Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2021, 11:00

Ир-егеттең изге бурысы

Хәмиҙуллин Рим Рамаҙан улы Ғ. Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре алып барҙы. Һәр ваҡыт хәрби форма кейеп йөрөгән уҡытыусыны коллегалары ла, уҡыусылар ҙа хөрмәт итте. Уҡыусылары Рим Рамаҙан улын хәҙер ҙә онотмайҙар, армиянан ҡайтҡас, егеттәр килеп уның хәлен беләләр, рәхмәт әйтәләр

Хәмиҙуллин Рим Рамаҙан улы Ғ. Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре алып барҙы. Һәр ваҡыт хәрби форма кейеп йөрөгән уҡытыусыны коллегалары ла, уҡыусылар ҙа хөрмәт итте. Уҡыусылары Рим Рамаҙан улын хәҙер ҙә онотмайҙар, армиянан ҡайтҡас, егеттәр килеп уның хәлен беләләр, рәхмәт әйтәләр.
Рим Рамаҙан улы 1950 йылдың 9 авгусында Сәғит ауылында Рамаҙан Яхъя улы һәм Анна Ивановна Хәмиҙуллиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Улар ғаиләлә 7 бала үҫә. Ғаилә башлығы Рамаҙан Яхъя улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Батырлығы өсөн орден һәм миҙалдар менән наградланған. Һуғыш ветераны балаларында бәләкәйҙән Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. Малайҙарын: “Ир-егет армияла хеҙмәт итергә, Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә тейеш!” – тип үҫтерә. Рим Рамаҙан улы башланғыс белемде Сәғит мәктәбендә ала, артабан уҡыуын Байыш урта мәктәбендә дауам итә. 1969 йылда урта мәктәпте уңышлы тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала.
Егеттең төп хыялы – армияла хеҙмәт итеү, Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәү була. Ул 1969 йылдың октябрь айында Совет Армияһы сафына алына. Рим Рамаҙан улы Быҙаулыҡ ҡалаһында 6 ай хеҙмәт итә. “Миңә армияла хеҙмәт итеүе еңел булды, сөнки физик әҙерлек тә яҡшы, һаулыҡ та шәп. 6 ай эсендә сержант званиеһы алдым. Хыялым да тормошҡа ашты. Мин артиллерист-разведчик булдым”, – тип ул.
1970 йылдың май айында Рим Рамаҙан улы хеҙмәт иткән полкты Германияға ебәрәләр. Ул Бернау ҡалаһында хеҙмәт итә, отделение командиры була. Гвардия сержанты Хәмиҙуллин һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә өйрәтә, үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Спорт ярыштарында ҡатнаша, көрәш буйынса призлы урындар яулай. Батарея командиры майор Рыков Рим Рамаҙан улына характеристикаһында: “Гвардии сержант Хамидуллин Р.Р. грамотный, требовательный командир, дисциплинирован. Свою специальность знает на отлично. Является отличником боевой и политической подготовки. Умело обучал своих подчиненных, передавая им свой опыт и знания. Является специалистом первого класса...”- тип яҙа. Ике йыл хеҙмәт итеү дәүерендә гвардия сержанты Рим Рамаҙан улы командование тарафынан 23 тапҡыр билдәләп үтелә. Уға кесе лейтенант званиеһы бирелә.
Ике йыл хеҙмәт үтеп тә китә. Рим Рамаҙан улын армияла ҡалырға тәҡдим итәләр. Ләкин әсәһе риза булмағас, ул тыуған яҡтарына ҡайта. Совхозда эш башлай. 1972 йылдың август айында Байыш урта мәктәбе директоры Ғүмәров Ғәббәс Ғәфүрйән улы уны мәктәпкә башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыра. Рим Рамаҙан улы 1972 йылдың авгусында эш башлай. “Мәктәптә эшләү дәүерендә башланғыс хәрби әҙерлек кабинетын, ҡорал һаҡлау бүлмәһен эшләнем. Мәктәптә өс Калашников автоматы, уҡыу гранаталары, плакаттар, портреттар бар ине. Автоматтарҙы һүтеү, йыйыу – егеттәрҙең дә, ҡыҙҙарҙың да яратҡан шөғөлө булды. 23 февралгә арналған хәрби-патриотик айлыҡ – үҙе бер ҙур байрамға әүерелә ине. Төрлө спорт ярыштары, “Күңелле старттар”, йыр йырлап сафта йөрөү, ”Зарница” уйындары, “Йәгеҙ әле, егеттәр”, “Шаттар һәм ҡыйыуҙар” конкурстары, һуғыш һәм тыл ветерандары, Афғанстанда, Чечняла хеҙмәт иткән егеттәр менән осрашыуҙар... Мәктәп гөрләп торҙо. Уҡыу йылы аҙағында 9 (үҙгәрештән һуң – 10) класта уҡыған егеттәр өсөн районда хәрби лагерь ойошторолдо. Егеттәр ысын һалдат тормошо менән йәшәне унда, һалдат бутҡаһын ауыҙ итте. Иң ныҡ иҫтә ҡалғаны 1974 йыл булды, сөнки мин унда бересе тапҡыр ҡатнаштым. Егеттәрем дә шәп ине: Сәйфулла Мөхәмәтйәнов, Хәмит Назаров, Иҙәш ауылы егеттәре Зөфәр Ҡыуандыҡов, Роберт Ураҡаев, Аҡдәүләттән Ғәббәс Гуляев һ.б. Спорт ярыштарында ла, хәрби әҙерлек буйынса ла алдынғылыҡты бирмәнеләр. 1983 йылда үткәрелгән хәрби сборҙа Хисмәт Йомалин “Иң яҡшы взвод командиры” исеменә лайыҡ булды...
ҒӘЗИМӘ ЙӘРКӘЕВА.
Тулы вариантты гәзитебеҙҙең 23 февраль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: