Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Февраль 2021, 22:00

Рәми Ғарипов хаҡында кино төшөрөлә

Билдәле кинорежиссер Булат Йосоповтың командаһы ҡатмарлы яҙмышлы шағирыбыҙ РӘМИ ҒАРИПОВ хаҡында кино төшөрә. Унда төп ролдә яҡташыбыҙ - Иҫәнғол егете, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев.Бөгөн Рәми Ғариповтың вафат булған көнө. Кисебеҙҙе уның шиғырҙарын уҡып үткәрәйек.

Һин күрмәҫһең, иркәм,
Бер ҡасан да
Ҡайғырғанда минең йәшемде.
Мин ҡайғымды
Тештәремә ҡыҫып,
Дауам иттерермен эшемде.

Бына шул мәлдә һин
Һүҙһеҙ генә
Аңлап ал да күҙҙән күңелемде,
Наҙлы ҡулың менән
Был ҡайғымды
Күкрәгеңә ҡыҫ һин үҙеңдең.

Башҡа миңә
Бер ни кәрәк түгел,
Ауыр саҡта миңә шул етә.
Һәм, минеңсә,
Тик шул биҙәй һине,
Тик шул ғына ирҙе ир итә.

***

Әгәр миңә ышанаһың икән,
Бер ҡасан да минең турала
Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,
Яҙмышымды хата юрама.

Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,
Бер ҡасан да ғорур иркемде
Йәберһетер өсөн башҡаларҙан
Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!

Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан.
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,
Бөтәһенән элек, мин – Кеше!

Бөтә әҙәм минән боролһа ла,
Танымайса ғорур хисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп ошо исемде...

***

Әллә ҡалай балҡып китте донъя,
Йәйғор менән тулды йөрәгем.
Күңелемде көн-төн баҫып торған
Болоттарҙы ҡыуып ебәрҙем...

Күк көмбәҙе шундай зәңгәр, бейек,
Тирә-яғым иркен йәшеллек.
Мин тағы ла һөйәм һәм һөйөләм,
Мин тағы ла сикһеҙ йәш кеүек.

Был шатлыҡты үҙем берәйһенә
Әйтергә хатта оялам.
Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла
Ысын бәхет икән донъяла!
Читайте нас: