1 марттан техник тикшереү яңынан ҡайтарыла. Был хаҡта тулыраҡ әйтеп китеү урынлы булыр. Диагностик карталар Эске эштәр министрлығы тарафынан яңы булдырылған ЕАИСТО, йәғни техник тикшереүҙең берҙәм автоматик мәғлүмәт системаһы аша теркәлә һәм электрон форматта буласаҡ. Әйткәндәй, был системаға тик аккредитацияланған техник тикшереү станциялары ғына инә ала. Беҙгә иң яҡын пункттар Мәләүез, Күмертау ҡалаларында һәм Хәйбулла районында була. Тағы ла шундай яңылыҡ: станцияла транспорт сараларын уға бәйләнгән GPS-координаталар менән фотофиксация эшләйәсәктәр. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре системаға инеп, автомобилдең номеры буйынса диагностика картаһы бармы икәнлеген тикшерә аласаҡ. Әгәр карта системала булмаһа, йәғни техник тикшереү үтелмәһә, үтеп тә, карта системаға индерелмәгән йәки ялған булһа, водителгә 2000 һум күләмендә административ штраф һалына. Әйткәндәй, бындай хоҡуҡ боҙоуҙы камералар ҙа асыҡлап, штраф һалыуы мөмкин. Техник тикшереү операторҙары һәм страховкалау компания белгестәре өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған. Мәҫәлән, диагностик картаны автомобилде тикшермәйенсә бирәләр икән, 5 меңдән 300 мең һумғаса штраф ҡаралған. Рәсәй автостраховкалау берлегендә (РСА) аккредитацияланмай тороп, диагностик карта биреүсе комапанияларға, шулай уҡ аккредитацияһы булмаған компанияларҙа техник тикшереү үтеүсе водителдәргә лә енәйәт яуаплылығы янай.