Һөт менән райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тәьмин итә. Тәүлегенә 300 литр һөт эшкәртелә. Ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар бик тәмле булыуы менән айырылып тора. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән сыр ҙур һорау менән ҡулланылыр, тигән өмөттәбеҙ. Сыр етештереүҙә эшләйәсәк белгестәр Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән аграр университетта белемдәрен камиллаштырып ҡайтты. Тәмле һәм файһалы сыр тиҙҙән беҙҙең табынға ла килеп етер әле.