Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2021, 15:00

Төшкө сәйгә төркөмдәштән тәмлекәс

Төшкө сәйгә бик тәмле ләүешБУРАМБАЕВА НАҘГӨЛ тәҡдим итә:

Ҡамырға 1 стакан он, бер ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 80 г аҡ май, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа кәрәк.
Эслек өсөн 500 г эремсек, 100 г ҡаймаҡ, 3 йомортҡа,1 ҡалаҡ манный ярмаһы, 0,5 стакан шәкәр, суфле әҙерләргә 3 йомортҡа ағы, 3 ҡалаҡ шәкәр оно алына.

Ҡамырға 1 стакан он, бер ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 80 г аҡ май, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа кәрәк. Эслеккә 500 г эремсек, 100 г ҡаймаҡ, 3 йомортҡа һарыһы,3 ҡалаҡ манный ярмаһы, 0.5 стакан шәкәр,
Безе әҙерләргә 3 йомортҡа ағы, 120 г шәкәр ҡомо алына.

Иң тәүҙә ҡамыр баҫырға. Онға ҡамыр йомшартҡысы һалып, май менән ыуырға. Уның өҫтөнә шәкәр менән туғылған йомортҡа өҫтәп, ҡамыр баҫырға ла, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Унан һуң эслек әҙерләргә. Эремсеккә өс йомортҡа һарыһы, ярты стакан шәкәр, ҡаймаҡ һалып, блендер менән болғатырға. Безе әҙерләгәндә өс йомортҡа ағына аҙ-аҙлап шәкәр ҡомо һалып, уны ап-аҡ төҫкә ингәнсе күпертергә.

Һыуытҡыстағы ҡамырҙы алып, табаға эслек ағып сыҡмаҫлыҡ формаға килтереп йәйергә. Өҫтөнә эремсек һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға. Һуңынан бәлештең өҫтөнә безе һылап, тағы 15 минут бешерергә. Духовканы һүндергәс, ишеген асып ҡуйығыҙ, бәлеште алмағыҙ. Ул шунда һыуынырға тейеш. Ярты сәғәттән өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа киләсәк.
Сәйегеҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын!
Читайте нас: