Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Февраль 2021, 21:00

Ҡыҫтыбый

Рецепт: (бер порцияға)Эслек өсөн: Һөт — 150 мл.,Тары- 50 г.,Һарымай- 20 г.,Тоҙ.Ҡамыр өсөн: Он- 1 стакан.Һөт йәки сей ҡатыҡ — 1 стакан,1 йомортҡа,тоҙ Нисек бешереләҠамырын йомортҡа һытып һөткә йәки сей ҡатыҡҡа баҫалар. Таба ҙурлығына самалап ҡамырҙы бәләкәй генә йоморсаҡтарға бүлеп сығалар. Йоҡа ғына итеп йәймә йәйәләр. Ҡоро табала йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алалар. Йәймәләр һыуынмаҫ элек (һыуынһа һынырға мөмкин) яртыһына эслек һалалар. Икенсе яртыһы менән ҡаплайҙар, йәғни ҡыҫалар, тик ситтәрен бөрмәйҙәр.Өҫтәлгә бирер алдынан тышын иретелгән һары йәки шыйыҡ май менән майлайҙар. Көндәлек аҙыҡ итеп тә, ҡунаҡҡа һый итеп тә әҙерләйҙәр. Эслеге төрлөсә булһа ла, ҡамыры бер үк төрлө әҙерләнә.

Читайте нас: