Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Февраль 2021, 12:00

ЯУГИР-ИНТЕРНАЦИОНАЛИСТ СӘЛИМ ТАНҺЫҠҠУЖИН ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Бикбау ауыл биләмәһендә яҡташыбыҙ, яугир-интернационалист Сәлим Хаммат улы Танһыҡҡужин призына волейбол ярышы үткәреү матур йолаға әүерелгән. Быйыл да ул Трушин мәктәбе спортзалында шаулап-гөрләп үтеп китте.Күркәм сараны асып, биләмә башлығы Рәмил Юлсанов килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне, барлыҡ ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлап, ярышта уңыштар теләне. Ә филиал етәксеһе Динислам Ҡаҙаҡбаев иһә яугирҙың тормош юлы менән таныштырҙы. Ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә обелискыға венок һалғас, сара спортзалда дауам итте.

Йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Бикбау ауыл биләмәһендә яҡташыбыҙ, яугир-интернационалист Сәлим Хаммат улы Танһыҡҡужин призына волейбол ярышы үткәреү матур йолаға әүерелгән. Быйыл да ул Трушин мәктәбе спортзалында шаулап-гөрләп үтеп китте.
Күркәм сараны асып, биләмә башлығы Рәмил Зәйнетдин улы Юлсанов килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне, барлыҡ ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлап, ярышта уңыштар теләне. Ә филиал етәксеһе Динислам Нурислам улы Ҡаҙаҡбаев иһә яугирҙың тормош юлы менән таныштырҙы. Ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә обелискыға венок һалғас, сара спортзалда дауам итте.
Ярышта барлығы һигеҙ – биш ир-егеттәр һәм өс ҡатын-ҡыҙҙар командалары көс һынашты. Волейболсылар сәмләнеп, тырышып уйнаны. Көйәрмәндәрҙең алҡышлауҙарынан, ҡысҡырып дәртләндереүҙәренән спорзал гөр килеп торҙо. Ярыш булғас, әлбиттә, еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә була. Ир-егеттәр араһында беренселекте Трушин ауылының беренсе командаһы алһа, икенсе урын – Буранғол ауылы командаһында. Өсөнсө урынды лайыҡлы рәүештә Трушин ауылының студенттар командаһы менән мәктәп уҡыусылары бүлеште. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Буранғол ҡыҙҙары алдынғылыҡты бирмәне. Еңеү – уларҙа. Мәктәп уҡыусылары – икенсе, Трушин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары өсөнсө урынды яуланы.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Спонсорҙарға – Бикбау ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Зәйнетдин улына, район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә, шулай уҡ Сәлим Хаммат улының класташтары Светлана Мөлөковаға, Фәниә Хәмитоваға ҙур рәхмәт!
Ҡунаҡтар мәктәп ашханаһында ҡайнар аш, тәмле сәй менән һыйланып, ҡәнәғәт булып таралышты.
Читайте нас: