0,5
сантиметрлыҡ шаҡмаҡлап туралған
һарыҡ итен һәм сей
картуфты ваҡ итеп туралған
башлы һуған менән бутарға. Ҡамырҙан тәрилкә үлсәмендә түңәрәк киҫергә, эслеген һалырға һәм пирамида формаһын биреп, уртала тишек ҡалдырып, өҫтән бөрөп сығырға. Бер аҙ тота биргәс, һыйыр
майы менән майларға ла,
мейескә ҡуйырға кәрәк. Ярты сәғәттән һуң мейестән алырға, ҡалдырылған тишектән бер-ике ҡалаҡ мул тоҙланған һәм боросло ит
һурпаһы ҡойорға,
йомортҡа һөртөргә лә яңынан бешерергә ҡуйырға кәрәк. Тағы ла ярты сәғәт тотҡас, мейестән алырға, өҫтөн
май менән һыларға, кәрәк тиклем тағы ла бер аҙ
һурпа ҡойорға мөмкин.