Сайера Искәнйәрова Трушин ауыл мәҙәниәт йортонда саралар ойоштороусы булып эшләй. Үҙе лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып тора, һуңғы дүрт йылда 3-4-әр Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Сайера ҡул эштәренә лә оҫта. Саҡ ҡына донъя мәшәҡәттәренән арынһа, йәһәт кенә ырғағын ҡулына алып, роза сәскәләре бәйләргә тотона. Был шөғөлөн ул яратып башҡара, сөнки ул күңел өсөн генә түгел, килем сығанағы ла. Тағы ла бер шөғөлө бар – ул ҡорама ҡорарға ярата. Был һөнәргә әсәһенән өйрәнгән. Береһенән-береһе сағыу йыртыш һәм тауар киҫәктәренән үҙенә генә хас биҙәктәр яһап, ултырғыс түшәктәре, буй юрғандар тегә.
Әсәһе – Килдейәрова Сәлиә Йосоп ҡыҙы Башҡорт Үргенендә тыуып үҫкән. Яҙмышы уны Төркмәнстандың Ташауз егете Хоҙайбиргән Искәнәйәр улы Искәнйәров менән бәйләй. 1971 йылда апаһына иш булып Сайера донъяға ауаз һалған, шунда үҫеп, урта белем ала. Тормоштары етеш булмағас, майҙаны 30 гектар булған емеш-еләк баҡсаһына эшкә сыға. Йылдың миҙгеленә ҡарап, үҫентеләрҙе тәрбиәләй, утап-күмә, алма, виноград йыйып тапшыра. Хеҙмәт менән сынығып, 18 йәше тулыр-тулмаҫтан, атаһы ҡыҙымдың ҡулын кем һорап килә шуға бирәм тигән әйтеү буйынса, Сайераның ризалығын һорап тормай, 1989 йылда кейәүгә бирә. Бер-бер артлы өс балаһы донъяға ауаз һала. Тормош юлдары ҡатмарлы, һикәлтәле, 2000 йылда ата-әсәһен күндереп һәм балаларын алып, Ейәнсура районының Үрген ауылына ҡайтып төшәләр. Ул ваҡытта үргендә буш өй булмау сәбәпле, Трушин ауылынан фатир һатып алып, шунда төпләнәләр. Тормоштары юлға һалына, һәр береһенә айырым-айырым бүлмә, ҡул эше менән булыр өсөн иркен зал бик тә ярап ҡала. Әсәһе менән икәүләп бик күп буй юрғандар, түшәктәр ҡорайҙар. Тормош һәүетемсә дауам итә.
2004 йылда дүрт балаһын алып, апаһы менән еҙнәһе ҡайтып төшә һәм улар менән бергә төпләнәләр. Бөгөн улар балаларын башлы-күҙле итеп, үҙҙәре Ҡардигәндә донъя ҡороп йәшәй. Сайераның ата-әсәһе икеһе лә 1939 йылғы була, хаҡлы ялға сығып, балаларын тәрбиәләшеп, аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә, тик дүрт йыл элек – атаһы, үткән йыл әсәһе мәрхүм була. “Диндар кешеләр булдылар, аят-сүрә уҡып, доға ҡылып ултырҙылар”, – тип һағынып иҫләй уларҙы Сайера. Үҙе лә ата-әсәһенә ҡушылып: “Эй, Хоҙайым, миңә бирмәгән бәхетте балаларыма бир!” – тип теләй. Бөгөн өс балаһы ла үҙ аллы донъя көтә. Оло балаһы – 1990 йылғы Рөстәм Биктимер улы Иҫәнғол СПТУ-һын тамамлай. 2013 йылда Буранғол ауылы һылыуы Сабитова Лилиә Ғаян ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Улар 2014 йылда ҙур итеп йорт төҙөп сығып, бөгөн ике малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй.
Улар тәүҙә ҙур итеп һарай төҙөп, мал үрсетеп, бөгөн шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Өс тракторы һәм пилорамы бар. Рөстәм Әбдрәмәнов – ауыл Советы депутаты. Йәштәрҙе туплап, улар ауыл тормошона бәйле эштәрҙе, спорт сараларын ойоштороуҙа биләмә башлығы Рәмил Юлсановтың ярҙамсыһы булып тора. Бикбау ауыл биләмәһенең йомғаҡлау йыйылышында Рәхмәт хаты менән тәбрикләнде.
Ҙур ҡыҙы – 1992 йыылғы Роза БДУ-ның башҡорт филологияһын тамамлап, Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләй. Тормош иптәше Ҡаҙаҡбаев Фәнил Рәфил улы менән ипотекаға фатир алып, бер малай һәм бер ҡыҙ үҫтерә.
Бәләкәй ҡыҙы – 1996 йылғы Фируза Үрген егете Аҡсурин Илдус Иршат улы менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ балаға ғүмер бүләк иткән. Өй һатып алып, шул уҡ ихатала матур итеп үҙ йорттарын төҙөйҙәр.
Һәр ҡайһыһының үҙ шөғөлө, береһе лә буш ултырмай. Фируза бәләкәй ҡыҙы менән декрет ялында өйҙә ултырһа ла, заказ буйынса тәмле. Матур торттар бешерә, аш-һыу оҫтаһы ла.
– Хоҙайҙан ялбарып-ялбарып һораған теләктәрем ҡабул булды, Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр, – тип бәхетле йылмая әсә. – Балаларымдан, киленем менән кейәүҙәремдән уңдым. Барыһы ла ярҙам итергә генә тора. Үҙем дә тик тормайым, балалар ҡарашам, шулай итеп, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ете ейән-ейәнсәремә өләсәй-ҡәрсәй булып, уларҙы иркәләп-наҙлап, тәрбиәләшеүҙә ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем.
Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Был Сайера Хоҙайбиргән ҡыҙына төбәп әйтелгән кеүек. Нисек кенә булмаһын, малын да, ҡош-ҡортон да ҡарап, ағын эшкәртеп өлгөрә. Эштән арынған ваҡытынды тағы ла мең төҫлө туҡымаларын бәләкәй генә киҫәктәргә ҡырҡып, һәр береһен бер-береһенә ялғап тегеп, матур биҙәктәр хасил итә. Үҙ эшенән ҡәнәғәтлек алып, ошо ҡорамалай балаларымдың һәр көнө сағыу, матур, бәхетле булһын, тип теләйҙер.