәттә.
– Ҡайһылай ҡыҙыҡ итеп әйтеп ҡуйҙыңсы, әсәй.
– Бер ҡыҙығы ла юҡ шул, ҡыҙым. Ҡыҙғаныс яғы күберәктер ҙә әле. Мәрйенбикә уның исеме. Калхуздың кантурында иҙән йыуа торғайны тәүҙә.
Шунда үҙенән күпкә өлкән, атаһы йәштәш кеше менән сыуалып йөрөп буйға уҙған. 14 кенә йәш ине бахырға. Тәүҙә кеше-ҡара белмәһен өсөн эсен быуып һиҙҙермәй йөрөгән. Тик уның һымаҡты йәшереп буламы ни инде, сругы апаруҡ булып киткәс, беҙҙең күршеләге әбейгә илаулап килгән. Ҡап-ҡара ғына сәсле ҡыҙ бала булған, бахырҡай. Имен-аман тыуған бит әле. Аҙаҡ күрше әбей үкенеп һөйләп-һөйләп ала торғайны: "Үҙем шул тиклем гонаһынан ҡурҡтым. Мәрйенбикәгә ҡуш- тым да ҡуйҙым. Әйҙә, рәхәтен татығас, язаһын да үҙе алһын, тинем". Йә инде, шул бармаҡ буйындай ҡыҙ баланың нисек выжданы еткәндер, һау-сәләмәт тыуған шалҡандай ҡыҙын сырылдатып ҡыҫҡыс менән ҡыҫып, бесәй балаһындай ҙа күрмәй, ашты һыу биҙрәһенә батырған. Ищу уныһы ыңғай үлмәгән бит әле, ҡараһалар, һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй, тей. Йөрәгең ярылып үлер. Нишләйһең инде, заманаһы ла ауыр ине, үҙе лә бала ғына булғас, аптыранғандыр, көтә алмаҫтай булғандыр. Ана шул гонаһһыҙ сабыйҙың рәнйеүе генә төштө уға, ғүмере аҙағына тиклем ней ир бәхете күрмәй, ней бала һөйөүҙән мәхрүм булып йәшәне...
... Арып киттемсе, төшөр әле, ҡыҙым, әҙерәк серем итеп алайыҡ, һин дә ят, төндә йүнләп йоҡо төҫө күрмәнең.
Гүзәл, белекһеҙлегенә эстән генә үҙен әрләй- әрләй, уны карауатҡа йәтешләп һалды.
– Күп һөйләндереп бигерәк арытып ташланым шикелле һине, әсәй. Ярай, ятып ал әйҙә, – тип үҙе лә шым ғына карауатына барып ятты.
Башында себен көтөүе кеүек гөжләгән уйҙарын ҡыуырға теләгәндәй, маңлайын ыуып-ыуып алды ла, Гүзәл башын күтәреп, күрше карауатҡа күҙ һалды. Әллә тын алмай инде әсәһе? һағайып ҡына урынынан ҡалҡынды, иҫке карауатты шығырлатмаҫҡа тырышып, аяҡтарын иҙәнгә төшөрҙө. Әллә нимәһенә бөгөн күңеле тынысһыҙланып тик торасы. Әсәһе стена яғына боролоп ятҡан, тигеҙ генә тын ала. Йоҡлай, тип үҙен тынысландырҙы Гүзәл. Туҡта әле, әсәһенең йоҡоһонда йәһәтләй һалып аптекаға барып әйләнергә кәрәк. Бер тапҡыр ҡуллана торған шприцтары ла бөткән, яңы ҡиммәтле уколдар тәғәйенләгәйнеләр, уларын да һатып алырмын. Дауахана тигән исеме генә ҡалған икән бында, бөтә нәмәне лә өйҙән ташыйҙар: түшәк кәрәк-ярағын да, башҡаһын да. Дарыу-фәләнде иһә үҙ аҡсаңа һатып алһаң, ҡарайҙар, кеҫә яғың таҡыр булһа, ана бара юлың. Ярай әле, исмаһам, ҡабул иттеләр, әтеү тәүҙә бөтөнләй һалырға ла теләмәгәйнеләр.
"Бөткән бит бынығыҙ, өйҙә генә ятып үлһә нимә булған", – тинеләр.
Бындай мөғәмәләне күреп өйрәнмәгән Гүзәл, әллә яңылыш ишетәмме, тип бер килке үҙ ҡолаҡтарына ышанмай, шаҡ ҡатып торҙо. Күҙҙәренә йәш тулды. Өлкән генә йәштәге ағай уға ултырырға ҡушты:
– Үпкәләмә, һеңлем, мин донъяны күреп өйрәнгәнмен. Ҡатыраҡ әйттем, шикелле, ләкин ысынлап та әсәйегеҙҙең хәле хөрт. Бында һалыуҙан файҙа булмаясаҡ. Ярай, әҙ-мәҙ укол һалып ҡарайыҡ, һыҙланмаһын өсөн генә. Ҡарт бит инде, өйҙә, үҙ түшәгендә ятһа, һәйбәтерәк булыр ине.
Аптыранған йәш ҡатын, ни тип әйтергә лә белмәй, ҡойолоп төштө. Әсәһенең хәле улай уҡ насар икәнлеге ике ятып бер төшөнә лә инмәй бит әле. Хәйер, ошо йәшкә етеп, ныҡлап ауырып түшәк тартып ятҡаны ла булманы, ахыры, әсәһенең. Ауырыһа ла гел еңелсә, аяғөҫтө йөрөп үткәреп ебәрә торғайны. Шуға күрә был юлы ла Гүзәл әсәһе етди ауырый тип уйлап та ҡараманы, нисектер, ятыр-ятыр ҙа элеккесә: "Ай, аллам, эш ҡалдырып тик ятамсы, бынағайыш", – тип тороп китер кеүек тойола ине. Баш табиптың былай тип әйтеүенә һыны ҡороно, тик барыбер күңеле был яңылыҡты ҡабул итмәне. Шуға ла алыҫтан килгән туғандарын әлегә борсомайым тип, бөтәһен дә бер юлы һөйләп торманы. Иртәгә лә көн бар, күршеһе әйтмешләй, таң атһын әле. Ағайҙары йонсоғандарҙыр, ял итһендәр. Ә шулай ҙа, бөгөн әсәһенең хәле күҙ алдында яҡшырып китеүен күреп, эстән генә һөйөнөп бөтә алманы. "Алла бирһә, шәбәйеп тә китер әле, табип тәғәйенләгән уколдарҙы ла алһа", – тип йәһәтләй һалып кейенеп сығып китте. Коридорҙан үтеп барышлай һәр саҡ яртылаш асыҡ торған күрше бүлмәнең ишегенә күҙ һалды. Әбей күҙҙәрен түшәмгә төбәп шым ғына ята ине. Ни уйлай торғандыр инде, бахыр. Әллә нимәһенә шул әбей күңеленә көҙөк булып тик торҙосы. Уға ҡараған һайын, былай ҙа нескә күңелле кеше, йөрәге семетеп китә, ниндәйҙер ауыр тойғо баҫа күңелен. Үкенес тә, йәлләү ҙә, ҡыҙғаныу ҙа – бөтәһе лә бар был тойғола. Әйтеп аңлатҡыһыҙ ауыр хистәр ҡойоно солғанышында Гүзәл урамға сыҡты. Саф һауа күңелен күтәрҙе. Иртәнсәктән алып бер туҡтауһыҙ йөрәген иҙгән ауыр уйҙарҙан ҡотолорға теләп, башын сайҡап ҡуйҙы, унан ҡапыл еңеләйеп китеп: "Туҡта әле, бер юлы әҙерәк ауылды ла ҡарап уҙырмын, күптәнән был урамдар буйлап үткән юҡ", – тип дарыуханаға урауыраҡ юл һайланы.
Ысынлап та, арыу уҡ үҙгәрештәр булып ташлаған икән дә һуң. Ҡаҫанан бирле аяҡ баҫҡаны юҡ ине был тирәгә. Күпме яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡан, ҡарасы, тотош йәштәр урамына өйләнгән дә ҡуйған, "Хәҙер ней, ауылда эше лә, ашы ла юҡ. Йәштәр эскегә бирелеп бөттө", – тип төптө юҡты һөйләйҙәр икән. Бынауындай һарай кеүек ҙур-ҙур йорттарҙы эсеп, аҙып-туҙып йөрөгән кеше һалып инә алмай инде ул. Ҡайһындай һырлап- биҙәкләп ҡупшылағандар әле. Ул элек Гүзәлдәрҙең төшөнә лә инмәгән бейек балконлы йорттар, ҡапҡаларына ла береһенән-береһе уҙҙырып биҙәк төшөрөүҙәрен әйтсәле. Һай-һай-һай, хөрриәт хәҙер йәшәйем тигән кешегә. "Газ үткән икән был яҡтарға ла. Элекке кеүек ыҙалап ҡул бысҡыһы менән утын бысмайҙарҙыр инде", – тип эстән генә үҙҙәренең йәш ваҡыты менән сағыштырып барҙы Гүзәл. Тормош матурайға-а-ан, ҡәҙерен белеп йәшә генә...
... Инде арыу уҡ тынысланған Гүзәл кирегә ыңғайлағанда: "Әгәр ошо ятыуынан торһа, бер нәмәгә лә ҡарамайым, үҙемә күсереп алып китәм әсәйемде", – тип уйланы. Ҡарарынан күңелләнеп китте үҙе лә. Уйлап ҡараһаң, күпме генә ғүмере ҡалған, моғайын, элекке кеүек киреләнеп тормаҫ. Ейән-ейәнсәрҙәре менән сөркөлдәшеп, бергәләшеп өҫтәл түңәрәкләп сәй эсерҙәр, кистәрен йоҡлап киткәнсе рәхәтләнеп эҫтәре бушағансы гәп һатырҙар...
Күңеле урынына ултырып, бөтәһе лә хәл ителгәндәй, еңел тын алған Гүзәл, иҫке генә ағас дауахананың ишеген киң итеп асып, осоп тигәндәй килеп инде. Ҡаршылағы процедура бүлмәһенән ҡабаланып сығып килгән шәфҡәт туташы уға сәйер генә ҡарап алды ла, бер ни ҙә өндәшмәй коридор буйлап йүгереп китте. Уның туҡ-туҡ иткән аяҡ тауыштары Гүзәлдең мейеһен сүкегәндәй булды. Ниндәйҙер хәүеф бар ине ул тауышта. Йәш ҡатын, башҡа көндәрҙән айырмалы рәүештә, бөгөн нисектер шикле, тып-тын булған коридор буйлап атлағанда, ошо шомдоң аҡрынлап арта барыуын, ипләп-ипләп кенә йөрәк түренә үрмәләүен тойҙо. Күрше әбейҙең бүлмә ишеге һәр ваҡыттағыса яртылаш асыҡ тора. Был юлы ул һау ҡулы менән карауат башына йәпһеҙ генә тотоноп көскә-көскә ултыра ине. Үтеп барған Гүзәл уға күҙ ташлағас, уларҙың ҡараштары осрашты. Әбейҙең ауыҙҙары иләмһеҙ булып ҡыйшайып китте.
"Ай аллам, тағы нимәһенә илай икән был", – тигән уй үтте Гүзәлдең башынан. Ҡапыл, бына ғәжәп, әбейҙең мөңгөрләгәне ап-асыҡ булып мейеһенә барып етте. "Ниңә генә минең ғүмеремде алманың, Аллаҡайым?! Хан заманындағы ихтыярһыҙ ҡылған бер гонаһым өсөн ҡасанға тиклем язаларһың шулай? Бәхеткәйҙәрем бер булмағас, булманы бит. Берәүҙең ҡәҙерле ғүмерен ҡыйғансы, минекен ал, Аллам!.." Үкенесле, ялбарыулы был тауыш йөрәкте семетеп коридор буйлап таралды. Гүзәл, арбалған кеүек, әбейҙән ҡараштарын айырып ала алмай, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Уның күҙ алдына берсә әсәһен саҡырып ей буйлап мыяулап сапҡан меҫкен бесәй балаһы, берсә сырылдап илаған ҡап-ҡара сәсле ҡыҙ бала килде...