"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Март 2021, 14:00

Яҙмыш һуҡмағы буйлап

Марат ағай мәктәптә генә түгел, тормошта ла ауыл халҡы өсөн оло уҡытыусы, кәңәшсе. Ул һәр кем менән әңгәмә ҡорорға, халыҡтың һорауҙарына яуап бирергә һәр саҡ ваҡыт таба. Юҡҡамы ни, ауылдың ир-егеттәр ҡорон етәкләүҙе халыҡ уға ихлас йөкмәтте. Ауылда ниндәй генә сара, өмә, йәки байрам үткәрелмәһен, Марат Ҡунаҡбай улы уның уртаһында ҡайнай. "Айыҡ ауыл - 2019" конкурсын етәкләүселәрҙең береһе һәм ауылда үткән сараларҙы интернет селтәрендә яҡтыртып барыусы ла ул булды. Бының өсөн республика хөкүмәте тарафынан Марат Хәлитов 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгәйне. Был - һүҙ ыңғайында. Ә уның иң ҙур ҡаҙанышы - уҡыусыларының уңышы, тормошта үҙ урындарын табып, форсат сыҡҡан һайын, яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп китеүҙәрен бер бүләккә лә тиңләп булмай.(Мәҡәләне тулыһынса гәзиттә уҡырһығыҙ).

Марат ағай мәктәптә генә түгел, тормошта ла ауыл халҡы өсөн оло уҡытыусы, кәңәшсе. Ул һәр кем менән әңгәмә ҡорорға, халыҡтың һорауҙарына яуап бирергә һәр саҡ ваҡыт таба. Юҡҡамы ни, ауылдың ир-егеттәр ҡорон етәкләүҙе халыҡ уға ихлас йөкмәтте. Ауылда ниндәй генә сара, өмә, йәки байрам үткәрелмәһен, Марат Ҡунаҡбай улы уның уртаһында ҡайнай. "Айыҡ ауыл - 2019" конкурсын етәкләүселәрҙең береһе һәм ауылда үткән сараларҙы интернет селтәрендә яҡтыртып барыусы ла ул булды. Бының өсөн республика хөкүмәте тарафынан Марат Хәлитов 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгәйне. Был - һүҙ ыңғайында. Ә уның иң ҙур ҡаҙанышы - уҡыусыларының уңышы, тормошта үҙ урындарын табып, форсат сыҡҡан һайын, яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп китеүҙәрен бер бүләккә лә тиңләп булмай.
Читайте нас: