Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2021, 13:00

ИКЕ ТАПҠЫРҒА!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашҡан Белорет предприятиеларында тауар етештереү ике тапҡырға артҡан. Ошо турала БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итә.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашҡан Белорет предприятиеларында тауар етештереү ике тапҡырға артҡан. Ошо турала БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итә.
“Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа милли проект предприятиеларға баҙарҙа үҙ урынын нығытыу, конкурентлыҡты үҫтереү маҡсатында дәүләт ярҙамы алырға ярҙам итте. Бөгөн проектҡа Башҡортостандың 106 предприятиеһы йәлеп ителгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре етештереү күрһәткестәрен байтаҡҡа арттырҙы”, - ти БР Хөкүмәте вице-премьеры.
Рөстәм Моратов “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашҡан Белорет селтәр һәм түшәмә заводын, «Строп-Комплект» предприятиеһын һәм Белорет рессорҙар һәм пружина заводын миҫал итеп килтерҙе.
“Тамамланмаған производствоны ҡыҫҡартыу арҡаһында 80 миллион һум артып ҡала, был сығанаҡтарҙы ауыр ваҡытта етештереүҙе яйға һалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтергә буласаҡ. Уртаса иҡтисади эффект дүрт миллион һум тәшкил итә”, - тип аңлатма бирә министр.
Олег Яровиков фотоһы.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас в