ХАЛҠЫБЫҘ ЙОЛАЛАРЫНАН
Халҡыбыҙҙа элгәре ҡыҙ баланы яңғыҙ ҡалдырыу уғата тыйылған, уны ғаиләле итеү тағы ла яуаплыраҡ һаналып, өҫтәмә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Ғәҙәттә, уны бик йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар, шуғалыр ҙа өгөтләү һүҙҙәре лә ниндәй нәзәкәтле:
Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
Хатта буласаҡ хәләле бик иш-йоп булмағанда ла инандырырлыҡ һүҙҙәрен тапҡандар:
Алама булһа ла ир яҡшы.
Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
Һүҙ ошо юҫыҡҡа күскәндә бер көләмәсте иҫегеҙгә төшөрөп китәйем әле.
Борон бит ололарҙан оялыу көслө булған, әлеге кеүек, «атай-әсәй, мин өйләндем, бына киленегеҙ « йәки хатта «бына кейәүегеҙ» тип ҡайтып төшөүҙәрҙе ҡанбабалар иң алама төшөндә лә күрмәгәндер. Бер егеттең, шулай, бик тә өйләнгеһе килгән, етмәһә, шым-шым ғына ҡаш һикертешеп йөрөгән ҡыҙы ла бар икән, тик ата-әсәһенә нисек белдерергә белмәй йонсоған бахырың. Уйлаған-уйлаған да, ашарға саҡырылғас, һикелә үҙе гел ултыра торған урында йоҡлап ятҡан бесәйҙе:
-Ятма бында һуҙылып, еңгәң ултыраһы урынды биләп, - тип ҡыуып төшөргән имеш, ти. Ата-әсәһе егеттең тел төбөн һиҙеп, шул көҙҙө үк башлы-күҙле итеп тә ҡуйған, ти, үҙен.
Өйләнгәндә мотлаҡ үтәлергә тейешле шартҡа ғаилә ҡороусыларҙың шәриғәткә ярашлы никахланыуы, ижәб уҡытыу инә, сөнки бүтән төрлө яҡынлыҡ - шайтанға, бары тик нәфсеңә хеҙмәт итеү, боҙоҡ ғәмәл, ә бындай берлектән донъяға килгән балалар уйнаштан тыуған тип иҫәпләнә.
"Күсле ил - көслө ил" китабынан