Акмолинск «Ватан хыянатсылары» ҡатындары лагерының элекке тотҡоно Гертруда Платайс 1990 йылда Ҡаҙаҡстанға килгәнендә «АЛЖИР» музейы хеҙмәткәрҙәренә үҙенең яҡын тирәлә йәшәгән ҡаҙаҡтарҙы нисек итеп тәүге тапҡыр күреүен, уларҙың тотҡон ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй мөнәсәбәттә булыуы тураһында беренсе тапҡыр һөйләп бирә.
...Ҡышҡы буранлы көндәрҙең береһендә тотҡон ҡатын-ҡыҙҙар көсәйтелгән һаҡ аҫтында Жаланаш күле ярында ҡамыш йыялар (ҡамышты барактар төҙөүҙә ҡулланғандар). Көтмәгәндә ҡамыш "урманы" араһынан яҡындағы Жанашу ауылы ҡарттары һәм бала-сағаһы йүгереп килеп сыға. Ололарҙың ҡушыуы буйынса балалар хәлдән тайған ҡатындарҙы таштар менән бәргесләй башлай. (Һәр кемгә көндәлек норма итеп билдәләнгән 40 ҡамыш көлтәһе әҙерләү өсөн ҡышҡы һыуыҡта көн һайын 17-20 сәғәт эшләргә тура килгән). Был хәлде күреп, конвойсылар хахылдашып көлөшә башлай: күрәһегеҙме, һеҙҙе Мәскәүҙекеләр генә түгел, бындағы ауыл кешеләре лә, хатта бала-сағаһы ла яратмай! Күнелгә, тәү сиратта мораль яҡтан, бик ҡыйын булды, тип хәтерләй аҙаҡтан Гертруда Платайс һәм башҡа тотҡон ҡатындар. Был хәл бер нисә көн ҡабатлана. Кәмһетелгән ҡатындарға Сталин пропагандаһы тарафынан алданған асыулы ҡаҙаҡтарҙан яҡлау һорап, Раббыларына ялбарыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Шундай көндәрҙең береһендә үҙенә табан ябырылып осоусы ошо таштарҙан ялтана-ялтана хәле бөткән Гертруда нимәгәлер һөрөнөп йығылып китә. Аяҡ аҫты тулып ятҡан эреле-ваҡлы таштарға йөҙтүбән килеп төшкәс, танауына кинәт тоҙло эремсек еҫе килеп бәрелә, һәм ул аңлап ҡала: был иҫ киткес татлы һөт һәм сыр еҫе ошо аяҡ аҫтындағы таштарҙан килә бит! Ҡатын бер таш киҫәген ауыҙына алып ҡаба – таш уға шул тиклем дә тәмле тойола! Ул ерҙә ятҡан килеш был таштарҙы йыйып алып, кеҫәһенә, ҡуйынына тултыра башлай һәм баракка алып ҡайта.
Барактағы тотҡондар араһында ҡаҙаҡ ҡатындары ла була. Был таштар – ҡояшта киптереп яһалған тоҙло эремсек – ҡорот, тип аңлата улар.
Яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе ҡаҙаҡ кешеләре тотҡондарҙы йәлләп, уларға нисек ярҙам итергә белмәгәс, үҙҙәренең һәм балаларының ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡатындарҙың һәр аҙымын күҙәтеүсе надзирателдәрҙә шик тыуҙырмаҫ өсөн, шул рәүешле булған ғына һуңғы тәғәм ризыҡтары – ҡороттары менән бүлешкән икән бит!
30-сы йылдарҙа үҙе лә аслыҡ-юғалтыуҙар кисергән ҡаҙаҡ халҡы нисек кенә булһа ла, төрлө юлдар менән лагерҙағы тотҡон ҡатындарҙың хәленә инергә, ярҙам итергә тырыша: уларҙың йөрөгән юлдарында үҫкән ҡыуаҡ аҫтарына йәшереп кенә бешкән ит киҫәктәре, ҡорот, талҡан, көлсә һымаҡ нәмәләр һалып китер булалар. Ҡаҙаҡ халҡына булған оло рәхмәт тойғоларын тотҡон ҡатындар бөтә ғүмерҙәре буйы йөрәк түрҙәрендә ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтә. «Бөтә лагерҙар ҙа насар булды, тик тап ошо Ҡаҙаҡстандағы лагерҙарҙа, Аллаһ ҡушыуы буйынса, ҡаҙаҡ халҡының мәрхәмәте сәбәпле, күп тотҡондар иҫән ҡалды. Ҡаҙаҡтар – аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ баштарынан кисергән халыҡ" - тип хәтерләй элекке тотҡондар.
Тарих уҡытыусыһы Раиса Голубеваның «Ҡорот – аҫыл таш» (русса «Курт – драгоценный камень») исемле шиғыры нигеҙендә Гертруда Платайстың хәтерләүҙәре ята:
«...О, Господи, да это ведь не камень,
От него так пахнет молоком.
И в душе затрепетал надежды пламень,
А в горле встал ком.
Так вот что придумали старики!
Вот за что женщины детьми рисковали!
Да нас от болезни берегли,
Они нас от безверия спасали.
Они поняли, что мы не враги,
А просто несчастные женщины.
И чем смогли – помогли,
Поразив нас своей человечностью.
Я молча попозла по льду,
Собирая драгоценные камни.
Теперь я отвратила от них беду,
Спасая их от охраны.
А ночью в холоднейшем бараке,
На оскверненной палачами земле,
Я, немка, молилась мусульманскому богу,
Да ничего не просила себе.
Я просила старикам здоровья,
Женщинам-матерям – счастья.
Особенно я молилась за детей,
Чтобы они не видели несчастья.
Я прошла все круги "ада",
Потеряла веру и друзей,
Но одно я теперь твердо знаю,
Что только так и надо
Воспитывать детей!»
-------------------------------------------------------
«АЛЖИР» – «Акмолинский лагерь жен изменников Родины»