Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Март 2021, 23:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бөгөн

Ҡыҙы ҡурсаҡтың иң матурын һайланы. Принцесса күлдәгендәген, сәсен түбәһенә өйгәнен, таж кейгәнен. Бындай ҡурсаҡты өс йәшлек балаға алыу ҙа урынһыҙ кеүек ине. Һоҡланып ҡарар өсөн генә булмаһа, ошондай гүзәллекте нисек итеп уйнатырға бирмәк кәрәк? Зифа шуға ҡаршы төшөп тә маташты:—Бәлки, икенсене һайларһың?Тик ҡыҙы яҡын да килмәне:—Ыыы! Осоно-о!—үҙе яҡлау эҙләп атаһына ҡараны.— Ярай, ошоно тигәс ошоно, — ире лә тиҙ генә ҡыҙы яғын алды. Бәләкәсенең теләген йыға алмай ҙа, һағынып ҡайтҡан балаһының кәйефен дә ҡырғыһы килмәй ине Әнеүәрҙең.—Бысратмайһың инде түлкә,—ҡатын үтә күренмәле ҡумталағы ҡурсаҡты башта ҡыҙына һонорға итте лә, уның ҡосаҡлап йомарларын аңлап, үҙе тотоп алдан атланы. Ҡыҙсығы атаһының етәгендә шатлығынан һикрәнләне, атаһын ҡабаландырҙы.Ҡайтҡас бала ҡурсаҡты ҡабынан арындырҙы ла, бер килке йөҙөнә төбәлеп торҙо. Унан ололарға ҡарап йылмайҙы:—Матус, эвет?—Һиңә оҡшаған,—ти һалды ҡыҙын донъялағы иң матуры тип иҫәпләгән атаһы.—Матус булғас матус ҡына көйө торһон инде. Һин уны тотоп ҡара ла, унан үргә ҡуйып ҡуяйыҡ. Юғиһә, ҡулыңдың кере сығып бөтөр, ямаҡайланыр ҡурсағың, был ҡыҙыҡай мине яратмай, тип илар,— Зифа баланы хәйлә менән алмаҡ булды.—Ә мин быслатмайым,—бәләкәс әсәһенән ҡасырып уйынсығын артына йәшерергә иткәйне, уныһы шатыр-шотор төшөп тә китте.(дауамы сайтта)

Ҡыҙы ҡурсаҡтың иң матурын һайланы. Принцесса күлдәгендәген, сәсен түбәһенә өйгәнен, таж кейгәнен. Бындай ҡурсаҡты өс йәшлек балаға алыу ҙа урынһыҙ кеүек ине. Һоҡланып ҡарар өсөн генә булмаһа, ошондай гүзәллекте нисек итеп уйнатырға бирмәк кәрәк? Зифа шуға ҡаршы төшөп тә маташты:

—Бәлки, икенсене һайларһың?

Тик ҡыҙы яҡын да килмәне:

—Ыыы! Осоно-о!—үҙе яҡлау эҙләп атаһына ҡараны.

— Ярай, ошоно тигәс ошоно, — ире лә тиҙ генә ҡыҙы яғын алды. Бәләкәсенең теләген йыға алмай ҙа, һағынып ҡайтҡан балаһының кәйефен дә ҡырғыһы килмәй ине Әнеүәрҙең.

—Бысратмайһың инде түлкә,—ҡатын үтә күренмәле ҡумталағы ҡурсаҡты башта ҡыҙына һонорға итте лә, уның ҡосаҡлап йомарларын аңлап, үҙе тотоп алдан атланы. Ҡыҙсығы атаһының етәгендә шатлығынан һикрәнләне, атаһын ҡабаландырҙы.

Ҡайтҡас бала ҡурсаҡты ҡабынан арындырҙы ла, бер килке йөҙөнә төбәлеп торҙо. Унан ололарға ҡарап йылмайҙы:

—Матус, эвет?

—Һиңә оҡшаған,—ти һалды ҡыҙын донъялағы иң матуры тип иҫәпләгән атаһы.

—Матус булғас матус ҡына көйө торһон инде. Һин уны тотоп ҡара ла, унан үргә ҡуйып ҡуяйыҡ. Юғиһә, ҡулыңдың кере сығып бөтөр, ямаҡайланыр ҡурсағың, был ҡыҙыҡай мине яратмай, тип илар,— Зифа баланы хәйлә менән алмаҡ булды.

—Ә мин быслатмайым,—бәләкәс әсәһенән ҡасырып уйынсығын артына йәшерергә иткәйне, уныһы шатыр-шотор төшөп тә китте.

—Ләйсән! Ошолай булырын белдем бит! Хәҙер онтарһың, хәҙер боҙорһоң инде.

—Ярай, уныҡы ла инде,—ҡыҙының ауыҙы бәлшәйгәнен күргән атаһы шундуҡ араға төштө.

—Уныҡы тип туҙҙыртып ҡуяйыҡмы? Һаҡлап өйрәнһен нәмәләрен.

—Уйынсыҡтың нимәһен һаҡларға? Уйнатырға алдыҡ бит, әйҙә, рәхәтләнһен.

Зифа был тәңгәлдә һүҙен йыҡтырырға теләмәне:

—Иртәгә лә көн бар. Бындай ҡиммәтле ҡурсаҡ менән ҙурайғасыраҡ уйнар. Әлегә өҫтә тороп торһон.

—Ниндәй ғәҙәт шул һинең әйбер һаҡлау?—ире ҡыҙып уҡ китте,—Теге мәл күлдәген кейҙермәнең, байрамда ғына тинең, йылына бер килгән Яңы йыл өсөн алдыңмы шуны? Ана, тотоп та ҡарамаған уйынсыҡтары уға бөгөн ҡыҙыҡ түгел. Бала булғас ватып та ҡуя, бысрата ла.

Бөгөн төндә генә вахтанан ҡайтҡан ире менән ҡурсаҡ өсөн сыйышып торғоһо килмәне ҡатындың, ризалашҡан булып уйынсыҡты ҡыҙына тотторҙо ла, хәләлен ҡултыҡлап аш-һыу бүлмәһенә әйҙәне. Унда уларҙы әле һыуытҡысҡа урынлаштырылмаған аҙыҡ-түлек төктәре, бешерәһе ризыҡтар көтә. Ә ҡурсаҡты ул былар онота төшкәс ипләп кенә алып ҡуясаҡ.



Әсәһенең бер туған һеңлеһе шылтыратты. “Апайым ауыр хәлдә” тине. Әле юлда барғанда шул һөйләшеүҙе ҡабаттан башынан үткәреп килә Зифа. “Килеп ет” тимәне нишләптер, “ауыр хәлдә” генә тине, әйтерһең артабан ни эшләһәң дә барыбер. Һәм... ни өсөн әсәһе башта уға шылтыратмаған, нигә һеңлеһенә өндәшкән. Рауза апаһының тормошон, холҡон артыҡ өнәп етмәй ҙә ине бит әсәһе. “Эй, ошо апайың еңел инде” тип артыҡ асыуһыҙ ғына орошоп ала ине йә шуның әйткәндәренә үпкәләп тә йөрөй торғайны. Апаһынан был хаҡта һорарға ла онотҡан, эштән тура сыҡты ла сапты. Ярай ире өйҙә, ҡыҙын алыр баҡсанан, ҡарап торор.

Такси ҡалаға килеп инеү менән апаһына шылтыратты:

—Ниндәй дауаханала?

Теге яҡ бер аҙ өндәшмәйерәк торҙо. Зифа сыҙаманы:

—Рауза апай! Ишетәһеңме? Ниндәй...

—Башта өйгә кил.

—Апай...

—Зифа, аҡыллым, тура өйгә кил.

Икенсе ҡатҡа йүгереп менде лә, ҡыңғырауға үрелгәйне генә, ишектән апаһының башы күренде.

— Нимә булды? – Зифа ашығып башта залға, унан әсәһенең бүлмәһенә үтте – буш. – Әсәй ҡайҙа?

Рауза һеңлеһен ишек төбөндә көтөп торҙо, артынан йөрөмәне. Йәш ҡатын фатирҙы урап сыҡты ла, уның янына килде һәм күҙҙәренә тура ҡараны. Апаһы ла һүҙһеҙ генә төбәлде. Ахырҙа һеңлеһен ҡосаҡлап алды.

—А-а-а... Әсәй! Әсәкәйем...—Зифа апаһының ҡосағына ҡолап үкһене.—Нишләп улай булды һуң? Нисек? Һәйбәт ине лә... көн дә... шылтыраттыш-шты-ыҡ...

Ҡатындар ишек төбөндә лә арыуыҡ торҙо, унан залға күсеп ултырып илаштылар. Зифаның инде йәштәре сыҡмай башлағас, Рауза уға дарыу алып килеп ҡаптырҙы, сәй ҡуйҙы.

—Ауырый ине әсәйең, һиңә белгертергә теләмәне, борсомайым, ҡурҡытмайым, тине. Дауаханаға йөрөмәне, аҙаҡ, һуңынан, иртәгә тип йәшәне бит ул. Иртәнсәк, ҡан баҫымымды үлсәһәм һандарын күрмәйемсе, тигәс, күңелем нимәлер һиҙеп килә һалып еткәйнем, күрәм—хәле мөшкөл. Скорый саҡырып алып киттем, ярҙам итеп өлгөрә алманылар, мейеһенә ҡан һикереп өлгөргән булған.

Үткән аҙнала ғына килгәнендә һәүетемсә йөрөгән әсәһенең ҡапыл улай юҡҡа сығырына ышана алманы Зифа. Үҙ күҙҙәре менән күрмәгәс, һаман нимәгәлер өмөт итте. Барып әсәһенең кейем шкафын асып ебәрҙе. Ундағы төк-төк яңы әйберҙәрҙе һыйпап ҡараны. Быларҙың яңы һәм бер тапҡыр ҙа кейелмәгән, тотонолмаған икәнлектәрен белә Зифа. Уны Рауза ла белә. Әсәһе быларҙы “берәй ваҡытҡа” тип алған да... бына—ҡалған... Йәштәрен тыйып ала алмай ҡатын. Ҡалай үкенесле!

—Э-эй, ошо эскүлдәкте былтыр мин бүләк иткәйнем... – ялтыр ебәк тауарҙан тегелгән нағышлы матур әйберҙе ҡулына алды.—Нишләп улай ҡиммәткә алдың, унсама торған кейемде кеше кейеп йоҡ-лаймы инде, тип, ҡырҡ һүҙгә еткәйне. Ҡара, хатта ҡағыҙын да өҙмәгән.

— Эй, бала... Әсәйеңә мин нисә йылдар әллә нимәләр бүләк иттем инде, береһен дә кейгәнен йә тотонғанын күрмәнем. Матур кейенә торған әллә ниндәй көндө көттө бит ул. “Аҙаҡтан”, “Берәй байрамда”, “Яйы сыҡҡас” тигән менән йәшәне.

Зифа апаһына боролоп ҡына ҡарап ҡуйҙы ла, шкафты ҡутара бирҙе. Апаһы ла килеп ҡушылды һәм улар икәүләшеп урталағы өҫтәлгә әллә күпме әйбер өйөп ташланы. Бында өр-яңы ҡаралты тыштары, магазин еҫе һаҡланған күлдәктәр, асылмаған ҡумталар һәм тағы әллә нимәләр бихисап ине.

—Ҡарале, был материалды нимәгә тине икән?—Зифа ҡағыҙға уралған әллә нисә төргәк метрлы тауар табып алды.

—Элегерәк магазинда күлдәк юҡта ошолай тауар алып тектерә инек бит. Бына быныһын мин биргәйнем... быныһын икебеҙ сыҡҡанда көсләп алдырғайным, тәки тектермәне. Быларға хәҙер бер егермеләп йыл үткән...

—Ошолар өсөн әсәйҙе әрләй инең, ивет? Шуға талаша торғайнығыҙ...

Рауза күңелһеҙ генә йылмайып ауыр һуланы:

—Әрләй инем шул, ызғышып та китә инек. Әсәйең өндәшмәй еңде, ә мин сар ҙа сор. Әллә ниндәй, үтә һаҡсыл булдымы ул? Йәштән бер нәмәгә осоп төшөп шатлана, оҡшағанына үрелә, теләгәнен алып ҡаба белмәне...

—Ә һеҙ? Белдегеҙме?

—Мин бәләкәйҙән шулай булдым инде. Өләсәй магазинға эйәртеп алып бара ла, кәнфит алып бирһә, ҡайтҡансы ашап, ҡағыҙын ялап ҡуям. Ә апайҙыҡы шул килеш кенә була. Ул уны өйҙә лә ашамай әле, яҫтығы аҫтына һалып йә иретә, йә мин сыҙамай урлап имеп ҡуям. Анан илай был. Бөтә ғүмерен дә шул кәнфит һымаҡ итте инде. Сервантында яңы сервиздары ултырҙы, ул көрөшкәнән сәй эсте. Тәмле майҙы туңдырып һаҡланы, марагарин ашап ултырҙы. Яңы нәмәне ҡасандыр тыуасаҡ мәл, буласаҡ көндә кейермен әле, тип, төрөп тыҡты. Мине лә, күрше тирәһен дә, туғандарын да яңы ҡашығаяҡ менән ашата торған ҡунаҡҡа һынаманы. Англия королеваһы килһә генә сығарыр ине микән ул яңыларын—белмәйем. Үҙе ҙур ҡунаҡ та йыйманы, уның өсөн был аҡса туҙҙырыу һымаҡ булды, ҡунаҡты әллә ниндәй байҙар ғына яһай, тип уйланы. Минең оҡшағанды тота ла ала, теләгәнде ашай алыуымды еңел холоҡлоҡҡа һананы, тәрбиәләп аҙапланды. Ә үҙе бит ул һаран, тар күңелле булманы. Һораһаң һуңғыһын сығарып бирҙе. Бары бөгөнгө менән йәшәй белмәне бахырҡайым...

Зифа апаһын тыңлап йөрөнө, үҙе күҙ йәштәрен һөртә-һөртә әсәһенең әйберҙәрен урынлаштырҙы. Ишеткәндәре уға үтә лә таныш, ул бит шул мөхиттә, шул тәртиптәрҙә үҫкән. Хатта...

—Ә бөгөнгө менән йәшәү нисек ул, Рауза апай, бына нисек итеп бөгөнгө менән йәшәй белергә?

—Был, әлбиттә, иртәгәне ҡайғырмау тигәнде лә аңлатмай. Әммә бөгөн матур итеп кейенә, йәшәй, ашай, булғаныңды тотона бел. Тормошто иртәгәгә, киләсәк-кә ҡалдырырға ярамай. Бөгөн ҡыуан, бөгөн рәхәтлән! Иртәгә бит булмаҫҡа ла мөмкин.

—Эйе... әсәйемдеке кеүек. Ул мине лә бит шулай өйрәтте. Хәтеремдә, эй, матур ботинкалар алғайныҡ. Яңы ботинкаңды байрамда ғына кейерһең тине, аҙаҡ улар ике генә кейелеп бәләкәсәйҙе. Пальто алғайныҡ, ямғырҙан да, ҡарҙан да һаҡлап йөрөп, ҡапыл оҙонайып үҫтем дә киттем... Шулайтып әллә күпме матур әйберҙәремде кейә лә алмай инем. Эй, бахыр әсәкәйем минең... Ҡайҙан килә икән ундай ғәҙәт, апай?

—Әллә инде... Үҙеңде ярата, ҡәҙерләй белмәгәндәнме икән? Үҙеңде шатлыҡҡа, бәхеткә хаҡлы тип һынай белмәгәндән. Йыйып әйткәндә, үҙбаһа түбәнлектәндер. Ниндәйҙер бәхетһеҙлек солғанышынан ҡотола алманы инде апаҡайым, бәхетте лә иртәгәнән көттө.



Йоҡо төҫө күрмәй, Рауза апаһы менән иртәнсәккә тиклем өй йыйҙы, үлекте алып килеүгә әҙерләнде, йола ҡушҡан тәртиптәрен үтәне Зифа. Йыйылған туған-тыумасаһына, күрше-тирәһенә фатирҙа табылған барлыҡ сепрәк-сапраҡты, һауыт-һабаны таратып бирҙе. Алырға теләмәгәндәргә “шулай ҡушып ҡалдырған ине” тип тә өҫтәне. Ышандылар, алдылар, рәхмәт әйттеләр. Әйҙә, улар булһа ла тотоноп ҡыуанһын. Улар булһа ла “иртәгәнең” рәхәтен күрһен. Ә Зилә хәҙерге, бөгөнгө менән йәшәйәсәк. Ваҡыт табып иренә лә шылтыратты:

—Әнеүәр... әсәй мәрхүм булды... Һин килә һалып ет, йәме. Бәләкәсте күршеләргә индереп тор. Һәм ней... теге ҡурсағын бир, уйнатһын
Читайте нас: