«Айыҡ ауыл-2020» конкурсында проекттарҙы яҡлауҙың өсөнсө көнөндә беҙҙең райондан Иҙәш ауылы ҡатнаша. Был боронғо ауылға 14-15-се быуаттарҙа нигеҙ һалынған. Иҙәштә 677 кеше йәшәй.
«Сәсмәүер», «Ағинәйҙәр» клубы, Йәш ғаиләләр институты, Герой-әсәйҙәр ансамбле, «Иҙәш бөркөттәре» — ауылда 8 ойошма эшләй. Әсәйҙәр ансамблендә 27 ҡатын-ҡыҙ, улар биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләй.
«Демографик проблема беҙгә ҡағылмай. Иҙәш ишәйә, балалар күп тыуа, беҙҙе хатта районда «Ҡытай» тип йөрөтәләр», — ти Лиза Ҡунаҡбаева, Иҙәш ауыл мәҙәниәте йорто етәксеһе.
Дәртле ауыл халҡы алкоголь продукцияһы һатылған 5 сауҙа нөктәһен ябыуға өлгәшкән. Райондан муниципаль этапта 41 ауыл ҡатнашҡан, Иҙәш ауылы матур ҡаҙаныштары менән лайыҡлы рәүештә еңеү яулап, 300 мең һумлыҡ сертификат алған.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2020 #АйыҡАуыл2020