Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Февраль 2021, 11:00

ТЫУҒАН ИЛГӘ ТОҒРОЛОҠ ӨЛГӨҺӨ

Хөрмәтле ейәнсуралар! Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Ватаныңды, үҙ йортоңдо һаҡлау – иң беренсе бурыс һәм уны үтәү һәр кем өсөн – намыҫ эше. Нәҡ шуға күрә 23 февраль дөйөм халыҡ байрамы, көслөләр, ҡыйыуҙар, ныҡлы рухлылар көнө булып тора. Был байрам ата-бабаларыбыҙҙың беҙҙең өсөн мәңгелеккә ҡыйыулыҡ һәм тыуған ергә һөйөү өлгөһө булып ҡаласаҡ ҡаһарманлығы, уларҙың данлы хәрби батырлыҡтары хаҡында иҫтәлекте һаҡлай...

Хөрмәтле ейәнсуралар! Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ватаныңды, үҙ йортоңдо һаҡлау – иң беренсе бурыс һәм уны үтәү һәр кем өсөн – намыҫ эше. Нәҡ шуға күрә 23 февраль дөйөм халыҡ байрамы, көслөләр, ҡыйыуҙар, ныҡлы рухлылар көнө булып тора. Был байрам ата-бабаларыбыҙҙың беҙҙең өсөн мәңгелеккә ҡыйыулыҡ һәм тыуған ергә һөйөү өлгөһө булып ҡаласаҡ ҡаһарманлығы, уларҙың данлы хәрби батырлыҡтары хаҡында иҫтәлекте һаҡлай.
Һәр заманда ла ир-егеттәрҙә тәү сиратта ғәйрәтлек, көс, яҡындарың тураһында хәстәрлек, Ватанды һаҡлауға әҙерлек сифаттары юғары баһаланды. Бөгөн дә был сифаттар элекке әһәмиәтен юғалтмай һәм кешелектең көслө яртыһының һәр вәкиле быны иҫтә тоторға тейеш. Ватан төшөнсәһе ата-әсә йортон, ғаиләне, тыуған ауылды, һин йәшәгән илде, йөрәгеңә ҡәҙерле кешеләрҙе һәм хатта тыуып үҫкән, йәшәгән тыуған ерен өсөн кәрәкле, файҙалы эште үз эсенә ала бит. Быларҙын барыһын да һаҡлау һәм яҡлау – ысын ир-егеттең бурысы.
Тыуған ил һаҡсыларына, туғандарының һәм яҡындарының тыныслығын һаҡлап, үҙенең хәрби бурысын намыҫлы үтәүселәргә, бөгөн ҡулына ҡорал тотоп, ил һағында тороусыларға ҙур рәхмәт. Һеҙгә ҡуйылған маҡсаттарығыҙға өлгәшеүеrеҙҙе, батырлыҡ, ихтыяр көсө, һөнәри уңыштар, һаулыҡ һәм бәхет теләйем. Һеҙҙе яратҡан һәм көткән һәр өйҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ хакимлыҡ итһен. Байрам менән!
Д. ЮЛАНОВ, MP хакимиәте башлығы.
Читайте нас: