Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Февраль 2021, 14:15

Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт саралары форумы көтөлә

Башҡортостанда 2021 йылда Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларының форумы – «Медиайыйын» ойошторола. Тейешле бойороҡҡа республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда 2021 йылда Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларының форумы – «Медиайыйын» ойошторола. Тейешле бойороҡҡа республика етәксеһе ҡул ҡуйған.
Форум Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән уҙғарыла. Сара республиканың Ғафури районында була.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов һәм Башҡорт ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге ойоштороу комитетына форумды үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы матбуғатта форум сараларын яҡтыртыуҙы тәьмин итергә тейеш.
Читайте нас: