Тормошобоҙ ни тиклем генә алға китмәһен, халыҡ аҡылы, халыҡ педагогикаһы, халыҡ дауалау саралары әлеге көндә лә үҙ әһәмиәтен юғалтмай. Дарыуханалар тулы – дарыу, дауаханалар тулы юғары белемле белгес- табиптар, заманса йыһаз-ҡоролмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар. Башҡорттарҙың боронғоса дауалау саралары бик күп. Ҡасандыр заманса медицина күҙлегенән кәрәк тип табылмаһа ла, халыҡ араһында һаман да популяр булып ҡала килә, бөгөн дә ҡулланыла. Кешеләр табиптарҙың ғына түгел, имселәрҙең дә ярҙамына мохтаж, уларға йыш мөрәжәғәт итә.
Тажзәхмәт хакимлыҡ иткәндә боронғоса дауалау ысулдарына ла ҡолаҡ һалмай булмай.
Һыуыҡ тейҙереп, үпкә сирҙәре, йүтәл менән ауырығанда борон тоҙло һары май менән ыуындырғандар.
Ҡаҙ өмәләре үтеп, эс майҙарын иретеп алғанһығыҙҙыр, моғайын. Йүтәл йонсотҡанда бергә-бер нисбәттә бал менән ҡушып, ҡатнашманы ҡалаҡ башында ғына алып, йылы һөт менән эсергәндәр. Әлбиттә, бауыр, ашҡаҙан ауыртҡанда был ысул ауырыраҡ булыр.
Туңдырылған еләктәрегеҙ ҙә барҙыр, моғайын. Бына шул емеш-еләктәрҙе йылымса һыуҙа сайҡатып, сәй итеп бешереп эсергә була. Тәмле лә, файҙалы ла сәй һыуыҡ тейгәндә килешә.
Хәтерегеҙҙә булһа, Аҫылбикә апай Мәжитова менән бер нисә йыл элек халыҡ дауалау ысулдары тураһында һөйләшкәйнек. Бына шул әңгәмәнән киҙеү миҙгеленә тура килгән бер нисә кәңәшен дә яңыртып бирәбеҙ.
Һыуыҡ тейҙереп ауырығанда баҙарҡайға (ағас һауытты әсәйем шулай ти торғайны) ҡайнар һыу ҡойоп, бер ағас ҡалаҡ һары май, ике ҡалаҡ самаһы ҡорот, тоҙ, ҡара борос һалып, болғай-болғай (һауытты ауыҙ тирәләй тотоп) тиләгәнсе эсеп ебәрһәң, шифаның үҙе генә инде! Ингаляцияның бер төрө тиһәк тә була. Ә ҡоротто әсәй ҡыр сейәһенең йәм-йәшел генә япраҡлы ботағын һалып ҡайнатыр ине.
- Элек кеше дарыу алманы. Дарыу һауыттарын күргәнемде хәтерләмәйем. Кеше ауырыуына артыҡ иғтибар итмәнеме, ауырыуы-сире тураһында һөйләмәне. Атайым йәштән туберкулез менән сирләне, үпкәһе иреп ағып сыҡҡан тишек урыны ла була торғайны. “Мин әсәйеңдең бағыулы ризығына ғына эләгеп йөрөйөм бит”, - ти торғайны атайым мәрхүм.
Ысынлап та, әсәйем ризыҡты бағыулы әҙерләне. Ҡул тирмәне менән ҡыҙыл эремсек, талҡан тартып, киптереп, өс литрлыҡ банкаларға һалып, теҙеп ултыртып ҡуйыр ине. Майланған ҡыр сейәләре, урҙала ҡатлы-ҡатлы еләк ҡағы элеүле торор ине.
Үҙҙәре эшләгән ҡымыҙҙың шифаһын, йоҡлар алдынан йылы ҡатыҡ эсеү, эштә өйрә ҡатыҡлап эсеүҙең файҙаһын әйтеп тә тораһы түгел. Ятыр алдынан йылы ҡатыҡ эсеү һәйбәт йоҡлата.
Атайым олоғайған көнөндә үпкә сиренән арынып, иҫәптән төштө.