Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Март 2021, 15:00

Төшкө сәйгә тәмлекәс

БӨГӨН - Пирожный көнө. Белеп ҡуяйыҡ һәм яҡындарыбыҙҙы тәмлекәс менән һыйлайыҡ!

БӨГӨН - Пирожный көнө.
Белеп ҡуяйыҡ һәм яҡындарыбыҙҙы тәмлекәс менән һыйлайыҡ!
Был тәмлекәсте әҙерләү бик еңел, иң мөһиме – ул иҫтә ҡалдырыу өсөн үҙенсәлекле.

Өс йомортҡаны яҡшы итеп туғып, 12 ҡалаҡ шәкәр өҫтәгеҙ ҙә блендер менән ике минут самаһы күпертеп алығыҙ. Ошо массаға 12 ҡалаҡ һөт, 12 ҡалаҡ көнбағыш майы, ярты лимондың һутын өҫтәп, тағы блендер менән туғығыҙ. Артабан 12 ҡалаҡ (өймәләм булһын) он, бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп туғырға.

Майланған табаға һалып, 180-200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 20-25 минут самаһы бешереп алығыҙ. Әгәр ҙурыраҡ табын өсөн әҙерләргә кәрәкһә, һәр ингредиентты ике йәки өс тапҡыр күберәк алырға кәрәк.
Читайте нас: