ТРАНСПОРТ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
1 Ат түгел, кешнәмәй,Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /......./2 Балыҡ түгел, ҡош түгел,Һыуҙа йөрөй үҙе гел. /......./3 Ҡамыты юҡ, дуғаһы юҡҠара атым егеүле. /........./4 Эй ат саба, ат саба,Һығыла билгенәһе,Тояҡтары резина,Тимерҙән дилбегәһе. /........./5 Йә тәрән соҡор ҡаҙый ул,Йә бейек өйөм өйә.Төҙөүсөләр уны һөйә,"Тимер бәһлеүән!” — тиә. /....../6 Тимер сысҡан,Сүс ҡойроҡ. /......./7 Ҡанаты бар — елпемәй,Эсе йылы — ел теймәй. /......./8 Ҡанаты бар, йөнө юҡ,Үҙе бара, юлы юҡ. /....../ (дөрөҫ яуаптар сайтта)
1 Ат түгел, кешнәмәй,
Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/
2 Балыҡ түгел, ҡош түгел,
Һыуҙа йөрөй үҙе гел. /пароход/
3 Ҡамыты юҡ, дуғаһы юҡ
Ҡара атым егеүле. /паровоз/
4 Эй ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе,
Тояҡтары резина,
Тимерҙән дилбегәһе. /автомобиль/
5 Йә тәрән соҡор ҡаҙый ул,
Йә бейек өйөм өйә.
Төҙөүсөләр уны һөйә,
"Тимер бәһлеүән!” — тиә. /экскаватор/
6 Тимер сысҡан,
Сүс ҡойроҡ. /самолет/
7 Ҡанаты бар — елпемәй,
Эсе йылы — ел теймәй. /самолет/
8 Ҡанаты бар, йөнө юҡ,
Үҙе бара, юлы юҡ. /самолет/