Әгәр ҙә өй шарттарында ҡымыҙ яһап эсергә теләһәгеҙ, уны ҙур быяла банкала ла бешергә мөмкин. Әсегән бейә һөтөн (ул ҡатыҡ һымаҡ ҡуйы була) банкаға һалып, уға яңы ғына һауылған һөт ҡушып болғаталар ҙа, банканың ҡапҡасын ябып, бер-ике сәғәт буйы туҡтауһыҙ тиерлек бешәләр (болғаталар). Банка йылы урында торорға тейеш. Бер аҙҙан, әгәр ҡымыҙҙың өҫтөнә һыуы һарҡып сыға башлаһа, 1—2 аш ҡалағы самаһы
шәкәр ҡомо ҡушып, йәнә берәр сәғәт бешәләр. Әсеүе һәм бешеүе еткән ҡымыҙ болғатҡан саҡта күперелеп торор.