Һуңынан мәктәп күләмендә ӨЙәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" конкурсы булды. Унда ла беҙҙең класс ҡыҙҙары ихлас ҡатнашты. Сараны Башҡорт гимназия-интернаты тәрбиәселәре Альбина Уразаева, Айгөл Фәхретдинова, Гөлнара Бирҙеғолова, Нурзиә Ҡәҙербәкова, Әлфиә Уликанова, Раушания Танһыҡкужина ойошторҙо. Ҡыҙҙар ике командаға бүленеп, йырланы, бейене, тиҙлектә лә көс һынашты, шиғырҙар һөйләне. Байрам саралары барыбыҙға ла бик оҡшаны.