ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2021, 17:25

Юлдар ваҡытында таҙартылырға тейеш!

Республика Башлығы “Башкиравтодор” предприятиеһы эшенән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.

Радий Хәбиров буранда юлды ваҡытында таҙартып өлгөрмәүселәрҙе тәнҡитләне. Етәксе эшкә ҡасан тотонһа ла, ойоштора белергә тейеш.
Республика Башлығы “Башкиравтодор” предприятиеһы эшенән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.
Уҙған тәүлектәрҙә республикала ҡоторған буранда зыян күреүселәр күп булды. Юлдарҙы һырынтылар баҫты, авариялар йыш теркәлде, тығындар барлыҡҡа килде.
Юл хеҙмәттәре буран эҙемтәләрен бөтөрөп кенә ҡалмай, бәлә-ҡазаны булдырмаҫҡа тырышырға ла тейеш.
Кәңәшмәлә “Башкиравтодор”ҙың генераль директоры Илдар Юланов эшселәрҙең тәүлек әйләнәһенә эшләүен әйтһә лә, республика етәксеһе ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
  • Беләм, “Башкиравтодор”ҙы яңыраҡ етәкләй башланығыҙ. Әммә беҙҙә йәш боецтар курсы юҡ. Предприятиеның һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итегеҙ!
  • Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.
    Читайте нас: