Мин ҡоймаҡты әсетеп бешерәм. Әлбиттә, байтаҡ ҡына ваҡытты ала, уның ҡарауы, шул тиклем тәмле ҡоймаҡтар килеп сыға, телде йоторлоҡ !
Беренсе ҡарашҡа бик ябай ғына кеүек күренгән ҡоймаҡ, бииик "капризный" ул - бөтә кешенеке лә уңмай. Бер өлкән йәштәге ханым: Ахры ҡартая башланым, ҡоймаҡтарым тәмле була башланы! - тип әйткән ти бит. Тәжрибә!.. Бына шулай. Миңә ҡалһа - ҡулың килешеүелер ! Әйҙәгеҙ башланыҡ !
1 ст.- маный
0,5л. - һыу, ҡайнап һыуынған, йылымса
2-3 - аш ҡалағы он
1 сәй ҡ. - ҡоро дрожи
Ҡаймаҡ ҡуйылығына тиклем бутап, өҫтөн ябып, 1,5 - 2 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға.
Күтәрелгәс:
0,5л. - ҡайнатып эҫе һөт һалып бутайһың
1 - сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
0,5 - сәй ҡалағы тоҙ
1 - аш ҡалағы үҫ.майы
1-2 - йомортҡа, һыуытҡыстан алып ҡуйығыҙ
Тигеҙләп бутайһың, ҡуйылығын үҙең самалайһың, ҡуйы кеүек булһа бер аҙ һөт-һыу өҫтәп ебәрергә кәрәк. Минең төп үлсәү ҡоралым - ул күҙ һәм сама.
Уңыштар теләйем !????
-4 °С
Ҡар