Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2021, 14:00

Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағын һанлаштырыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Рәсәй Хөкүмәте 2020 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктәрҙең рейтингын төҙөнө. Был хаҡта Хөкүмәт вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хәбәр итә.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағын һанлаштырыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Рәсәй Хөкүмәте 2020 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктәрҙең рейтингын төҙөнө. Был хаҡта Хөкүмәт вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хәбәр итә.
"2020 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктәрҙең һанлаштырыу буйынса рейтингы төҙөлдө, һәм һөҙөмтәләр барлыҡ төбәк етәкселәренә лә еткереләсәк. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һанлаштырыу буйынса алдынғылар рәтендә Тула, Тамбов, Ленинград, Белгород, Киров, Сахалин, Пенза өлкәләре, Сыуашстан, Башҡортостан һәм Алтай крайы бара. Артта ҡалған унау иҫәбенә Иваново, Свердловск, Вологда, Омск, Ростов өлкәләре, Приморье, Камчатка, Ставрополь крайҙары һәм Йәһүд автономиялы өлкәһе, Ҡырым Республикаһы инә", – тине ул.
Чернышенко Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең мөһим тармаҡтарын һанлаштырыу буйынса стратегик эшләнмәләр әҙерләнеүен белдерҙе. Улар 1 июлгә әҙер булырға һәм раҫланырға тейеш. Ә төбәк етәкселәре 1 сентябргә тиклем төбәк стратегияларын ҡабул итергә бурыслы. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырылған “Иҡтисадты һанлаштырыу” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Павел Пугачев кәңәшмәлә был рейтингтың федераль проектты тормошҡа ашырыу күрһәткестәре буйынса төҙөлгәнен аңлатты. Төп баһалау йүнәлештәре булып инфраструктура үҫеше, медицина мәғлүмәт системаларының сафҡа индерелеүе, Дәүләт теркәүе порталында электрон медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, шулай уҡ ведомство-ара электрон бәйләнеш торған.
Фото: ufaved.info
Читайте нас: