Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Ауыр мәлдәр һәм үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан,
270 йылдың
февралендә, егет ҡыҙға «Валентиндан» тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә. Ул аҙаҡ ғүмерлек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып китә. Күп йылдар үтеү менән Валентиндың көлөн
Римдәге Изге Плаксидис сиркәүенә ерләйҙәр, ә ҡапҡаларын «Валентин — ҡапҡалары» тип атай башлайҙар. Һуңғараҡ
сиркәү уны изгеләр рәтенә индерә, ә ғашиҡтар үҙҙәренең яҡлаусыһы сифатында ҡабул итә.