Рәғәиб кисәһе намаҙы бармы йәки ул кисәлә намаҙ уҡыу дөрөҫмө, нисек уҡыла тигәнгә Татарстандың мөфтийе Камил хәҙрәт Сәмиғуллиндың интернеттә сыҡҡан яуабын ҡарайыҡ.
Рәғәиб кисе – йыл һайын Рәжәп айының беренсе йома кисенә тура килә торған бик бәрәкәтле изге кисә. Йәғни, кесе йома көндө ҡояш байығас, йома кисе инә. (Ғөмүмән алғанда, һәр бер йома кисе бәрәкәтле, яҡшы кистәрҙән булып һанала.)
Рәғәиб кисәһе ниндәй кисә?
Был – Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы Ғабдуллаһ менән әсәһе Ваһаб ҡыҙы Әминәнең никахлашҡан көндәре. Быйыл 2021 йылда был кисә 18 февраль кисенә тура килә.
Ни өсөн беҙ Рәғәиб кисәһен билдәләп үтәбеҙ? Сөнки был никах арҡаһында донъяға рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләлааһу ғәләйһи үәс-сәләм донъяға килгән.
Ғабдуллаһын да, Әминдән дә алтындар, байлыҡтар ҡалмаған. Уларҙың никахынан донъяға бер изге бала тыуған. Бөтә никахтарҙың маҡсаты, нәтижәһе – бала. Әгәр беҙ үҙебеҙҙән һуң халыҡ яғынан да, әхлаҡ яғынан да – бөтә яҡтан үҙебеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ балалар ҡалдырабыҙ икән, тимәк, беҙҙең ғүмеребеҙ заяға үтмәгән, тимәк, беҙ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында бурысыбыҙҙы үтәгәнбеҙ, тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы -улы тыуғансы, әсәһе, улына алты йәш ваҡытта, вафат булалар. Мөхәммәд салләлааһу ғәләйһи үәс-сәләм етем ҡала.
Әммә ошо Ғабдулла менән Әминәнең саф йәндәр, изге күңелле кешеләр, хәрамға ҡатышмаған яҡшы кешеләр булғаны өсөн, Аллаһ Тәғәлә изге бала биреп доньяны һөйөндөрә.
Нисек үткәререгә?
Рәғәиб һүҙе «рәғибә» һүҙенең күплек һаны, «ҙур ҡиммәткә эйә булған теләнгән әйбер, ҡиммәтле бүләк, ниғмәт, һый» тигән мәғәнәләргә эйә.
Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, унике рәҡәғәттән торған был намаҙ ошо кисәлә Үҙ Илсеһе салләлааһү ғәләйһи үә сәлләмдең йөрәгенә нур иңдергән Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеү маҡсатынан, рәжәп айының беренсе йомаһында уҡыла.
Был төндө ғибәҙәттә үткәреү бик сауаплы. Ләкин был кистә намаҙ уҡыуҙы көслө сөннәт тейергә дәлилдәр юҡ.
Шуға ҡарамаҫтан, ғалимдар фекеренсә, изге ғәмәлдәр ҡылғанда көслө булмаған хәҙистәргә лә таянырға мөмкин.
Имам Наүауи үҙенең «Әл-Әзҡәр» китабында ғаҡидә менән фикһ мәсьәләләрендә ҡала, бындай осраҡтарҙа көслө булмаған хәҙистәргә таяныуҙы мөстәһәб тип әйтә. Был хәҙисте мәвдүг (уйлап сығарылған) тип аңлау дөрөҫ булмаҫ, сөнки Ибн Саләх һәм Ибнел-Әсир кеүек бөйөк мөхәддистәр риүәйәттәре буйынса, ул хәҙистәр хафиз Разин ибн Мүгәүийәнән тапшырыла. Ибн Саләх уның хәҙистәрҙе юғары дәрәжәлә белеүен раҫлай. Уның риүәйәттәре алты ышаныслы хәҙис йыйынтыҡтарынан ингән. Бер ни тиклем үҙгәртелеп, был риүәйәт «Тәджридүс-Сихах» (Ибн Саләх) китабына ла индерелгән.
Был хәҙисте «Джәмиғүл-усул» китабында күренекле мөхәддис Ибн Әсир ҙә иҫкә ала. «Әл-Ғунъя» китабында Ғәбделҡадир Әл-Гейләни был хәҙисте иснәд менән килтерә.
Имам Ғазали «Ихъя Ғөлүмүд-дин» китабында был намаҙҙың мөстәхәб булыуын аңлатҡандан һуң: «Был намаҙ тураһында риүәйәттәр ҙур төркөмдәр менән түгел, ә айырым сәхәбәләр тарафынан тапшырыла. Шуға күрә уның дәрәжәһе тәрауих йәки ғәйет намаҙҙары дәрәжәһенә етмәһә лә, мин Әл-Ҡудстың бар халҡы был намаҙҙы уҡыуын һәм иғтибарһыҙ ҡалдырмауын күргәс, уны иҫкә алыуҙы матлуб күрҙем», – тип әйтә.
Рәғәиб намаҙын уҡыу тәртибе
Был фекерҙәр бөгөнгө хәҙистең уйлап сығарылмаған булыуын дәлилләй.
Әнәс ибн Мәлик килтергән хәҙистә:
«Рәжәб айының беренсе кесаҙнаһында ураҙа тоторға, ә йома төнө еткәс, киске (йәстү) һәм төнгө (витр) намаҙҙар араһында 12 рәҡәғәт намаҙ уҡырға кәрәк. Һәр рәкәғәттә «Фатиха» сүрәһе, өс мәртәбә «Ҡәҙер» сүрәһе һәм унике тапҡыр «Ихлас» сүрәһе уҡыла. Һәр ике рәкәғәттән һуң бер сәләм бирелә. Намаҙҙы уҡып бөтөргәндән һуң 70 тапҡыр салауат әйтергә кәрәк:
اَلاَللَّهُمَّ صَلِّ عَلَى مُحَمَّدٍ النَّبِيِّ الاُّمِّيِّ وَعَلَي آلِهِ وَسَلِّمْ
«Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин-нәбиййил үммиййи үә ғәләә әлиһи үә сәллим»
Бынан һуң сәждә ҡылына. Сәждәлә 70 тапҡыр түбәндәге һүҙҙәр әйтелер:
سُبُّوحٌ قُدُّوسٌ رَبُّ الْمَلَئِكَةِ وَ الرُّوحِ
«Суббуухун ҡуддусун раббил мәләикәти үәр-руух».
Унан һуң ике сәждә араһында 70 тапҡыр түбәндәге һүҙҙәр әйтелер:
رَبِّ اغْفِرْ وَ ارْحَمْ وَ وتجاوَزْ عَمَّا تَعْلَمُ فَإِنَّكَ أَنْتَ الْعَزِيزُ الَعْظَمُ
«Раббиғфир үәрхәм үәтджәәүәз ғәммәә тәғләмү фәәиннәкә әнтәл ғәзизүл әғҙам».
Шунан беренсе сәждә кеүек үк икенсе сәждә ҡылына.
Бынан һуң кеше Аллаһтан берәр нәмә һораһа, уның теләге ҡабул булыр».
Был намаҙҙы уҡыусыларға Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм шатлыҡлы хәбәр еткерә: «Йәнем Кемдә булһа, Шуның менән ант итәм! Был намаҙҙы уҡыусы ир һәм ҡатын-ҡыҙҙарға Аллаһ Тәғәлә бар гонаһтарын, хатта улар диңгеҙҙәге күбек, сахралағы ҡом бөртөгө, ямғырҙағы тамсылар, ағастарҙағы япраҡтар кеүек күп булһа ла, йәки улар бөтөн был тауҙар кеүек ауыр булһа ла, ғәфү итәр. Ҡиәмәт көнөндә был кеше туғандары араһынан 700 кешегә шәфәғәт итә аласаҡ. Күмелгәс, ҡәберенә беренсе көндө үк был намаҙҙың сауабы килер һәм: «Ҡәрҙәшем! Һөйөнә алаһың, һин барлыҡ ғазаптарҙан азат ителдең!» – әйтер. Кеше: «Һин кем? Аллаһ менән ант итәм, мин һинән дә матурыраҡ, бындай яғымлы тауышлы һәм хуш еҫле бер кемде күргәнем юҡ», – тип әйтер. Ул кешегә: «Һөйөклө дуҫым! Мин – шул йылда, шул айҙа, шул көндә ҡылған намаҙдың сауабы. Мин һине теләгән ереңә алып барыр өсөн, был яңғыҙлығыңды уртаҡлашыр өсөн юлдашың булырға һәм яңғыҙлыҡтан ҡотҡарырға килдем. Сурға өрөлгәс, Мәхшәр майҙанында мин һиңә күләгә булып торормон. Хәҙерҙән һөйөнә алаһың, сөнки ошо миҙгелдән алып мәңгегә Аллаһының насип иткән бер генә ниғмәтте лә юғалтмаҫһың», – тип яуап ҡайтарыр». (Ғәбделҡадир Әл-Геләни, Әл-Ғунья, 1/330-331; Хафиз Мөхәммәд ибн Насир, Ғәмәли ибнел-Мәжлис №14; Разин ибн Муғәүийә, Тәджридус-Сихах; Ибн Саләх, Әл-Мусаджәлә Хәүлә Саләтир-Рәғәиб, 14-15 б.; Ибнел-Әсир, Джәмиғүл-Усуль, №4268, 6/154; Имам Ғазали, Ихъя Гөлүмүд-Дин, 1/237-238; Зәбиди, Итхәфүс Сәғәдә, 3/422-423; Әбү Ғабдуллаһ Әл-убәйши, Китәбүл-Бәрәкә, №2856, 718 б.)
Билдәле булғанса, тәрауих, истисҡа, ай һәм ҡояш тотолғанда уҡыла торған нәфел намаҙҙарҙан ҡала, нәфел намаҙҙарын йәмәғәт менән уҡыу Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм даими рәүештә тотҡан сөннәт түгел.
Бынан сығып, рәғәиб намаҙын аҙан һәм ҡамәт әйтеп, йәмәғәт менән уҡыу бидгәт булып тора. Шулай ҙа фикһ белгестәре рәғәиб намаҙын 3-5 кешенән торған йәмәғәт менән, аҙан һәм ҡамәт әйтмәй генә уҡыуҙы рөхсәт ителә, тип һанағандар.
Ҡайһы бер факиһтар нәфел намаҙҙарҙы ҙур йәмәғәт менән уҡыуҙы ла рөхсәт иткәндәр.
(Камил хәҙрәт Сәмиғуллиндың «1500 вопросов о намазе» китабынан.)