Ауыл биләмәләре территорияларын үҫтереүҙең урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән проекттарын конкурс нигеҙендә һайлап алыу беҙҙең районда уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Байыш ауылында ла урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын хуплап йыйылыштар үткәрелде. Тәүгеһендә балалар өсөн заманса майҙансыҡ төҙөү проекты хупланһа, быныһында ауыл активы йыйылып, уның урыны билдәләне. Мәсет ҡаршыһындараҡ, Рәил Ғөбәйҙуллин һәм Миңлехан Мөхәмәтйәновтар йорттары араһындағы буш ятҡан ерҙә балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү ниәтен барыһы ла хупланы.
Мәғлүм булыуынса, былтыр октябрь айында урындағы халыҡтың тырышлығы менән мәсет файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер ул ауылды йәмләп, тирә-яҡҡа иман нуры сәсеп ултыра. Буласаҡ майҙансыҡ та бына шулай ауылды биҙәп торорға тейеш. Ололар мәсеттә йәмәғәт мәсьәләләрен хәл иткәндә, балалар майҙансыҡта уйнар йә, киреһенсә, ҡыҙҙар-малайҙар буласаҡ төрлө ҡоролмаларҙа тән яҙған, уйнаған ваҡытта өлкәндәр эскәмйәлә ял итеп, гәпләшеп ултырып торор ине, – тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты Байыш ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ҡуланшин.