Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Февраль 2021, 18:00

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?

Илнур Илдус улы Хәлитов, район эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция майоры:– Хәҙер граждандар дәүләт хеҙмәттәрен өйҙән сыҡмай ғына ла алыу мөмкинлегенә эйә.Мәҫәлән, миграцияға ҡағылышлы хеҙмәттәргә килгәндә, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм порталындаРФ гражданины паспорты, сит ил паспорттары (5 һәм 10 йыллыҡ) юллау...

Илнур Илдус улы Хәлитов, район эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция майоры:
– Хәҙер граждандар дәүләт хеҙмәттәрен өйҙән сыҡмай ғына ла алыу мөмкинлегенә эйә.Мәҫәлән, миграцияға ҡағылышлы хеҙмәттәргә килгәндә, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм порталындаРФ гражданины паспорты, сит ил паспорттары (5 һәм 10 йыллыҡ) юллау, төркәлеү иҫәбенә тороу, адрес-белешмә мәғлүмәте алыу, сит ил граждандарын йәки гражданлыҡһыҙ кешеләрҙе Рәсәйгә инеү өсөн саҡырыу юллау кеүек хеҙмәттәр алырға мөмкин. Бының өсөн www.gosuslugi.ru адресы буйынса порталға инеп, хеҙмәт алыу өсөн электрон ғариза һәм талап ителгән документтарҙы ебәрергә кәрәк.Электрон ғаризаны ялмы, байраммы булыуға ҡарамаҫтан, тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә Интернеты булған компьютерҙан, планшеттан йәки мобиль телефондан биреү мөмкинлеге,хеҙмәтте Һеҙ ҡайҙа булыуға ҡарамаҫтан, шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә алыу, порталда теркәлгән мәғлүмәттәр буйынса сервистар менән ҡулланыу мөмкинлеге; киң мәғлүмәт араһынан тап үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырғанын алыу; ярҙам хеҙмәте, түләү системаһы булыуы; хеҙмәтте алыу ваҡыты билдәлелеге; дәүләт пошлиналарын шәхси кабинетта түләгәндә, 30 процент ташлама булыуы һәм бирелгән ғариза ҡаралыуҙың һәр этабында хәбәр ителеүе – дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм порталын ҡулланыуҙың өҫтөнлөктәре булып тора.
Читайте нас: