Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2021, 00:00

Яңғыҙ ҡайын. Хикәйә.

-Ғәлимде айыу туҡмап ташлаған, тисе. Әле ҡайнағаң шунда китте. – Мәлифә инәй картуф баҡсаһында ҡый утап йөрөгән күршеһенә ҡойма аша ынтылып хәбәр ҡушты.

– Эй, хоҙайым! Именме икән һуң? – Күрше ҡатын эшен ташлап турайып баҫты ла, өмөтлө ҡарашын Мәлифә инәйгә төбәне. - Сәйҙәһенең дә көнө еткән ине бит, бөгөнмө-иртәнме, тип торалар ине.

– Анауынса януар туҡмаһын да, имен ерен ҡалдырған тиһеңме. Алыр ере юҡ, ти шул, бахырҙың.-Ғәлимде йәлләп, Мәлифә инәйҙең тауышы ҡалтырап китте. – Теге инә айыуҙың эшелер инде. Үткән яҙҙан алып күпме һыйырҙың башына етте, нисәмә ҡолондо имгәтте. Юҡ, һаман ҡуймай.

– Ике балаһының үсен ала инде. Анау һунарсыларҙы әйтәм, нишләп кенә шуның балаларына тейәһе булдылар икән, – тине күрше ҡатын уфтанып.

– Хайуандарҙы бейергә-йырларға өйрәткән ергә тапшырып, күп итеп аҡса алғандар, ти улар. – Мәлифә инәй ике баҡса араһындағы бәләкәй ҡапҡаны асып күршеһе янына үтте.

– Кит, йүнһеҙҙәр! Шулар арҡаһында ауыл халҡы күпме ҡаза күрә. – Күрше ҡатын билсәнде тамыры менән йолҡоп алып ситкә ырғытты. Асыу менән ырғытылған ҡый үләне ҡойма аша Мәлифә инәйҙәрҙең баҡсаһына барып төштө.

– Ҡуй инде, ҡуй! Һуң үткән аҙнала ғына шул мәхлүк ҡайнағаңа осрағайны бит, – тип Мәлифә инәй тағы бер тапҡыр бабайы менән булған айыу мажараһын күршеһенә һөйләп бирҙе. – Ҡайнағаңды әйтәм, шул көндө Ғәлим кеүек таң һарыһынан тороп атын эҙләргә сыҡҡайны. Ул сығып китеү менән үҙемә урын тапмай башланым. Һыйырҙарымды һауып иртә булһа ла көтөүгә ҡыуҙым да, йөрәгем болоҡһоуға сыҙамай кире инеп ятып ҡараным. Оторо күңелем ярһығас, сыҙамай тороп сығып киттем. Уға тотоноп ҡарайым, быға тотоноп ҡарайым. Юҡ, ҡулға эш бармай. Шул саҡ Оло урман яғынан “Айыу-у!”- тигән ауаз ҡолағыма салынды. Нимә уйларға ла белмәй албарғып ҡалдым. Баяғы тауыш йәнә ҡабатланды. “Бабайым тауышы бит,” – тигән уй мейемде ярып үтте. Һәләтләп инә һалып оло улымды уяттым. Ярай уныһы хәлде тиҙ аңлап алды. Атаһының һунар мылтығын ала һалып ата-ата йүгерҙе. Яңғыҙ ҡайынға тиклем үҙем дә эйәреп барҙым. Айыуҙы әйтәм, ауыл осона тиклем килгән булған. Ҡайнағаң шулай, ти. Ауылды сығып алыҫ та барманым, боролоштан айыу килде лә сыҡты, ти. Бер аҙ бер-береһенә текләп торғандар. Ҡайнағаң шунан арты менән сигенеп барып бер ҡайынға төртөлгән дә, аҫтағы ботағына менеп һөрәнләгән. Тәүге атыу тауышынан баяғы айыу шыртламаны ла,ти. Икенсеһен ишеткәс, яйлап ҡына атлап китә башлаған. Мылтыҡ тауышы оҙағыраҡ ишетелмәй торғас, йәнә кире килгән. Өсөнсө атыу тауышынан һуң ғына артҡа ҡарай тәкмәс атҡан да, ашыҡмай ғына китеп барған. Аллаға шөкөр, аңһыҙ ҡазанан Хоҙай Тәғәләм үҙе араланы… Ғәлим генә әрәм булып ҡуймаһын инде, йәш бит. Анау һунарсыларын да әйтер инем! Көстәре еткән бала айыуҙарға. Шәп булғас, инә айыуҙы атып алһындар ине. Беҙҙең ҡарт йәшерәк сағында тиңдәштәре менәнһәндерә яһап ятып айыуға һунар итә торғайнылар, – тип көйәләнде Мәлифә инәй…

Ғәлим һауыҡманы. Ҡыҙының донъяға килеүен дә белмәй егерме йәшлек кенә Сәйҙәһен яңғыҙ ҡалдырып, теге донъяға китеп барҙы. Йәш ҡатын ер-һыу иланы. Янып барған йөрәген баҫыу өсөн сабыйын күтәреп, көн дә тиерлек Ғәлиме менән осрашып – табышҡан яңғыҙ ҡайын янына килде. Ҡайын бит барыһына шаһит. Уларҙың етәкләшеп килеүен алыҫтан уҡ шәйләп алыр ине лә, йәшел шәлен болғап, үҙ ҡосағына алырға ашыҡтырыр ине. Ике ғашиҡ таң атҡансы уның ҡуйынына һыйынып ҡына серләшер ине. Өйләнешкәс тә улар яңғыҙ ҡайынды ташламаны. Сәйҙә тыуасаҡ сабыйы хаҡында ла Ғәлименең ҡолағына уның янында шыбырланы. Ҡыуанысының сиге булмаған буласаҡ йәш ата менән бергә ебәк сәстәрен елгә туҙғытып, әйтерһең дә ҡайын да шатланды.

***

Еләҫ кенә иҫкән елгә лә Оло урмандың япраҡтары шыбырлашып ҡына серләшеп алды. Олпат имән ейән-ейәнсәрҙәрен барланы. Ғорур ҡарағайҙар энәләренең осонда ай- йондоҙҙарҙың нурын балҡытып бер-береһенә хәйерле төн теләне. Һылыуҙарҙан һылыу сағандар мөхәббәт йырын һөйгәндәренә бағышланы. Уларға аҡ ҡайындарҙың да моңо ҡушылды. Тик ауыл осонда үҫкән яңғыҙ ҡайын ғына болоҡһоно. Көҙгө әсе елдәр, ҡышҡы бурандар һындырып сулаҡлаған ботаҡтарынан йәш тамды. Бөгөн дә ул килмәне. Кисә лә, унан алдағы көн дә. Ҡайҙа ул? Ни булған уға?..

Ун алтынсы яҙын ҡаршылаған сибек кенә, ҙур ҡара күҙле, аҡһыл һылыу йөҙлө ҡыҙына Сәйҙә бер аҙ текләп ҡарап ултырҙы ла:

– Балам, сәйең һыуып китте бит. Йылытайыммы әллә? – тип Алтынайының сынаяғына үрелде.

Әсәһенең ҡапыл өндәшеүенән ҡыҙ тертләп китте. Теләр-теләмәҫ кенә күҙен журналдан айырҙы. Ҡараштар осрашты. Аллаға шөкөр! Ҡыҙының күҙҙәрендә әсә йөрәге күтәрә алмаған бушлыҡтың әҫәре лә юҡ.

– Балаҡайым, эҫеләй генә эс сәйеңде. – Сәйҙә өтәләнеп, бармағына эләктереп самауырының һемәген һурып сығарҙы. Ҡайнар һыу өҫтәлгә йәйелде. Әсәһенең һәр ваҡыт йылдам хәрәкәтенә өйрәнгән ҡыҙҙың ҡарашында аптырау сағылды. Сәйҙә өҫтәлен йәһәт кенә һөртөп ала һалды ла ашыға-ашыға хәбәрен теҙҙе:

–  Алтынай, журнал битендәге һүрәтеңде әйтәм… ниңә яңғыҙ ҡайын? – Ҡыҙының йөҙө үҙгәреп китеүен күргән әсә һағайҙы. Башҡаса өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Алтынай һыуып өлгөргән сынаяғындағы сәйен һулаҡай ҡулының ике бармағына эләктереп һемерҙе лә, сығып йүгерҙе.

Оло урмандағы һәр һуҡмаҡ таныш ҡыҙға. Бына ишелеп үҫкән ҡайын менән уҫаҡ. Өләсәһе иҫән саҡта йыш ҡына һарыҡ-кәзәләре бәрәстәрен алмаһа, бәләкәстәрҙе ошонда алып килеп ауыҙ эсенән генә уҡый-уҡый имләй ине. Бынан һуң тып-тып баҫып, бәрәстәрен яҡынлатмай ҙа торған һарыҡ-кәзә бер ни булмағандай бөҙрәкәйҙәрен имеҙеп ала ла китә. Ә быныһы еләкле аҡлан. Тегендәрәк, аҡландың ситендә ҙур ҡырмыҫҡа иләүе. Бәләкәс кенә йән эйәләренең тауҙай итеп өйөп үҙ йәшәү төйәген булдырыуҙарына аптырап бөтә алмай Алтынай.

– Ниңә беҙгә эшләргә ҡамасаулайһың, тип мине берүк тиргәмәгеҙ, эшлеклеләр. Күҙәтәм һеҙҙе. Һүрәттәремә ҡайһы мәлегеҙҙе төшөрһәм уңышлыраҡ булыр икән, тип күҙәтәм. Татыу, ярҙамсыл булыуығыҙ ҙа хайран ҡалдыра. Бына ошо һыҙатығыҙҙы тотоп алып кешеләргә еткергем килә. – Алтынай күҙҙәрен йомоп иркен итеп урман һауаһын һуланы ла, юлын артабан дауам итте.

Яңғыҙ ҡайын ҡыҙҙы борсолоп, япраҡтарын шаулатып-орошоп ҡаршы алды. Үҙе, тағы үпкәләп ҡуйма, тигәндәй иң хәтфә ботағы менән ҡыҙҙың сәсен һыйпап ҡуйҙы. Алтынай ҡайынды ҡосаҡлап, янып барған сикәһен терәне.

– Ҡайынҡайым, беләһеңме… ишетәһеңме? Минең һиңә һөйләр ҙур шатлығым бар. Иҫеңдәме, үткән йәй мин һинең һүрәтеңде төшөргәйнем. Ҡояш нурҙарына мансылған мәлеңде лә, иртәнге томанға сорналыуыңды ла, моңһоу ай менән серләшеүеңде лә, япраҡ-сәстәреңде йылы ямғырға йыуыуыңды ла – барыһын да төшөрөп журналға ебәргәйнем. Тәүҙә берәй хәбәр булырмы, тип өмөтләнеп көттөм. Шул арала һин һары шәлеңде аҡ бөркәнсеккә алмаштырҙың. Мин уларҙы йәнә һүрәткә төшөрөп ебәрҙем… Ҡайынҡайым! Бына ул һүрәттәр… Таныйһыңмы үҙеңде?

Ҡайын, китсе, мин шулай уҡ һылыумы ни, тигәндәй сайҡалып ҡуйҙы. Алтынай уны аңлағандай һүҙен дауам итте:

– Һинең матурлығың – көсөңдә. Мин дә һинең һымаҡ көслө булғым килә. Тик әсәйем генә һинең яныңа килеүемде өнәп бөтмәй. Яңғыҙ ҡайын яңғыҙлыҡ килтерә, тип бөтә кисергән ҡайғы-хәсрәттәрен һинең менән бәйләй. Ярай, ҡайынҡайым, мин ҡайтайым. Оҙаҡлаһам, әсәйем борсола башлай торған. –  Алтынай журналын күкрәгенә ҡыҫып, ауыл яғына ҡарай өс-дүрт аҙым атланы ла, кире боролдо.

– Ҡайынҡайым, һиңә сисер тағы бер серем бар. Иҫләйһеңме, мин һиңә үҙем ҡурҡҡан өс әйбер тураһында һөйләй торғайным. Беренсеһе – яңғыҙ ҡалыу, икенсеһе – ут, өсөнсөһө – һөйөү… – Ҡыҙ йәнә ҡайынды ҡосаҡлап алды ла шымып ҡалды. Һылыу аҡһыл йөҙөндә шуҡ йылмайыу хасил булды.

– Беләһеңме, ҡайынҡайым, мин уларҙың берәүһен еңдем. Мин башҡаса һөйөүҙән ҡурҡмайым. Сөнки мин… мин ғашиҡ. Эйе,эйе, ғашиҡ! Һөйөүемдең яуапһыҙ булырын белә-күрә ғашиҡмын. Уҡыған китаптарымда ла бит, йөрәккә бойороп булмай, тип яҙалар. Бойорорға теләмәйем дә. Ауылыбыҙҙың иң шуҡ, иң шаян, бер минут та тиктормаҫ Ильясын яратыуым менән бәхетлемен. Минең дә шаярғым, берәй шуҡлыҡ эшләгем килә. Ошоғаса йәмһеҙ, ҡараңғы булып тойолған донъя ҡапыл яҡтырып китте. – Алтынай сыңғыратып көлөп ебәрҙе. – Ишетегеҙ, Оло урманым ағастары! Ишет, яңғыҙ ҡайыным! Мин ярата-ам!.. 

Ҡыҙыҡай ҡапыл шымып ҡалды. Ниндәйҙер бер асыш яһағандай йөҙө етдиләнде.

– Туҡта әле, яңғыҙ ҡайын, мин ҡурҡыуымдың икәүһен еңгән булып сығам түгелме? Уйҙарымда һәр ваҡыт ул ғына! Тимәк мин яңғыҙ түгел!..

***

Сәйҙә ҡыҙының тиңдәштәре менән аралашыуға ҡарағанда урман-ҡырҙар ҡыҙырыуҙы өҫтөн күреүен күңеле менән аңлай. Ләкин йөрәге ҡабул итмәй. Алтынайының да башҡа ҡыҙҙар кеүек әхирәттәре менән быш-быш килеп серләшеүен, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөүен теләй. Был турала ҡыҙына әйткәне лә бар. Тик ҡыҙы асыҡ һоро күҙҙәрен бер тултырып ҡына ҡарай ҙаҡуя. Бар яуабы шул. Ул ҡараштан Сәйҙә үпкә лә, әсенеү ҙә, ғазап та уҡып, йөрәге өҙөлөп төшөр сиккә етә. Эйе, ғәйепле ул ҡыҙы алдында. Мең ғәйепле. Ләкин терһәген генә тешләй алмай…

Ғәлименең үлеменә сәбәпсе булған теге инә айыуҙы һунарсылар киләһе йыл ҡырпаҡ ҡар яуғас ҡына атып алып,Мәлифә инәйҙәрҙең ишек алдына килтерҙеләр. Халыҡ йыйылған ергә айыуҙың үле кәүҙәһен күреп, күңеле тантана итһен өсөн Сәйҙә лә килде. Мәлифә инәйҙең бабайы айыу тирәләй инде нисәнсе тапҡыр урап:

– Хет ун айыуҙы ошонда теҙеп һалып ҡуйығыҙ, миңә осрағаны бына быныһы ине, тип тап ошо айыуға төртөп күрһәтер инем, – тине ул янында торған улы Азаматҡа ҡарап. – Ғәлимде лә шул туҡманы инде ул, – бабай ҡарашын Сәйҙәгә күсерҙе. Йәш ҡатын тамағына төйөлгән әсе төйөрҙө йотто ла, берәүгә лә күтәрелеп ҡарамай ҡапҡанан сығып китте.

Кискеһен Сәйҙәнең өйөнә Азамат килеп инде һәм аяғының аҫтына айыу тиреһен ташланы.

– Сәйҙә, был айыу тиреһе һинең аяҡ аҫтыңда ятырға тейештер. – Үҙе аптырап ҡалған ҡатындың рөхсәтен дә көтөп тормай тирене тағата башланы.

– Кәрәкмәй! Тирегеҙҙе алып китә күрегеҙ ! – Сәйҙәнең тауышы ҡалтырап китте. Күҙенә йәш төйөлдө. Бер мәлгә юғалып ҡалған Азамат тирене йәһәтләп йыйып алды ла сығыу яғына ыңғайланы. Унан ҡапыл боролоп, Сәйҙәгә сәйер генә ҡараш ташланы һәм хәйерле төн теләп сығып китте…

Инде арыуыҡ йылдар ситтә йөрөп, тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан Азаматтың йөрәгенә инеп ултырырмын,тип башына ла килтермәгәйне ул саҡ Сәйҙә. Хистәренең сафлығын, уйҙарының эскерһеҙлеген, ниәтенең изгелеген аңлатырға әҙ тырышманы егет. Тик Сәйҙәнең генә йөрәге ете йоҙаҡ менән бикләнеп, асҡысы төпһөҙ ҡоҙоҡҡа ташланғайны. Азаматтың һәр һыҙатын Ғәлиме менән сағыштыра, һәм бер генә лә оҡшаш яҡтарын таба алмай. Ғәлиме үткен ине, был баҫалҡы. Ире йор һүҙле, шаян тәбиғәтле булһа, Азамат артыҡ һүҙ һөйләмәҫ. Ғәлименең күҙҙәре һәр ваҡыт көлөп торор ине, ә быныҡы ҡоро. Икеһенең айырмаһы ут менән һыу кеүек. Шуғалырмы Азамат күңеленән үтеп йөрәгендә урын ала алмай…

Бер көндө Сәйҙәнең эш урыны медпунктҡа юҡ йомошон бар итеп килеп ингән Мәлифә инәй:

– Сәйҙә, Ғәлимдең фажиғәле мәрхүм булыуына ла биш йыллап ваҡыт үтеп китте. Яңғыҙыңа донъя көтөүе ҡыйын бит һиңә. Нишләп хан ҡыҙындай һайланып ултыраһың. Азаматтың килмәгән ни ере бар!? Инде йәше утыҙҙы үткән бынамын тигән өрлөктәй егет. Алтынайыңды ла хатта үҙ күрә. Әллә ҡатын айырғанын ек күрәһеңме? Улайға китһә, һин дә … Күпме шулай бәйләп ҡуйылған эттәй ҡапҡа төбөңдө тапатмаҡсыһың? Сыҡмаҫтай уйың бар икән, егеттең башын ҡаңғыртма. Юҡ, тип кәнкретнәһен әйт тә ҡуй, – тип асыҡтан-асыҡ үҙенең үпкәһен белдерҙе.

– Мәлифә инәй, мин уға күптән юҡ тигән һүҙемде әйткәнмен. Эҙләһен үҙенә тиңен…

– Һай-һа-ай, хатта әллә кем булып уны тиңһенмәй ултыраһыңмы? – Мәлифә инәйҙең аптырауы хатта йөҙөнә сыҡты. Телен шартлатып, башын сайҡап ҡуйҙы. – Духтыр булғас та әллә…

– Юҡ-юҡ, Мәлифә инәй, Азамат бик һәйбәт егет. Тик нисек һеҙгә аңлатайым… Йөрәккә бойороп булмай бит, – тине Сәйҙә уңайһыҙланып ҡына.

– Йөрәк эшегеҙҙе белмәйем дә, аңламайым да, Сәйҙә, – Мәлифә инәй эйелә биреп, бышылдауға күсте. – Ир менән ҡатын бергә йәшәп алып китһә, мөхәбәте аҙаҡтан үҙенән үҙе килә ул. Бына мин әйтте тиерһең. Берүк бәхетеңде аша атлама. Азаматтай аҫыл ир бүтән осрамаҫ, – тип һаман ныҡышты. Сығып барышлай өҫтәп ҡуйҙы: – Һин тағы мине Азамат ебәреп ултыра икән тип уйлама. Кешегә һалығын һала тигән егет түгел ул.

Мәлифә инәй сығып киткәс, Сәйҙәнең күңеленә ҡыйын булып китте. Йөрәгенең ярһыуына урын таба алмай ишекле-түрле йөрөнө. Ул әйтмәһә лә Азаматтан да яҡшыраҡ тормош иптәшен таба алмаҫын үҙе лә белә. Тик башҡаса уның кейәүгә сығырға уйы юҡ. Был турала Сәйҙә Азаматҡа күптән әйткән. Бер уйлаһаң, Мәлифә инәйҙең уға үпкәләрлек урыны ла юҡ. Ул Азаматты өмөтләндермәне.

Сәйҙә стена сәғәтенә күҙ ташланы ла, халатын һалып шкафҡа элде. Ҡыҙын баҡсанан алырға һуңлап бара.

Көҙгө быҫҡаҡлап яуған һалҡын ямғыр күптән уңып бөткән япраҡ, үлән биттәрен өшөтә. Урамға сыҡҡас Сәйҙә һыуыҡҡа еңелсә генә ҡалтыранып ҡуйҙы. Ыҫпай кәүҙәһенә килешеп торған пальтоһының төймәләрен ҡаптырып, сатырын яҙып ебәрҙе лә, йәһәт атлап балалар баҡсаһына йүнәлде. Ҡайта һалып мейескә ут тоҡандырып ебәрәйем, көнө буйы буш торған өй һыуыҡтыр, тип уйланы ул.

Ҡыҙының тамағын туйҙырғас, икәүләшеп кубиктарҙан өй төҙөп уйнап алдылар. Алтынайы инде сығып килгән теле менән әсәһенә тырышып-тырышып хәбәрҙәрен һөйләне. Бәләкәс кенә йылы ҡулдары менән ҡосаҡлап үбеп-үбеп алды. Тамам йоҡоһона иҫергән ҡыҙына урын йәйеп биреүе булды Алтынайы мышнап йоҡлап та китте. Сәйҙә мейесенә утын өҫтәп, ҡулына бәйләмен алғайны ғына, кемдер тәҙрәне һаҡ ҡына ҡаҡты. Сәйҙә ҡорғанын күтәреп ҡараны һәм йәһәтләп кейенә башланы. Килеүсе арғы остағы йәш килендең ире ине. Тимәк ҡатыны бәпәйгә ауырып киткән. Ваҡыты еткәйне шул. Бала табыу йортона илтергә кәрәк. Ә Алтынайҙы ҡалайтырға һуң? Сәйҙә сығып барған еренән кире боролоп инде. Әллә күтәреп кенә әсәһенә индереп ҡалдырырғамы? Улай итһәң, район үҙәгенән ҡайтҡас ямғырҙа өшөтөп йәнә инеп алырға кәрәк. Әсәһе олоғайған. Ҡайһы ваҡыт төндә Алтынайы мыжып уяна торған. Улайтып әсәһенә һалығын һалғыһы килмәй. Ҡыҙы бер нисә тапҡыр өйҙә үҙе генә йоҡлап ҡалғылағайны. Сәйҙә район үҙәгенән ҡайтҡансы уянмаған да ине. Бер сәғәт барһалар, бер сәғәт ҡайтһалар…

Уятмайым сабыйымды йоҡоһонан, йоҡлаһын, тип уйланы Сәйҙә ҡыҙының юрғанын йүнәтеп ябып.Буласаҡ әсәне бала табыу йортона ҡалдырып, дауахана урамы буйлап оҙаҡ та барманылар еңел машина шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Шофер егет уныһын, быныһын борғоланы, капотын асып соҡсоноп ҡараны, ләкин машина ҡуҙғалырға уйламаны ла. Аптырауға ҡалған егет төн ҡараңғылығын йырып танышына ярҙам һорарға китте. Сәғәттән артыҡ ваҡыт үткәс кенә оло ғына йәштәге ағайҙы эйәртеп килеп етте. Ағайҙың ҡулынан “ауырыу” машиналар күп үткән күрәһең, ун-ун биш минут үтеүгә “Калинаға” йән инде. Балаһын уйлап, йөрәген усына алып ултырған Сәйҙәнең күңеленә йылы йүгерҙе. Асфальттың соҡор-саҡырына йыйылған ямғыр һыуын тирә-яҡҡа сәсрәтеп машина алға ынтылды…

Ҡалғанын Сәйҙә яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Иҫенә килгәндә ул дауаханала ине. Сикәләре буйлап аҡҡан ҡайнар күҙ йәштәрен тыя алмай реанимациялағы врачтың сыҡҡанын сабырһыҙлыҡ менән көтә.

–Борсолмағыҙ, ҡыҙығыҙ аңына килде. Тик ҡул суҡтары ныҡ янған. Ә йөҙөнә бер ниндәй ҙә зыян килмәгән. Ирегеҙгә килгәндә, уның хәле мөшкөлөрәк, – тине ҡыҙы янынан сыҡҡан шәфҡәт туташы.

– Ирем түгел… Азамат ул, Азамат… – тип шыбырланы Сәйҙәнең ирендәре. Ҡыҙын ҡотҡарыусы Азамат!..

Төндә әсәһен эҙләп уянған Алтынай ҡараңғы өйҙә илай-илай берҙән-бер яҡтылыҡ биргән мейес янына барып уйынсыҡ тимер тырмаһы менән баҙрап ятҡан ҡуҙҙы иҙәнгә тартып төшөргән. Күп тә үтмәй өй эсен ут ялмап ала. Иптәштәре менән урамдан үтеп барған Азамат янғынды күреп, ишекте ватып эскә ташлана. Иҫтән яҙған баланы һәрмәнеп йөрөп саҡ табып ала. Өҫтөндәге еүеш курткаһын һалып баланы урай ҙа артынан ингән иптәшенә тоттора. Ә үҙе ике бүлмәне бер итеп Сәйҙәне эҙләй. Өйҙә Алтынай ғына икәнен белгән булһа, былай уҡ бирешмәҫ тә ине…

Сәйҙә дауаханан тура яңғыҙ ҡайын янына килде. Ҡайындың һалҡын елдәргә телгеләнеп бөткән олонон йоҙроғо менән илай-илай:

– Яңғыҙ ҡайын! Үҙең яңғыҙ булғанға минең дә яңғыҙ булыуымды көһәйһеңме? Ғәлимем менән һине дуҫ иттек. Ғәлимһеҙ ҡалдым. Ҡыҙым яралғандан уҡ яныңа килеп эс серемде систем, ҡайғы- хәсрәтемде һөйләнем. Алтынайым хәҙер ни хәлдә! Ә Азаматтың бында ни ғәйебе бар? Барлыҡ хәсрәттәремдең башында һин тораһың түгелме? Ҡайын ҡайғылы, тигәндәре хаҡ күрәһең. Ишет, яңғыҙ ҡайын, башҡаса яныңа килмәйем! Яңғыҙ булыу һиңә генә килешһен! – тип туҡманы.

Азаматтың да, ҡыҙының да дауахананан сыҡҡандарына арыуыҡ ваҡыт. Уларҙың сейләнеп торған яраларын эшкәрткән һайын йөрәгенә ҡан һауа. Үҙен ғәйепләй. Ниңә генә шул төндө ҡыҙын әсәһенә алып барып ҡалдырманы. Ниңә Азаматҡа ҡарата йөрәгендә урын тапманы. Хәҙер аңлай, күңеле бөтөнләй үк битараф булмаған да икән.

Сәйҙә үҙ-үҙен битәрләй-битәрләй Азаматтарҙың ҡапҡа төбөнә килеп еткәнен дә абайламаған. Егет өйҙә бер үҙе генә. Инеүсегә күтәрелеп ҡараны ла, ултырған урынынан гәзит-журнал аҡтарыуын дауам итте. Фажиғәнән һуң икәүҙән-икәү тәүгә ҡалыуҙары.

– Азамат, йәрәхәттәреңде ҡарап сығайым. – Сәйҙә уның янына үтте.

– Сәйҙә, башҡаса килеп ыҙалама. Әсәйемә генә өйрәт тә ҡуй. – Азамат йөҙөн ситкә борҙо.

Сәйҙә егеттең һүҙен ишетмәмешкә һалышып, ҡулын һабынлап йыуҙы ла, көн дә башҡарған процедураны үтәне. Үҙенең йөрәге сығырҙай булып тибә.

– Килеп ыҙалама, тиһеңме? Мөмкин. Әгәр һин беҙгә йәшәргә килһәң… Туғандар, ауыл халҡы өйөбөҙҙө ипкә килтереп бирҙе.

Азамат бер аҙға ғына өнһөҙ ҡалды. Күрәһең Сәйҙәнең тын алышынан, үҙен тотошонан уның ни әйтерен һиҙемләп йөрөй. Унан йөҙөнә зәғиф кенә йылмайыу сығарып:

– Йәлләйһеңме? – тине. Уның яңаҡтары тартышып китте. – Мин йәлләүгә мохтаж түгелмен. Һау сағымда әҙәмгә һынамағаныңды, хәҙер мин һиңә нимәгә кәрәкмен? Йөҙөм кеше ҡарағыһыҙ… Эйе, тиңдәштәрем араһында тиңем менән йәшәгем килгәйне. Ә һин минең хистәремде һанламаның. Телеңдә лә, уйыңда ла тик Ғәлимең генә булды. Юҡ, мин һине ғәйепләмәйем. Хатта үлгән иреңә лә тоғро булыуың һиңә ҡарата ихтирамымды,һөйөүемде тағы ла көсәйтә төшкәйне. Ләкин… тереләр – тереләр өсөн кәрәк.

– Дөрөҫ әйтәһең, тереләр – тереләр өсөн кәрәк… Һин бит тере, Азамат. Һин беҙгә кәрәкһең! – Элегерәк булһа, Сәйҙә үҙ һүҙҙәренә үҙе ышанмаҫ ине. Ә хәҙер теле һөйләгәнде йөрәге лә ҡеүәтләй.

– Йәнем үлгән, Сәйҙә, аңлайһыңмы, йәнем үлгән. Ә был эшкинмәгән кәүҙә һиңә нимәгә?! Ҡалдыр мине, зинһар!..

Сәйҙә Азаматтың килмә, тигәненә ҡараманы. Көн дә килде. Бик һуңлап ҡына йөрәге яҡын иткән кешеһенең тән йәрәхәтен генә түгел йән йәрәхәтен дә дауалағыһы килде.

***

Алтынай альбом битен берсә тубығына һалып, берсә ситкәрәк китеп Оло урмандың аҡланын төйәк иткән ҙур ҡырмыҫҡа иләүен һүрәткә төшөрә.

– Һеҙҙәге эшһөйәрлек етешмәй миңә. Эй-й, ҡырмыҫҡалар, быны мин һеҙгә әйтәм. Һеҙҙең һүрәтте айҙан артыҡ төшөрөп маташам. Һис төшөрөп бөтә алмайым. Күпме ваҡыт күңелгә оҡшаған мәлде һис тотоп ала алмай ыҙаландым… Булды шикелде. Эй-й, эшһөйәрҙәр! Һүрәтегеҙҙе Мәскәү тигән ҙу-ур ҡалаға конкурсҡа ебәрәм. Мин үҙем ул ҡаланы күргәнем юҡ. Ә бына һеҙ һүрәттә булһа ла Мәскәүгә юлланаһығыҙ. – Алтынай альбом битенә һуңғы һыҙыҡтарҙы өҫтәне лә,үҙе һалған һуҡмаҡ буйлап яңғыҙ ҡайын янына ашыҡты.Ҡайыны бөгөн бик серле күренә. Алтынайҙың да уға сисә тигән оло сере бар.

– Ҡара әле, ҡайынҡайым, һүрәтем күңелеңә хуш киләме? Ярай, ярай, маҡтарға ашыҡма. Тупыс ҡул менән артыҡ маҡтанырлыҡ һүрәт төшөрөп булмай инде ул. Бармаҡтарым иҫән булһа… Беләһеңме, кисә миңә мәктәптәге дискотекала Ильяс нимә тигәнен? Тәүге эш хаҡыма һиңә мольберт һатып аласаҡмын, тине. Дискотеканан һуң класыбыҙ менән костер яҡтыҡ. Янымда Ильяс булғас, уттан бөтөнләй ҡурҡманым. Һин дә бөгөн бигерәк серлеһең. Сис сереңде Алтынайға. – Алтынай ҡайынды уратып йөрөп сыҡты. Ҡайын кинәт кенә иҫеп киткән елгә япраҡтарын елберҙәтте. Бер сабырһыҙ япрағы көҙ етер етмәҫтән өҙөлөп тә төштө. Алтынай кәйпелеп килеп төшкән япраҡты алырға эйелгәйне, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай аптырап ҡалды.

– Ҡайынҡайым, яҙҙан алып шул сереңде минән йәшерҙеңме ни!? Һин бит хәҙер яңғыҙ түгел! Ҡуйыныңа һыйынып ыуыҙ ғына үҫентең морон төрткән. Үҫһен, бәләкәс. Киләһе яҙ икәүгеҙҙең һүрәтегеҙҙе төшөрөрмөн.Әйткәндәй, тағы бер ҡыуанысым бар. Азамат ағай беҙҙең менән йәшәйәсәк. Ҡайта һалайым. Әсәйем менән Азамат ағайым мине көтә торғандарҙыр.

Яңғыҙ ҡайын ҡолонсаҡтай һикерә-һикерә ҡайтып барған Алтынайҙы япраҡтарын елберҙәтеп оҙатты ла, күкрәгенән һут алып үҫеп килгән үҫентеһенә инде нисәнсе тапҡыр Сәйҙә һәм Алтынай, Ғәлим һәм Азамат тарихын әкиәт итеп һөйләргә тотондо.

Гөлдәр Әхмәҙишина. 

Читайте нас: