Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Февраль 2021, 20:00

Республикала көҙгөлө датала 209 пар никахлашты.

Никах теркәү тантаналарының күбеһе Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә уҙҙы. Парҙар был көндә ҡоролған ғаиләләр ныҡ һәм бәхетле була тип иҫәпләй. Өҫтәүенә, бөгөн Ҡытай календары буйынса Үгеҙ йылына аяҡ баҫтыҡ. Шулай уҡ астрологтар ҙа был көндө тылсымлы тип билдәләй. Венера менән Юпитер бергә тоташҡан көндә йондоҙнамә теләк теләргә, теләктәр картаһы эшләргә кәңәш итә. 10 йыл бергә йәшәп ике ҡыҙ үҫтергән Гөлназ менән Ринат закондарын теркәү өсөн был датаны юҡҡа ғына һайламаған. Улар өс тапҡыр мөнәсәбәттәрен законлаштырырға уйлаған. Ләкин төрлө сәбәптәр буйынса мөһим ваҡиғаны күсерергә тура килгән. Йәштәр һандарҙың сихри көскә эйә булыуына ышана.

Республикала көҙгөлө датала 209 пар никахлашты

Никах теркәү тантаналарының күбеһе Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә уҙҙы. Парҙар был көндә ҡоролған ғаиләләр ныҡ һәм бәхетле була тип иҫәпләй. Өҫтәүенә, бөгөн Ҡытай календары буйынса Үгеҙ йылына аяҡ баҫтыҡ. Шулай уҡ астрологтар ҙа был көндө тылсымлы тип билдәләй.
Венера менән Юпитер бергә тоташҡан көндә йондоҙнамә теләк теләргә, теләктәр картаһы эшләргә кәңәш итә. 10 йыл бергә йәшәп ике ҡыҙ үҫтергән Гөлназ менән Ринат закондарын теркәү өсөн был датаны юҡҡа ғына һайламаған. Улар өс тапҡыр мөнәсәбәттәрен законлаштырырға уйлаған. Ләкин төрлө сәбәптәр буйынса мөһим ваҡиғаны күсерергә тура килгән. Йәштәр һандарҙың сихри көскә эйә булыуына ышана.
Читайте нас: