Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Март 2021, 12:24

Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы:

Хөрмәтле райондаштар!Күреүегеҙсә, ҡыш китергә ашыҡмай һәм көтөлмәгән сюрприздар дауам итә.Байрам алдынан күптәр, моғайын, ҡайҙалыр барырға тигән пландар ҡоралыр. Ундайҙарҙан юлға сыҡмай тороуҙарын һорайбыҙ.Әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар һауа торошона бәйле Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ юлының 76-104-се км-да (Иҙелбәк – Ҡужанаҡ) юл хәрәкәтендә ҡыйынлыҡтар бар. Этҡол – Мөхәмәтйән, Бикбау – Таҙлар, Ира-Магнитогорск, Юнай – Иҙелбәк араларында, Сөләймән ауылында тауҙан ҡар шыуған. Әлебай һәм Мөхәмәтйән ауылдарында электр селтәрҙәрендә аврия. РЭС хеҙмәткәрҙәре эшләй, тик көслө ел, буран уларҙың эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Район юлдарында Юл-ремонт һәм төҙөлөш идаралығының 22 берәмек техникаһы эшләй. Бөтә көс юлдарҙы асыуға йүнәлтелде, әммә һепертмә буран таҙартылған юлды артынса уҡ тултыра.“Эко-Сити” төбәк операторы һауа торошо тотороҡланғанса үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып торорға ҡарар ҡабул итте. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Өйҙә ҡалығыҙ!

Хөрмәтле райондаштар!
Күреүегеҙсә, ҡыш китергә ашыҡмай һәм көтөлмәгән сюрприздар дауам итә.
Байрам алдынан күптәр, моғайын, ҡайҙалыр барырға тигән пландар ҡоралыр. Ундайҙарҙан юлға сыҡмай тороуҙарын һорайбыҙ.
Әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар һауа торошона бәйле Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ юлының 76-104-се км-да (Иҙелбәк – Ҡужанаҡ) юл хәрәкәтендә ҡыйынлыҡтар бар.
Этҡол – Мөхәмәтйән, Бикбау – Таҙлар, Ира-Магнитогорск, Юнай – Иҙелбәк араларында, Сөләймән ауылында тауҙан ҡар шыуған.
Әлебай һәм Мөхәмәтйән ауылдарында электр селтәрҙәрендә аврия. РЭС хеҙмәткәрҙәре эшләй, тик көслө ел, буран уларҙың эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Район юлдарында Юл-ремонт һәм төҙөлөш идаралығының 22 берәмек техникаһы эшләй. Бөтә көс юлдарҙы асыуға йүнәлтелде, әммә һепертмә буран таҙартылған юлды артынса уҡ тултыра.
“Эко-Сити” төбәк операторы һауа торошо тотороҡланғанса үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып торорға ҡарар ҡабул итте.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Өйҙә ҡалығыҙ!
Читайте нас: