Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Март 2021, 18:00

Күп тармаҡлы мәҙәниәт усағында

#МиллиПроект#МәҙәниәтХалыҡтың рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек мәҙәниәт усаҡтары эшләп килә.Ә Абзанда ябай клуб түгел, ә күп тармаҡлы мәҙәниәт усағы!

Халыҡтың рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек мәҙәниәт усаҡтары эшләп килә.
Ә Абзанда ябай клуб түгел, ә күп тармаҡлы мәҙәниәт усағы! Унда буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн махсус йыһазландырылған бүлмәләр, мөйөштәр бар. Йыр, бейеү, баян, фольклор, театр, шашка, шахмат, теннис, бильярд һ.б. - барыһы ла халыҡ өсөн. Теләге булған һәр кем йөрөй ала.
Халыҡтың рухи байлығын үҫтергән, мәҙәниәтле иткән ойошма ул – мәҙәниәт йорто. Унда иһә үҙ хеҙмәтен яратҡан, киләһе быуын яҙмышы өсөн борсолған, уларға тәрбиә бирергә тырышҡан кешеләр эшләй
Читайте нас: